+30 °С
Болотло


Ҡамыр:
Бер ҡап май;
Бер йомортҡа;
Сода;
Тоҙ;
Ярты стакан шәкәр;
Самалап он (ҡулдан айырылғансыға тиклем баҫырға).
Әҙер ҡамырҙы һалып торорға.
Эслек әҙерләйбеҙ:
200 грамм творог;
200 грамм – магазин ҡаймағы;
Бер йомортҡа;
Ярты стакан шәкәр;
Бөтәһен дә болғатабыҙ.
Ҡамырҙы табаға 0,5 см ҡалынлығында йәйеп, ситтәрен күтәреп ҡуйырға. Эсенә әҙер эслекте һалып, өҫтөнә үҙегеҙ теләгән еләу-емеште һалырға була (ер еләге, ҡарағат, сейә һ.б.) Бер ниндәй ҙә еләк һалмаһаң, сметанник була. Бер яғына – бер төрлө, икенсе яғына икенсе төрлө емеште һалырға була.