

«Уралтехнострой-Туймазыхиммаш» заводы нефть химияһы, машина төҙөү, металлургия сәнәғәте тармағы өсөн ҡорамалдар етештерә.
Тонна-тонна металл конструкцияларҙы, башҡа төрлө машина төҙөү ҡорамалдарын бейеккә күтәреп, билдәләнгән генә урынға ҡуйырға, беркетергә кәрәк. Бындай эш көс тә, зиһен дә, иғтибарлылыҡ та талап итә.
«Әсәйем дә ошо заводҡа 40 йыл ғүмерен арнаны, бәләкәй сағымда, ул эштән ҡайтһа, эй һоҡланып ҡарай торғайным, иң матур һәм иң көслө кеше итеп күрҙем уны. Шуға заводҡа килеүем бер ҙә ғәжәп түгел, – тип йылмая Альбина. – Хәҙер мин үҙем дә шундай көслөләр, үҙ-үҙенә ышанғандар рәтендә булырға тырышам».
Шаяртып һөйләһә лә, әлбиттә, эше еңел түгел һылыуҙың. Ҡара таңдан тороп, оҙон баҫҡыстан бейеккә күтәрелә ул. Ә бит уға төрлө шарттарҙа эшләргә тура килә: ҡышҡы ыжғыр һалҡында ла, көҙгө быҫҡаҡ ел-ямғырҙа ла, йәйге ҡайнар ҡояш эҫеһендә лә ҡыҫынҡы ғына кабинала көнө буйына ултырсы әле. Командаларҙы ваҡытында теүәл генә үтәргә кәрәк. Юғиһә, ауыр йөк фажиғәгә килтереүе ихтимал. Альбина зарланмай, үҙ эшен ярата ул. «Һөнәрем бик мөһим. Заводтағы күп нәмә минең эшемә бәйле. Шуға күрә һәр күрһәтмәне яуаплылыҡ һәм тәфсирлек менән башҡарам», – тип йылмая крансы ҡатын.
Альбина Зиннур ҡыҙы, ысынлап та, үҙ һөнәренең оҫтаһы. Ул булмаһа, эш туҡтап ҡала. Завод күгендәге йондоҙ кеүек инде үҙе. Барыһы ла уға ҡарап ҡына тора, тигәндәй. Иғтибарлы, көслө, егәрле хеҙмәткәрҙе бында хөрмәт итәләр, Маҡтау ҡағыҙҙары менән дә бүләкләгәндәр.
«Миңә цех эсендә лә, тышта ла эшләргә тура килә. Козлова, күпер, кабель, металлургия крандарында идара итәм. Заводта 30 тоннанан алып 100 тоннаға тиклем йөк күтәрәбеҙ. Был уйын түгел, әлбиттә, һаулыҡты, нервыларҙы ҡаҡшата. Тыныс, тотороҡло холоҡло булыуым ярҙам итәлер. Тормош иптәшем дә, ике ҡыҙым да, йәлләп, эште алмаштырыуымды теләй, әммә минең әле дәртем дә, хәлем дә етерлек. Коллектив һәйбәт, бер-беребеҙгә ярҙам итеп торабыҙ. Шуға эшләргә-эшләргә инде», – ти яғымлы крансы.
Альбина Шәһитова.