+30 °С
Облачно

Мөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбаева. Хәтирәләр. Рухы ҡыуанып ҡайтһын

Ҡәйепколова Фәриҙә, 1937 йылғы. Сибай ҡалаһы. Кузовлы машинаға тейәп унынсы класта ғына уҡып йөрөгән йәш кенә егетте алып килгәндәр. Енләнеп ауырыусыны эргәһендә ыздарауай өс ир һаҡлап тора икән, барыбер тыйып тота алмайҙар, ти. Бахырҡай, аяуһыҙ тыпырсынып тулай, үрһәләнеп үҙен-үҙе әле бер яҡҡа, әле икенсе яҡҡа ташлай, ҡырағай тауыш менән ҡысҡыра ти. Өс ир тегене тотоп тыя алмай. Шул саҡ өйҙән олатай килеп сыға. Доғаһын уҡып бер нисә ҡат өрөүе була, егет күҙ алдында үҙгәрә лә ҡуя: тыныслана, шып-шым була, үҙе ҡара тиргә бата.

Мөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбаева. Хәтирәләр. Рухы ҡыуанып ҡайтһынМөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбаева. Хәтирәләр. Рухы ҡыуанып ҡайтһын
Мөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбаева. Хәтирәләр. Рухы ҡыуанып ҡайтһын

1960 йылдың йәйе, миңә 23 йәш кенә. Баштан сыҙамай ауырып киттем. Дауаханаға ла барып ҡарайым, дарыу ҙа эсәм, бер нәмә лә килешмәй. Аптырағас, ҡәйнәм мине Мөжәүир хәҙрәткә алып барып күрһәтеп, өшкөртөп ҡарарға булды.Был тиклем ҡаты ауыртыу, ай- һай, ,,өфф-өфф" тип өрөүгә генә бөтөрмө икән, тигән икеле уй килә башҡа. Шулай ҙа ҡәйнәм әйткәс, уны тыңламай булдыра алманым. Сибайҙан Фәйзулла ауылы тапҡырына тиклем машина менән барып төшөп ҡалдыҡ та аръяғына йәйәүләп киттек. Ауылға инер алдынан бер йырынды аша сыҡтыҡ, алда ялтырап йылға күренде. ,,Был Урғаҙа йылғаһы"- тине ҡәйнәм. Йылғаға арҡыры һалынған баҫмаға баҫыуым булды, аша сығып та өлгөрмәнек, ҡапыл минең баш ауыртыуы ҡул менән һыпырып алып ташлағандай юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы. Был турала ҡәйнәмә әйтә һалдым.

- Хәҙрәттең ҡөҙрәте, -тине ул шатланып. - һинең ғоманлы икәнеңде белеп, хәлеңде еңеләйтергә ашыҡҡан. Шулай ҙа, килен, бер килгәс күренеп ҡайтайыҡ, - тине ҡәйнәм.

Беҙ буйҙан-буйға һуҙылған оҙон сираттың иң аҙағына барып баҫтыҡ та көтә башланыҡ. Бер нисә көн ауырып йоҡлай алмағанлыҡтан, баш ебәргәс, үлтереп йоҡо килә. Түҙмәнем, йылға аръяғына сығып бер ағас төбөнә ултырып серем итеп алдым. Өйләгә тиклем беҙгә сират етмәне. Төш ауғас ҡына ишек төбөнә килеп еттек. Инде инәбеҙ тип торғанда, олатай өйөнән килеп сыҡты ла:

- Хәҙер бик ҡаты ауырыуҙы алып килеп еткерерҙәр. Был тирәлә торма, ҡыҙым, - тине миңә ҡарап.-Ауыр аяҡлы кешегә ундай зәхмәт тиҙ һирпелеүсән. Ана, баяғы кеүек, Урғаҙаның аръяғына сығып йөрөп тор, - тине лә кире инде.

Мин, килеүселәр алдан хәбәр итер ине, ауылда телефон фәлән юҡ, ауырыуҙың килерен ҡайҙан белде икән, тип уйланым. Шулай ҙа, йөклө икәнемде лә әллә ҡайҙан белеп тороуы, баш ауыртыуын бөтөрөүе уның әйткәнен тыңларға мәжбүр итте. Мин һыу аръяғына сығып киттем, ҡәйнәм тороп ҡалды. Аҙаҡ ҡәйнәм ошоларҙы һөйләне.

Кузовлы машинаға тейәп унынсы класта ғына уҡып йөрөгән йәш кенә егетте алып килгәндәр. Енләнеп ауырыусыны эргәһендә ыздарауай өс ир һаҡлап тора икән, барыбер тыйып тота алмайҙар, ти. Бахырҡай, аяуһыҙ тыпырсынып тулай, үрһәләнеп үҙен-үҙе әле бер яҡҡа, әле икенсе яҡҡа ташлай, ҡырағай тауыш менән ҡысҡыра ти. Өс ир тегене тотоп тыя алмай. Шул саҡ өйҙән олатай килеп сыға. Доғаһын уҡып бер нисә ҡат өрөүе була, егет күҙ алдында үҙгәрә лә ҡуя: тыныслана, шып-шым була, үҙе ҡара тиргә бата.

- Был бала эҫкерт төбөндә йоҡлаған бит, ен ҡағылған, - тигән олатай. - Ярай, алып килгәнһегеҙ, балнистыҡы барыбер килешмәҫ ине. Ә хәҙер йүнәлер, - тип оҙатып ҡала.

Ҡәйнәм һөйләгәндәр мине шаҡ ҡатырҙы. Бая хәҙрәткә ышанмағандай итеп уйҙар уйлауыма оялып:

- Әстәғәфирулла тәүбә, әстәғәфирулла тәүбә,- тип тәүбәмә килеп, олатайҙан ғәфү үтендем, уйымды әүлиә белеп ҡуймаһа ярар ине, тип оялдым. Хәҙрәт ул көндө күпме кеше бар, барыһын да берәмләп ҡарап бөттө. Беҙ ҙә инеп сыҡтыҡ. Тоҙ өшкөрөп бирҙе. Ошо өшкөрөүҙән һуң, Аллаға шөкөр, бер ваҡытта ла башым ауыртманы, тешем һыҙламаны, име шулай ныҡ килеште.

1963 йыл ине, тормошобоҙ ниңәлер киреләнеберәк китте. Иремде, улымды алдым да Манһырға киттек. Иремә ҡарап ул бөтәһен дә нисек бар шулай туп-тура әйтте лә һалды:

- Хәкимйән ҡусты, һин өйләнгәндә киленде алтын тауҙар вәғәҙә иткәндәй булып алғанһың. Вәғәҙәңә тоғро булып ҡал, йәме. Шул саҡта үҙең дә, ҡатының да, балаларығыҙ ҙа бәхетле булыр.

Мин йәнә хәҙрәттең, бер нәмә һөйләмәгән көйө, беҙҙең тормошто үтәнән-үтә белеп тороуына хайран ҡалдым. Аллаға шөкөр, Хәкимйәнем хәҙрәт олатай әйткәндәрҙе тотто, өс бала үҫтерҙек, матур ғүмер иттек.

Беҙҙең ул осрашыуға күп йылдар үтте, күп һыуҙар аҡты, әммә бөтәһе лә иҫтә һаҡлана. Йыш ҡына, их, әүлиәнең тере сағында ҡәҙерен белмәгәнбеҙ, тигән үкенесле уйҙар күңелде солғап ала. Эйе, хәҙер биш ваҡыт намаҙымды ҡалдырмаҫҡа тырышам, һәр намаҙҙан һуң әүлиәбеҙ рухына аят бағышлайым. Үҙе иҫән саҡта ризалата алмағанға күрә, исмаһам, хәҙер рухы ҡыуанып ҡайтһын, тим!

Автор:
Читайте нас