

Бөгөн Хәрби-Диңгеҙ флоты көнө!
Беҙ Баймаҡ районы Юлыҡ ауылынан сыҡҡан моряктар - ағалы-ҡустылы Әҙеһәмовтар хаҡында яҙмаҡсыбыҙ.
Бала саҡтан атайҙары уларҙы эшкә дәртләндереп: “Үәт шәәәп! Военно-морского флота!”, - тип әйтер булған. “Военно-морского флота” тимәк, иң яҡшыһы тигәнде аңлатҡан инде. Хеҙмәт итеү ваҡыты еткәс, улдары бер-бер артлы Хәрби-диңгеҙ фолтына эләгә башлағас, иҫтәренә төшә атайҙарының әйткән һүҙҙәре! Бына бит һүҙ көсө. Ә ул ваҡытта моряктар башҡа һалдаттар кеүек ике йыл түгел, ә өс йыл хеҙмәт итергә тейеш булалар.
Ағайҙары Әҙеһәмов Юлай диңгеҙ флотына эләккәс, ҡайҙарҙа ғына булмай! Владивостокта, Приморье крайында, унан тыш кораблдә бик күп илдәрҙе гиҙеп сыға ул.
Нимәһе ҡыҙыҡ: бер йылдан һуң уның ике туған ҡустыһы Әҙеһәмов Рамил да Приморье крайына хеҙмәт итергә ебәрелә. Ағалы-ҡустылы икәүҙең кораблдәре хатта йәнәш тора. Ике туған хеҙмәт иткән ерҙә осраша, бергә фотоға ла төшә. Бына бит ул ниндәй бәхет!
Өс йылын тултырғас, Юлай Әҙеһәмов ҡайтыу юлына сыға. Тап шул мәлдә уның бер туған ҡустыһы Вилүр Әҙеһәмовты хеҙмәткә алалар. Ике бер туған юлда аймылыш була: береһе 1 июнь китә, икенсеһе 3 июнь ҡайта. Юлайҙы алып килгән "һатып алыусылар", Вилүрҙе Приморье крайына алып китә. Һөҙөмтәлә, ағалы-ҡустылы икәү бер-береһен биш йыл буйы күрмәйҙәр. Вилүр Әҙеһәмов тап ағаһы хеҙмәт иткән ергә, Приморье крайына эләгә. Ағайҙары кеүек үк Вилүр ҙә намыҫлы хеҙмәт итә. Командирҙарынан рәхмәт хаты ла ала.
Әйткәндәй, был егеттәрҙең ағайҙары Рияз Бәхтиев та тап Владивостокта хеҙмәт иткән булған, әлеге ваҡытта уларҙың туғандары Риф Әҙеһәмов та Приморье крайында ил алдындағы бурысын үтәй.
Әлеге ваҡытта ағалы-ҡустылы Әҙеһәмовтар ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп лайыҡлы йәшәйҙәр. Йыл һайын Хәрби-диңгеҙ флоты көнөн байрам итәләр.
Беҙ барлыҡ моряктарыбыҙҙы бөгөнгө байрамдары айҡанлы ҡайнар ҡотлайбыҙ! Уларға оҙон ғүмер,сәләмәтлек, бәхет, иң изге теләктәренең тормошҡа ашыуын теләйбеҙ!