

“Рәсәйҙең Милли суперйондоҙо” бөтә Рәсәй онлайн таланттар конкурсының гран-при дипломы, “Рәсәйҙең Милли матурлығы” журналының онлайн версияһы тышлығында сығыу хоҡуғы, статуэтка һәм таҫма менән Фестивалдең иң оҙон сәсле ҡатнашыусыһы, резиденты Һәм Амбассадоры Азалина Сәйфуллина бүләкләнә”, - тип яҙылған “Национальная красота России” төркөмөндә. - “Беҙ илебеҙҙең шундай шәп ҡыҙҙары менән ғорурланабыҙ: Азалина музыка, бейеү менән мауыға, телевидениела эшләй, туған телен белә һәм уны камиллаштыра. Һиңә, Азалина, иң мөғжизәле асыштар һәм сағыу еңеүҙәр теләйбеҙ!”- тигән матур теләктәр ҙә өҫтәлгән.
Әйткәндәй, Азалина үҙенең шәхси сәхифәһендә беҙҙең журналыбыҙға мәғлүмәти ярҙамыбыҙ өсөн рәхмәт белдергән.
Үҙеңә рәхмәт, Азалина, артабан да шундай шәп, уңған, тырыш ҡыҙ булып ҡал!