Үткән йыл финалисы һәм алып барыусы Никита Витко түбәндәгеләрҙе һөйләне:
- Сираттағы дәғүәсе ҡырҡ кешене сабындырып сығарғас, ҡунаҡтар шоу һәм пар критерийҙары буйынса үҙҙәренең балдарын ҡуялар. Шулай уҡ профессиональ судьялар бар. Уларҙың баһалау критерийҙары күберәк. Улар сабындырыу техникаһына һәм башҡа бик күп яҡарына ҡарап баһалайҙар. Бындай ярышҡа әҙерләнеүе бик ҡатмарлы. Ҡайһы бер ярыштарҙа йөҙ кешене сабындырыр кәрәк.Был ярышҡа эләккән барыһы ла лидерҙар, беренсе урынға иң яҡшы итеп әҙерләнеүсе кеше сығасаҡ.
Беҙ ярышта ҡатнашыусыларға көс, ғәйрәт һәм уңыштар теләйбеҙ!