+30 °С
Болотло

Радий Хәбиров ғәҙәти булмаған осрашыуҙа булған

Радий Хәбиров: - Бөгөн минең бөтә эшемдә иң ғәҙәти булмаған осрашыуҙарҙың береһе булды. Дөрөҫөн әйтәм: мин уға оҙаҡ әҙерләндем, белешмәләр уҡыным. Хәҙер мин ул готтар, косплеерҙар, анимешниктар кемдәр икәнен беләм.  

Радий Хәбиров ғәҙәти булмаған осрашыуҙа булғанРадий Хәбиров ғәҙәти булмаған осрашыуҙа булған
Радий Хәбиров ғәҙәти булмаған осрашыуҙа булған

Был балалар башҡасараҡ, уларҙың  донъяға үҙенсәлекле, ғәҙәти булмаған ҡарашы бар. Әммә улар барыһы ла беҙҙең балалар. Бик талантлы, аҡыллы, таҙа. Һәм иҫ киткес эске азатлыҡ менән. Улар менән нимә менән шөғөлләнеүҙәре һәм үҙҙәрен нисек танытыуҙары тураһында һөйләштек. Улар араһында музыканттар, рәссамдар, костюм тегеүселәр бар.

Уларға ярҙам күрһәтеү, фестивалдәр үткәреү тураһында фекер алыштыҡ.

Беҙҙең бурыс-республикабыҙҙа йәшәүсе һәр кем үҙ-үҙен тормошҡа ашырыу өсөн мөмкинлектәр алһын. Уларҙы артабан да төҙөйәсәкбеҙ.

Автор:
Читайте нас