+23 °С
Болотло

Күк Ирәндек буйында...

Батыр Вәлидтең билдәле "Күк Ирәндек буйында" шиғыры Баймаҡ районы гимны булып һанала. Уға билдәле композитор Хәбибулла Ибраһимов көй яҙған.

Күк Ирәндек буйында...Күк Ирәндек буйында...
Күк Ирәндек буйында...

КҮК ИРӘНДЕК БУЙЫНДА
Баймаҡ районы гимны

Күк Ирәндек буйында,
Ҡара ерҙең ҡуйынында
Клит юлдары.
Тәрән шахта эсендә,
Алтын ҡаҙыу эшендә, эшендә,
Урал улдары.

Улар киркә тоталар,
Тау йөрәген йырталар
Алтын аҡтарып.
Һөйәлләнгән ҡулдары,
Батыр хеҙмәт улдары, улдары
Һәр көн таш ярып.



Күк Ирәндек буйында,
Алтын фабрик янында
Сапсал боҙҙары,
Фабриканың эсендә
Алтын йыуы эшендә, эшендә
Урал ҡыҙҙары.

Бегун йүгерә заводта,
Пар йырлаған тауышҡа
Геүләп сайҡалып.
Иҫке тормош күҙ һөртә,
Шыңшый-шыңшый йәш бөркә, йәш бөркә
Ситкә тайпылып.

 

ӘЙТКӘНДӘЙ
Хәбибулла Ибраһимов (1894—1959)
Профессиональ музыкаға нигеҙ һалыусыларҙың береһе Хәбибулла Ибраһимов Ырымбур ҡалаһында тыуа. Башҡорт композиторы, драматург, музыка һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1922—1926 йылдарҙа Ленинградта Көнсығыш халыҡтары институтының музыка факультетында уҡый.

1937—1939 йылдарҙа — Мәскәүҙә Үҙәк радиотапшырыуҙар комитетында музыкаль мөхәррир, 1940—1950 йылдарҙа — Өфөләге үҙешмәкәр хор коллективтары етәксеһе. Хәбибулла Ибраһимов — милли комедияға нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Киң билдәле "Башмағым", "Еҙнәкәй” музыкаль комедияларын яҙа ул.

"Башмағым" комедияһы әлегәсә сәхнәнән төшмәй, ул Башҡорт дәүләт драма театрының алтын фондына ингән. БАТЫР ВӘЛИД ШИҒЫРҘАРЫНА ЯҘЫЛҒАН "Салауат маршы", "Күк Ирәндек буйында" — башҡорт профессиональ музыкаһының тәүге өлгөләре.

Хәбибулла Ибраһимовтың спектакль өсөн яҙған һәр йыры премьеранан һуң бик тиҙ таралып китер булған. "Ударниктар маршы" (Мөслим Марат һүҙҙәре), "Кабан турғайы" (Ҡадир Даян һүҙҙәре), "Танып маршы" (Мөслим Марат һүҙҙәре), "Зәйтүнә" (Ҡадир Даян һүҙҙәре), "Колхоз ҡыҙы Мәстүрә" (Сәйфи Ҡудаш һүҙҙәре), "һағындым" (Ғәйнан Әмири һүҙҙәре) һәм башҡа йырҙарҙы яратып башҡаралар. Ә инде "Ураҡсы ҡыҙ" йыры шул тиклем киң таралған, хатта уны халыҡ йыры тип ҡабул иткәндәр. Композитор — Бөйөк Ватан һуғышы тураһында "Ватан өсөн" (Ф. Е. Козицкий менән берлектә) тигән операның авторы. Хәбибулла Кәлимулла улы Ибраһимов — БАССР- ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.

Автор:
Читайте нас