+30 °С
Облачно

Миләүшә Ҡаһарманова. Вахта. Повесть.БЕРЕНСЕ өлөш.

Ҡәҙерле дуҫтар! Миләүшә Ҡаһарманованың "Вахта" повесын бирә башлайбыҙ.  --Алло! – сигнал һуҙып-һуҙып саҡырҙы, тик теге яҡтан алманылар. Былай унда төнгө өс тулып килә инде. Ниса бөгөн.... эйе, сменала. Алырға тейеш! Ары-бире йөрөштөрөп килеп, тағы шылтыратты, унан тағы, тағы... Ҡаны ҡыҙғандан ҡыҙа барған ир хәҙер ҡатынының тауышын ишетмәйсә тыныслана алмаҫын аңлауҙан үҙенә үҙе аптыраны. Был ни хәл бара уның менән? Ни сәбәптән был ҡәҙәр ярһый ул? Телефонын һүндерергә лә инеп ятырға кәрәкте аңлай, әммә... --Дә? – Нисаның тауышы өҙөлөп-өҙөлөп ҡала, -- Алло? Афза...

Миләүшә Ҡаһарманова. Вахта. Повесть.БЕРЕНСЕ өлөш.Миләүшә Ҡаһарманова. Вахта. Повесть.БЕРЕНСЕ өлөш.
Миләүшә Ҡаһарманова. Вахта. Повесть.БЕРЕНСЕ өлөш.

Йоҡо бүлмәһенең ишеген ябып ҡуйһалар ҙа тәмле еҫ үтеп ингән, танауҙы ҡытыҡлап уятты. Искәндәр ҙә мыҙырап ята алмай, тороп бер-икене шатырлатаһынан кирелде лә, кейенә-кейенә түрбашҡа сыҡты. Ләйсән, боролоп ҡарамаһа ла, иренең артына килеп торғанын тойоп, хәбәрен теҙҙе:

--Ваҡбиләштәрҙе поезда ашап ҡуйырға тырышығыҙ, йылыла тиҙ боҙолор. Өҫкә һалынған аҙыҡтар шул иң тәүҙә тотоноуға – онотма.

Ир, духовкала алланған һыйға эйелеп ҡарап алды ла, ҙур усы менән ҡатынының арҡаһынан һөйөп ҡуйҙы:

--Кисәге бешергәндәрең дә етерлек ине. Мәшәҡәтләндең...

--Мәшәҡәт тип, ҡәйнәм әйтмешләй, кармилис бит, -- тип, шарҡылдап көлөп тә алды Ләйсәне, -- Кармилисымды бағыу мәшәҡәт түгел инде.

Искәндәр ҙә йылмайҙы, әсәһен күҙ алдына килтереп баш сайҡап ҡуйҙы хатта. Унан барып йыуынып-рәтләнеп килеп, өҫтәл башына ултырҙы. Ҡатыны өтәләнеп йөрөп табын теҙҙе. Үҙе туҡтауһыҙ һөйләне, иренең эйәк ҡаға-ҡаға тыңлауына ҡәнәғәт булып, уның алдында әле былай, әле тегеләй йүгермәләне. Аҙаҡ, эштәрен тамамлап, сәй яһап алып, йәнәшәһенә ҡунаҡланы. Унда ла һаман сутырланы. Әленән-әле иренең йөҙөнә текәлеп-текәлеп ҡарап алды, йәнәһе, хәбәре нисек тәьҫир итә. Әгәр, ирҙең ҡашы төйөлә бирһә, тиҙ генә икенсе ыҙанға төшөргә икәнде белә һиҙгер ҡатын. Һәр хәлдә кәйефен ҡырырлыҡ һүҙ ысҡындырмаясаҡ.

Ата менән әсәнең сөкөләшеүен бүлеп, “туп-туп” баҫып йүгереп бәләкәстәре килеп сыҡты. Уны күргән ололарҙың йөҙө балҡыны:

--Тайт! Кем торған?

--Улым уянған!

Бала килеп әсәһенең итәгенә һырыла бирҙе лә, унан һөйөлгәс, атаһының алдына менеп ултырҙы. Ир улын түшенә ҡыҫты:

--Мин ҡайтҡансы тағы ла ҙурайып тораһың инде, ивет, улым?

Бәләкәс “эйе” тигәнде белдереп ашығып баш ҡаҡты һәм өс бармағын алға һондо:

--Өҫ була.

Әсәһе элеп алды:

--Эйе, өс була Арысланға. Тиҙерәк үҫеү өсөн нимә ашар кәрәк әле, улым?

Алдына ҡуйылған бутҡаға теләкһеҙерәк ҡараһа ла, ҙурайғыһы килеп,ҡалаҡҡа тотона малай. Уны ата менән әсә көлөмһөрәп күҙәтә. Кинйәләренә мөкиббән китеп ултырғанда, уртансылары – ҡыҙҙары уянып сыҡты. Ул да атаһының иғтибарын бүлеште: арттан килеп яурынына битен терәне. Искәндәр һыңар ҡулын һуҙып балаһының туҙған сәсен һыпырҙы:

--Ялбырбашым бындамы?

Ҡыҙы иркәләп тора бирҙе:

--Бында.

Лилиәгә инде ун ике йәш, тартылып үҫеп, һонторайып киткән. Әлеге бәләкәй булып ҡыланып тороуы ла урынһыҙ һымаҡ. Әммә аталары һирәк эләккән балаларын бындай наҙҙан тыймай әсә. Шулай ҙа иҫкәртеүҙе кәрәк таба:

--Сәсеңде йый ҙа, йыуынып кил. Ағайыңды ла уят.

Бер аҙ ваҡыттан иҫәнәй-иҫәнәй Шамил килә аш бүлмәһенә. Ул инде буйға әсәһен үтеп барған үҫмер. Атаһына оҡшап ҡарасман. Уныһы ғына түгел, бөтөн йөҙ-төҫө лә “һуйған да ҡаплаған”. Искәндәр һымаҡ уҡ артыҡ хәбәр һөйләмәй, бары әсәһенең әйткәндәренә эйәк ҡағып ҡына ултыра.Алдына ҡуйылғанды ла ҡабаланмай ғына ашай. Янына килеп ҡунаҡлаған һеңлеһе иһә бутҡаны ситкә этә, сәйенә һөт өҫтәтә һәм һауыттағы кәнфиттәрҙе һайлап ҡына ҡарап, береһен алдына һала.

Искәндәр балаларын күҙәтә. Һәр береһенең холҡон, ғаиләлә тотҡан урынын белә ул. Шамилы, ана, баш, һәм бигерәк тә ир бала булараҡ, дәрәжә һаҡлай. Атаһының ҡәнәғәт ҡарашын тойоу ҙа етә уға, артыҡ бер ни кәрәкмәй. Ә Лилиәһенең уның йөрәгендә айырым урыны бар һәм ҡыҙыҡай шуның менән файҙалана ла әле. Берҙән-бер ҡыҙының күңелен табыу өсөн тырыша шул Искәндәр ҙә: тел тигеҙҙермәй, һорағанын кире ҡаҡмай.

Арысландары ҡырҡҡа еткәндә бар булған татлы, танһыҡ ҡына бер йыуаныс. Теге икәүһе, нисектер, булырға тейеш һымаҡ итеп ҡабул ителгәнме, әллә йәшерәк булып ҡалғандармы, өсөнсөһөн бер мөғжизә һымаҡ итеп көттө итте ир. Ҡатыны “ауырлымын” тип шылтыратҡанда ла, ышанмай көлөп кенә ҡуйғайны: “шулайҙыр шул...” Ысынды әйткән булып сыҡты һәм әйткән генә түгел, табырға дәртләнеп тора.

--Һин “башҡаса тапмайым, ике бәләкәй бала менән бер үҙем булдым, саҡ ҡулдан ысҡындылар” тип илай инең дә инде, -- тигән булды, ахырҙа, ҡатынының ниәтен самалап.

--Улары онотолған инде... Бәпәй һөйгө килә. Бына, хатта, имеҙге килеп түштәр сымырып китә, -- ти, Ләйсән, иренең күңелен ҡытыҡлап.

--Һин теләгәс табабыҙ инде, бисәкәй.

Шулай тыныс ҡына килешһә лә, бәхетенән ҡанаттар үҫеп сыҡҡандай булды. Ҡайтыр мәлен көнләп һанап көттө һәм ял алдынан отпускыға ғариза яҙып, иптәштәренә ишетелерлек итеп ҡысҡырып әйтте:

--Өйҙә ярҙам кәрәк. Кәләш йөклө... ауыр күтәреп фәлән ҡуймаһын.

Ҡулына алды ла, әсир булды ла бәләкәсенә, еҫкәп, һөйөп туйманы. Нисектер бығаса артыҡ һиҙмәгән, әллә иғтибар итмәгән көслө бәйләнеш тойҙо ул шунда ғаиләһенә. Ҡатынына ла тәү күргәндәй һоҡланып ҡараны. Үҫкән балалары ла үтә ғәзиз һымаҡ ине. Бығаса насар атай булмаһа ла, ысын атайлыҡ тойғолары асылыуы ошо ине шикелле.

--Йә, һуҙылмайыҡ... Балларыңа наказдарыңды әйт, штобы һуңынан миңә “атай улай тимәне” тип тормаһындар, -- тип, уйҙарынан арындырып ебәрҙе уны ҡатыны.

Балалар өсөһө бер юлы уға текәлде.

--Ә-ә... ярай, -- тип һуҙҙы ир, унан тамағын ҡырып алып, өлкәненән башланы:

--Иң беренсе сиратта - уҡыуың. Спорт буйынса ниндәй яҡтарға баҫым яһарға икәнде әйттем. Хәрби училищеға тип дәртләнгәс, маҡсатҡа ярашлы эшлә. Унан өйҙәге газ, свет кеүек нәмәләрҙе ҡарайһың, бер-бер нәмә һиҙһәң, беләһең ҡайҙа-кемгә мөрәжәғәт итергә. Ҡар һалдырма, көрәп тор, ана, баҡса яғына һал. Этте кис ысҡындырып йөрөтөргә онотма. Машинаны ваҡыты-ваҡыты менән тоҡандырып ултыртып ал, тик бик һаҡ – беләһең, ивет?

Улы һәр әйткәненә баш ҡаға. Ул был йомоштарҙы беренсе тапҡыр ғына ишетмәй һәм үтәмәй инде. Бары тик йылдар үткән һайын улар ҙа үҙгәрә генә бара.

Лилиәгә ҡушылғаны дөйөм генә була:

--Әсәйеңде тыңла. Матур йөрө.

Ҡыҙы уйнап честь бирә:

--Есть, товарищ капитан!

Уға эйәреп бәләкәй Арыслан да шулайта:

--Еҫ-ыт, тавалиҫ капитан!

Барыһы көлөп ебәрә.

--Ә һин, айыу балаһы, үҫеп, ҙурайып тор, йәме?

--Ялай! – тип ҡулдарын өҫкә һуҙып үрелә улы, -- Оҫолай ҙулаям.

Шул ваҡыт тышта машина сигнал бирҙе. Ләйсән һикереп торҙо:

--Әһә! Килде...

Ғаилә күтәренке кәйефтә атайларын оҙатыуға ҡуҙғалды. Бәләкәсе ҡулында, өлкәне уның юл сумкаһын аҫып, ҡатыны менән ҡыҙы эйәреп сыҡты. Ҡапҡа төбөндә Ислам, ғәҙәтенсә, Арысланын үргә сөйөп төшөрҙө, олоһона ҡул биреп яурынын ҡаҡты, килеп һарыған ҡыҙын бер яҡ ҡуйынына ҡыҫты ла, икенсе беләген ҡатыны иңенә һалып, тарта биреп маңлайынан үпте:

--Йә... иҫән тороғоҙ.

--Атай, пока!

--Шылтырат! Иҫән-һау...

Урам сатындағы боролошта юғалыр алдынан ҡайырылып ҡарай һәм тегеләренең һаман шулай өйкөлөшөп ҡул болғап торғандарын күрә. Ирҙең ирене генә ҡыбырлай:

--Ҡәҙерлеләрем минең... Әйләнеп ҡайтырға яҙһын...

 

***

Шул уҡ көндәрҙә икенсе райондың бер ҡасабаһындағы Айратҡа ла юлға. Аҙна-ун көн эсеп ятҡас, ваҡыт иҫәбен юғалтып ташлаған. Һуңғы мәл әсәһе килеп әрләпкитте:

--Тор, әйҙә, тор! Айныҡ инде... Китер мәлең етте. Бар, ана, симьяңды алып ҡайт. Ул ниндәй бөтмәҫ эскелер ул, аптырайым? Ниндәй туймаған тамаҡ, тиген? Ул ниндәй ҡайғы булдың был, ниндәй ҡайғы?..

Башынан аша бөркәнеп ятҡан ир юрған аша мөңгөрләй:

--Ярай, әсәй... Торормон... Йә – бар...бар...

--Барырмын. Китеп тә барырмын... Әсәм әйткәйне, мин ишетмәгәйнем, тиәрең... Әсәмә баш күтәреп ҡарамай ҙа ятып ҡалдым, тиәрһң...

Айрат, ахырҙа, юрғанын асып ташлай, “ух”ылдап тороп ултыра. Улының еткән сәсенә, һаҡал-мыйыҡ баҫҡан, шешенгән йөҙөнә һирпелеп ҡарау менән әсәһе түгелеп илап та ебәрә:

--Ҡалайтып эшлектән сығып ята... Үҙен үҙе бөтөрөп...

--Етәр инде, әсәй... Һин генә өҫтәлмәһәң. И так киленең көнөнә бер килеп талап тора.

--Ул киленгә Хоҙай түҙем бирһен! Талау түгел нимешләтһәң дә аҙ һине. Зар булдың бит! Ҡартайған көнөмдә бер зар булдың, йә инде!..

Айрат бөршәйеп, яланғас аяҡтарына ҡарап ултырыуын белә. Әсәһе өй буйлап бер урап үтеп, емерелгән-ҡолағанды барлап, ҡабат алдына килеп баҫты:

--Шағараҡ ҡороп ятыуыңа ун ике көн бөгөн, ял аръяғында юлға үҙеңә. Сығып мунса яҡ. Кеше рәтенә ин аҙыраҡ. Анан... килен менән ярашмайса китмә. Бар ҡәйнәңдәргә, нимә тиһәң дә тиген – апҡайт балларҙы.

Шулай тигәндән һуң, нисек шым ғына килеп ингән булһа, шулай тауыш-тынһыҙ сығып та китте әсәһе. Ишекте асып-япҡаны ла ишетелмәне.

Айраттың йөрәген бесәйҙәр таланы. Үкенеү ҙә, асыу ҙа, сараһыҙлыҡ та бер юлы быуып, хәлен алды. Етмәһә, башы сатнай. Тик инде эскене лә, шешәләштәрҙе лә күрге лә килмәй. Үҙенән үҙе ғарыҡ булған.

Ир бысраҡ иҙән буйлап ялан аяҡ үтеп, плитәләге сәйнүктең һыуынған ҡара сәйен күтәреп эсте. Бер аҙ тамағы сыланғас, урамға сығырҙай кейемдәрен эҙләп кейҙе. Тышта ҡыштың салт аяҙ, ап-аҡ ҡарҙа ҡояш нурҙары сағылған селлә мәле. Көрәлмәй өҫтө ҡатҡан көрттә бата-сума барып, гараж ҡырына һөйәлгән ағас көрәкте эҙләп тапты. Һалмаҡ ҡына һелтәп юл яра башланы. Оҙаҡ эсеүҙән ағыуланған тән башта ҡалтыранып, беләктәренең көсө етмәйерәк тороп, уҡшытып ыҙалатты. Туҡтай-туҡтай, ахылдай-ухылдай урам ҡапҡаһына, унан мунсаға барып етерлек һуҡмаҡ йырҙы. Был эшен тамамлағас, тәмәке һурып тороп алды ла, электр ҡоҙоғон тоҡандырып, мунсаға һыу ташыны. Тирләп төштө, эйелеп биҙрәләрҙе күтәргәндә башы әйләнеп-әйләнеп китте. Шулай ҙа был мәшәҡәтен дә ослап, ут ҡабыҙҙы. Ҡоро ҡайын төтөнө тәмле булып урамға таралды. Гөрөлдәп һөйрәп киткән мейес тауышынан да, үҙенең, ниһайәт, айныға һәм донъяға тотоноп китә алыуын аңлауҙан, күпмелер кәйефе лә күтәрелде. Бына бит... йәшәргә була...

Өйгә инеп емерелгән ике ултырғысты, онталып сәселгән һауыт-һаба ярсыҡтарынйыйып алып, ҡыйға ташланы. Ярай әле, ҡатынының башы етеп, балаларҙың бүлмәләрен бикләп китә. Уларҙы асып инеүсе булмаған, йоҙаҡтары ла, ишектәре лә имен. Үҙҙәренең йоҡо бүлмәһе менән зал һәм аш бүлмәһе ат һарайы һымаҡ булып тапалған инде. Ҡарҙан артыҡ бысраҡ инмәһә лә, аш-һыу түгелеп, болартылып бөтөлгән. Ир ҡулының оҫталығы еткән тиклем йыйыштырыға, таҙартырға тырышты, әммә аҙнанан ашыу йыйын ирҙәр, әсәһе әйтмешләй “эсеп-тысып” ятҡан өйгә, әсе еҫ һеңеп өлгөргәйне һәм бында шыҡһыҙлыҡтың иң яманы ла ошо ине, шикелле.

Мунсанан алынған йылы һыу менән иҙән урталарын, ҡоҫолған урындарҙы йыуып сыҡты. Артабан һурпа ҡуяйым тип келәткә барып төртөлгәйне, уныһы ла бикле булып, асҡысын таба алманы. Ҡалдырмағандыр ҡатыны, тигән уйға килде. Ахырҙа, һыуытҡыс туңдырғысынан ҡорот алып, шуна ҡайнар һыуҙа иҙеп, аҙыраҡ май һәм борос һалып күтәрҙе. Эҫе шыйыҡсанан ашҡаҙаны аҙыраҡ бәүелтеп-бәүелтеп торҙо ла, үткәреп ебәреп, тәненә йылы йүгертте. Мейеһе көсөргәнеш менән аҫтан килгән сигналдарҙы ҡабул итергә маташты...

 

Ҡәйнәһенең йортона инмәне ир, урамында, тәҙрә тәңгәлендәрәк тапанып тора бирҙе. Кереп әйтер һүҙе лә, ҡарт ҡәйнәһенең йөҙөнә ҡарар көсө лә юҡ уның. Ә инде ошолайтып килеп етеүен көтә-көтә көтөк булған ғаиләһе, иртәнсәктән уның килерен белеп, кейем-сумкаларын төйнәп, әҙер генә ултырған, күрәһең, килеп тә сыҡтылар. Бер-бер артлы булып үҫеп килгән ике ҡыҙ аталарының эргәһенән тауыш-тынһыҙ үтеп өйгә елдерҙе. Өләсәй булһа ла, кеше йортонда кемгә рәхәт тиң? Ҡатыны дәү сумкаһын балалар санаһына тейәп, иренә екерә биреп өндәште:

--Ал! Нимә ҡарап тораһың?

Айрат өтәләнеп килеп сана ебен ҡабул итте һәм Гөлмираның йәнәшәһенән өлгөрөргә тырышып ашыҡты. Үпкәһе йөҙөнә сыҡҡан ҡатын, алдына текә ҡарап, атлап китте.

Ҡайтып еткәс балалар бүлмәләренә инеп сумды, улар үҙ биләмәләрен һағынып өлгөргән һәм, икенсенән, хәҙер атайҙарына яҡшы ғына эләгерен дә беләләр. Шул ғауғаға шәһит булмау өсөн дә йәшенәләр.

Гөлмира башта өйҙә нимә бар-нимә юғын барланы. Ҡыҙғандан ҡыҙа барҙы:

--Сервизымды онтағандар!.. Ҡорғанды һөйрәп төшөргәндәр... Клеенканы ҡалайтып өтөп бөткәндәр...  Ҡулдары ҡороғорҙар! Йөҙҙәре йөҙтүбән киткер алкаштар!

Йоҡо бүлмәһенә инеп түшәк-юрған тыштарын һыҙырып һелтәй:

--Мә! Апсығып утҡа тыҡ! Йә, нишләп ошо эскеселәр дөмөгөп кенә бөтмәй икән? Ашап-эсеп, түшәк бысратып ятыуҙарын әйт әле!

Айрат ауыҙына йөҙөк ҡапҡан һымаҡ шымып, бесәйҙән йомшаҡ баҫып йөрөй. Ҡатыны нимә ҡушһа ла йүгереп китә. Үкенә, әлбиттә, үкенә! Тик – һуң. Ҡылыры ҡылынған, эсере эселгән һәм әле, йәлләт балтаһы Гөлмира ҡулында, нисек теләй шулай язалай.

Нисек кенә йәне көйһә лә, үс алырға теләһә лә, ҡатыны ла арыған, йонсоған, уның да яһилланып талашыр дәрте лә, теләге лә юҡ. Бығаса һеңдерә алмағанын бер көндә генә төшөндөрмәҫен дә, хатта ҡарлыҡҡансы ҡысҡырһа ла бер нәмә лә үҙгәрмәҫен белә. Келәтте асып, һурпалыҡ ит алып бешерергә ҡуя. Ярай әле Айрат, эсеп ятҡанда ла, бик һалынған урындарға, йоҙаҡлы ерҙәргә емереп кермәй. Ярылған-ватылғандарҙың да уның ҡулынан түгеллеген белә ҡатын, тик был ғына уны аҡламай. Һәм Гөлмираның рәнйешен дә, үпкәһен дә, асыуын да баҫмай.

Төшкө ашты һүҙһеҙ генә ултырып ашанылар. Аралағы көсөргәнешлек әле йомшармаһа ла, имшей төшкәйне. Был ҡатынының телендә лә сағылды:

--Туйынып алығыҙ ҙа, йәһәт кенә өйҙө таҙалап сығайыҡ, мунсанан һуң йыйнаҡҡа инеп ятайыҡ.

Былар балаларға ҡарап әйтелһә лә, Айраттың да күңеленә май булып төшә. Ул ялыныслы тоғро ҡарашын ҡатынының нуры һүнеп киткән күҙҙәренә төбәп-төбәп ала. Әммә тегеһе күрмәмешкә һалыша.

Иртәгеһен ғаилә башлығын юлға оҙаталар. Берәү ҙә уның муйынына аҫылынмай, ҡуйынына һарылмай. Ҡыҙҙары әсәләрен ике яҡлап ишек төбөнә килеп баҫалар баҫыуын, әммә артыҡ ихлас түгелдәр. Уларҙың күҙ алдынан аталарының иҫерек йөҙө һәм йәмһеҙ ҡыланыштары китмәгән әле. Ә яман һүҙҙәре ҡатынының йөрәгендә таш булып ята. Шулай ҙа, тәртибен үтәп, әҙерләп оҙаталар. Өйҙән, ишек төбөнән генә. Үкенес ғазабында өҙгөләнгән ир шуға ла риза. Был үпкәле ҡараштар аҫтында оҙаҡ тора алмайғандан, йәһәт хушлашып сығып китә һала. Уйландырыр, өҙгөләр юл  - оҙон...

 

***

Афзал менән Ниса ҡунаҡ йортонан сыҡҡас та талашып китте.

--Бир телефоныңды! Бир! – тип, ҡатынының кеҫәһенә тығылды ир. Тегеһе уның ҡулын этеп ебәрҙе:

--Минең телефонда нимә бар? Һинең шәхси нәмәләреңә тығылмайым бит.

Тик Афзал ҡуйманы, ҡараңғы урам уртаһында этешеп-төртөшөп булһа ла, Нисаның телефонын талап алды һәм шылтыратыуҙарын ҡарай башланы. Үҙе туҡтауһыҙ һорауҙар яуҙырҙы:

--Был кемдең номеры? Ә?! Кемдеке тейем?

--“Коллега Виктор” тип яҙылған бит.

--Коллегаң нишләп һиңә киске унда шылтырата?

--Иртәнсәк дежурствоһын алмаштырырға һорай. Мин дә бит кәрәк булғанда шулай итәм. Офис түгел дә һаң, больница! Тәүлек әйләнәһенә эшләйбеҙ.

Тик ҡыҙған ир аңларлыҡ түгел:

--Нимәгә тап һинән һорай? Башҡалар бөткәнме? Нимә, мин киткәнсе түҙеп тора алмаймы һөйәрең?

--Алйыма, давай! – Ниса уның ҡулындағы телефонын тартып алып, алдан атлап китә. Афзал шул тороп ҡалған урынында тапана бирә лә, тәмәке тоҡандырып ҡатыны артынан ыңғайлай.

Был ялының башынан аҙағынаса тиклем талашты йәш ғаилә. Йәш тип... утыҙға баҫалар инде быйыл икеһе лә. Балалары булмағас, аяҡ-ҡул бәйләнмәгәс, йәштәр һымаҡ тик йөрөйҙәр. Афзал өсөнсө йыл вахтала, Ниса медколледждан һуң дауаханаға урынлашҡан булһа, шунда тамыр йәйҙе. Оҙаҡ ҡына дуҫлашып, бер-береһен белеп бөтөп тигәндәй өйләнешкәйнеләр. Ипотекаға фатир алдылар, ауырлыҡһыҙ ғына түләп киләләр. Машиналары ла бар, йәшәүҙәре лә иркен. Барыһы ла яҡшы һымаҡ ине...ирҙең күңеленә ҡорт төшкәнгә тиклем. Үткән ҡайтҡанында бер ағай тейеш кешеһе, аҙыраҡ һуҡмышлап алғас, әйтеп һалмаһынмы:

--Киленде икенсе тапҡыр бер ҡыҙыл машинала күрәм. Был ҡусты машина алыштырҙымы икән,тип, ҡарайым – түгел. Рүлдә олораҡ берәү, мыйыҡлы. Шик төштө әле... Ҡара уны... Кем әйтмешләй: аҫтыңдағы атыңа ышанма, ҡуйыныңдағы ҡатыныңа ышанма. Урысса әйткәндә: доверяй, но проверяй.

Башта телсән ағайға асыуы килде Афзалдың. Ултыра шунда, ҡарт баш, алкаш, кеше араһын бутап! Үҙенең ни ғаиләһе, ни торор урыны юҡ, һаман әсәһенә өйҙәш булып, шуның бер пенсияһына көс һалғанында эше ни?“Ҡыҙыл машина” имеш! Аҙмы ҡалала ҡыҙыл машиналар? Бәлки ул таксилыр? Бәлки...

--Эштәге бер медсестра ҡыҙыҡай. Беҙҙең яҡта йәшәй, ҡай саҡ ултырып ҡайтам, -- тип тиҙ генә аныҡлыҡ индерҙе уның был хәбәренә Нисаһы. Бына бит! Уның нимәһе... Тик, “рүлдә мыйыҡлы ир” ине түгелме һуң?

--Точно ҡатын-ҡыҙ инеме?

Иренең һаман ныҡышып дөрөҫләп тороуынан ҡатынының ҡаштары өҫкә һикерҙе, күҙҙәре хәйләкәр ҡыҫылды:

--Көнләшәһең?

--Юҡсы! Белгем килә.

--Көнләшәһең! – тип уға яҡын килеп үк төбәлә Ниса. Күренеп тора, үтә лә ҡәнәғәт, хатта бәхетле әллә?

--Ну, аҙыраҡ көнләшәм инде. Ҡатыныңды көнләшеү - сөннәт, белгең килһә, -- тип уның биленән ала Афзал. Ҡатыны уның һынсыл ҡарашы аҫтында, ҡаты ҡулдары ҡоршауында иреп төшә лә, аҡ йомшаҡ беләктәрен муйынына уралта. Йоморо күкрәктәре ирҙең түшен тишеп алып бара. Ирендәр ҡушыла. Ир менән ҡатын киң түшәккә ауып, ләззәт донъяһына сума.

Нисек кенә аралары ҡайнар булғанда ла, Афзалдың йөрәгенә шик орлоғо төшөп ята. Һәм ул орлоҡ шыта, тамырлана һәм үҫенте ебәрә. Ир ҡатынының ҡылыҡтарында, ғәҙәттәрендә, һөйләшеүендә, кейенеүендә һәм тағы ла әллә күпме башҡа нәмәләрендә лә бәйләнер сәбәптәр күрә башлай. Әйтерһең, уның күҙе асылып киткән. Бығаса һуҡыр һәм һаңғырау булғанмы әллә?

--Теге медсестра мин булғанда берҙә алып килмәнеме? – тип ҡуйҙы, ярты ай һағалағас.

--Дежурстолар тура килмәй. Ә ниңә?

--Былай... ҡыҙыҡ бит.

Ҡатыны өндәшмәй. Ирҙең иһә тағы ла ҡыҙыҡһыныр нәмәләре бар.

--Телефоныңда ҡасандан алып код тора ул? Нимә йәшерәһең? Кемдән?

Нисаның ҡаштары һынды:

--Эштә телефондар бер урында ятып ҡала. Кеше-фәлән теймәһен өсөн ҡуйҙым пароль.

Вахтаға барғас инде... эсенә бер шайтан инеп ултырҙы, тиәрһең.

--Нишләп алмайһың? Ҡайтҡаныңа ике сәғәт! Нимә менән мәшғүл булдың? – тип ярһыны, беренсе һөйләшеүҙә үк.

--Тауышһыҙҙа торған... Ваннала яттым, -- тип аҡланғанға ғына ышана алманы.

--Әйҙә, видео аша.

Экранда башына таҫтамал уралған ҡатынының тәүлектән ҡайтҡан арыған йөҙөн, йоҡоло күҙҙәрен күреүгә генә аҙыраҡ ене баҫыла, әммә унда ла тыныслана алмай:

--Бәлки свиданиенан ҡайтып тораңдыр?

Нисаның да түҙеме һына:

--Слушай... һин бөтөн сиктәрҙе сыҡтың, әй! – ти ҙә, телефонды ташлай. Телен тешләй Афзал, тик инде һуң. Ысынлап артығын ебәрә башланы түгелме? Аҡылы менән аңлай, әммә был эске ҡотҡонан нисек ҡотолорға? Етмәһә, вагонкала йәшәгән ир-егеттәр ятҡан һайын бер ҡурҡыныс әкиәт һөйләгәндәй, ҡатын-ҡыҙ мутлығы хаҡында бәйән итә. Уларҙың һүҙенә ҡарағанда, иң тоғро ҡатындың да ваҡыты-ваҡыты менән әйләндереп осаһына тибеп алырға кәрәк. Йәнәһе, уларҙың барыһы ла бер килеп хыянат итә, уларҙың барыһы ла алдай, хәйләләшә һәм аҡса өсөн йәндәрен бирә. Шәп ирҙәр йомшаҡ һүҙ һәм бүләктәр менән әллә ниндәй ташҡурсаҡтарҙы ла әүрәтеп алғандар,уҫал бисәләрҙе лә йыуашайтҡандар, баш бирмәҫтәйҙәрҙе лә ҡороҡлағандар һәм башҡалар...

Киләһе һөйләшеүҙә Нисаһын рәнйетмәҫкә тырышып башлай:

--Эштә нисек? Арытмаймы? Ялыңда ҡайҙа барҙың?

--Был айҙа сменаларым аҙыраҡ, дежурствам да юҡ тигәндәй. Ялда ауылға барып киләйем тигәнем.

--Ауылға нимә менән бараһың?

--Машина табып...

--Ниндәй машина? Ҡыҙыл что ли?

--Нишләп ҡыҙыл?

--Һин ултырып йөрөгән ҡыҙыл! Кем ул ҡыҙыл машинала? Медесестра тип алдама! Рүлдә ир булған – беләм!!

Китте. Бөттө. Ысҡынды. Ахырҙа ҡатыны тағы трубканы ташланы. Афзал, ярһыуына сыҙай алмай, ҡабат-ҡабат шылтыратты, тик теге яҡ алманы. Тамам сығырынан сыҡҡан ир телефонын онтай һуғып ҡуйҙы.

 

Вахтаһын саҡ тултырып ҡайтты. Был ялына уның ныҡлы ниәте бар ине. Тәүге кис үк әйтте ҡатынына: бала кәрәк. Ниса аҙ ғына уйлана бирҙе лә, иренең ҡарашында үҙгәрештәр һиҙелә башлау менән әйтеп ҡалырға ашыҡты:

--Афзал, йәнем, ипотеканы ҡаплап ҡуйғас, тип килешкәйнек тә һуң. Тағы ике йыл тирәһе инде.

--Уны мин түләйем бит. Һиңә ниндәй зыяны?

--Декретта ултырһам тотошлайы менән һинең эш хаҡына ҡарап ҡаласаҡбыҙ.

--Үлмәҫбеҙ. Так что... иртәгә үк табипҡа бараһың – и все.

Тик ҡатыны ул әйткәнсә генә күренеүгә барып килә алманы, ниндәйҙер сәбәптәре сыҡты, унан тағы нимәләрҙер булды, йә үсегештеләр, йә талаштылар һәм инде ай тулғанда ла был мәсьәлә хәл ителмәгәйне.

...Ҡунаҡтан һүҙгә килешеп... хатта ки һуғыша яҙып ҡайттылар ҙа, өйҙә һаман баҫыла алманылар.

--Хыянат итеп йөрөр булһаң – әйт! Миңә уйнаш бисә кәрәкмәй! Кисерер тип уйлама! – тип ҡысҡырҙы Афзал ҡыҙарып-бүртенеп.

--Уйнаш бисәне күргәнең юҡ әле һинең! Ундайҙар йөрөй ҙә, иренән дә бау ишеп йәшәй. Мин бында түләүҙәрҙе йәһәтерәк ябайыҡ тип смена өҫтөнә смена алып... һинең алдыңда туҡтауһыҙ аҡланып... – ҡатыны йәштәренә быуылды. Ҡыйын булып китте Афзалға. Уның бит әле, был йәшәүҙәрендә, Нисаһын илатҡаны юҡ. Һәр хәлдә былайтып, күрәләтә аҡырып-баҡырып йәки ғәйеп тағып түгел. Иренең ҡаушап ҡалғанын аңғарған ҡатын да ҡыйыуланды, танауы төбөндә йоҡо бүлмәһенең ишеген “шап” япты:

--Айырылам! Йәшәмәйем һинең менән...

Бына хәҙер вахтаға ауыр уйҙар менән юллана. Бер яҡтан, көнләшеүе быуып алып бара, икенсе яҡтан – ҡатыны йәл. Ниса бер ни булмаған кеүек вокзалға тиклем килеп оҙатып ҡалды ҡалыуын... Һәр ваҡыттағыса, кондуктор иҫкәртеү яһағанға тиклем, һурып-һурып үбештеләр... Тик Афзалға былар барыһы ла хәҙер икенсе, яһалма, уны әүрәтеү өсөн генә ҡыланыла һымаҡ булып тик торҙо. Көндән-көн ағыулана барған йәнен ҡайҙа ҡуйырға белмәне йәш ир.

 

***

Камил китергә аҡса эҙләй. Әсәһенә белдермәй генә. Үҙенә бүлеп ҡалдырғанын тағы самаһыҙ туҙҙырып ташланы. Анау ҡалалағы ҡатынға барып юлығып ҡына аҙыраҡ хаталанды ул. Ярай, уныһына ла үкенмәй. Аҡсаһы китһә китте, рәхәтен дә күрҙе. Бик тә иркә, наҙлыҡай ғына булып сыҡты үҙе. Мәрйә – мәрйә инде, оялмай тартынмай, арҡырыланмай. Кәрәк нәмәһен тура әйтеп һорай, оҡшамағанын да белдерә ала, нимә теләгәнен дә беләһең. Хет бөгөндән өйлән шуға. Тик... улай була алмаҫын да аңлай Камил, шуға ла артыҡҡа өмөт итмәй. Беренсенән, ҡарт әсәһе төпсөк улының мәрйә алыуына ҡаршы буласаҡ. Икенсенән, ул ҡатынға ир кәрәк кеүек түгел. Һәр хәлдә оҙайлы тормошҡа. Ярай, уныһы... аҡса табырға кәрәк. Иртәгә – юлға!

Туғандарын барлап сыҡты телефондан. Берәйһендә булһасы? Әллә халыҡ ысынлап хәйерсе, әллә уға бирмәйҙәр? Ә ул, дүрәк, уңға-һулға тарата аҡсаһын ҡайтҡас та. Әсәһе “шуға кәрәк, быға кәрәк” тип һыпырып алып өлгөрмәһә – бөттө. Ул бурысҡа тип алғандарының да иҫәбен алып барған әҙәм юҡ. Исмаһам, шул бурыслылар аҙыраҡ ҡуҙғалһа булмаймы икән? Дә-ә... Башҡаса улай аҡса таратыу юҡ! Биш йыл рәттән ялдары аҙағында шулай әсенеп уйлай ул Камил. Тик вахтанан байып ҡайта ла онота туҡран тәүбәһен. Һырып алған дуҫтарын һыйлай, уларҙың ҡатындарына бурысҡа бирә, балаларына бүләктәр яһай. Унан бәйләнеш тотҡан ҡатын-ҡыҙҙары буйлап йөрөп сыға. Ашарға-эсергә-ятырға – бөтәһенә лә аҡса кәрәк. Түләүһеҙ бер ерҙә лә ҡабул итмәйҙәр. Элекке әхирәте кейәүгә сығып киткән икән – ҡайғырмай артыҡ, яңылары менән таныша. Интернет бар ҙа инде, унда бер кискә лә, ике төнгә лә, оҙайлы мөнәсәбәттәргә лә ҡыҙҙар бар. Кемдәргәлер һөйәркә булып ҡына барып китә. Ҡайһылары менән аҙыраҡ йәшәп ҡарай. Унан бер ниндәй яуаплылыҡһыҙ ғына сығып китә лә, тағы кемдәрҙелер осрата. Шулай буталанып йөрөп арып-ялҡып бөткәндә, алай ҙа ғына, вахтаға мәл килеп етә лә... тағы юлға аҡса кәрәк була... ҡәһәр һуҡҡыр...

--Киләһе ҡайтҡаныңда аҡсаңдың бер өлөшөн миңә индереп һалаһың, -- ти, йөҙөнсө тапҡырҙыр инде, апаһы.

--Ярай-ярай, -- тип, меңенсе тапҡырҙыр инде, йәһәт кенә килешә Камил уның менән.

--Йола яһап алдың, аҡса һора ла йөрө, имеш.

--Аванстан уҡ һалам, апай.

--Һалырыңды беләм дә... Үҙеңә оҡшаймы һуң шулайтып йәшәү? Эйәһеҙ мал һымаҡһың, бына, ысын.

--Все, апай, бөттө – туҡтатам. Киләһе ҡайтыуға миңә берәй һәйбәт ҡыҙ ҡарап ҡуй, һин кемгә тиһең, шуға өйләнәм.

--Өйләнерең инде! Нисә ҡыҙ димләнем? Танышыуға ла барып етмәйең, һиңә ни, ҡуша эсеп-ҡайнап йөрөгән нәмәләр кәрәк тә һаң.

Артабан шымып ҡына тыңлап тора егет, телефонын ситкәрәк шылдырып та ала, апаһы эсендәгеһен сығарып бөтмәйенсә ҡуймаҫ – белә. Ә уға ҡаршылашыу йәки ризаһыҙлыҡ белдереү әле урынһыҙ, аҡса кәрәк.

--...әсәйҙе уйлар инең...

--Ярай, апай, ярай. Рәхмәт һиңә, апай, рәхмәт...

--Хәҙер күсерәм...

Ниһайәт, йыйынып, төйнәнеп бөтә. Ҡарт әсәһе үҙенсә:

--Девет ойоғоңдо сисмә... Тамағыңа ашап йөрө инде... Буйызда сумкаңды һаҡла... Эсмә, матри, малай, эсеүеңде ҡуй... Ҡана, ултыр әле, юл доғаһын ҡылайым...

Камил ундағы иптәштәрен, серҙәштәрен, тиңдәштәрен, ағайҙарын, һөйәркәләрен һәм эшен һағынып, ашҡынып юлға сыға.

 

***

Кәйефһеҙ килде был вахтаға Афзал. Нисаһы менән йылы хушлашып ултырып китһә лә, ҡатыны күҙҙән юғалыу менән әллә ҡайҙан күңел төпкөлөнән урғылып ҡалҡҡан асыуы яйлап бөтөн булмашын баҫып алды. Поезда ла юлдаштары менән һөйләшмәне. Эргәлә таныш егеттәре өйҙән тейәгән күстәнәстәрен сығарып, уртаға бер ярты ҡуйып табын ҡорҙо. Күңелле хәбәрҙәр, көлөшөүҙәр китте. Афзал, бығаса эсеп бармаһа ла, аралашыуға әүәҫ ине лә, әле өҫкө һәндерәнән бер генә баш һоноп ҡарап ҡуйҙы ла, салҡан ятыуын белде. Ике күҙе телефонында булды. Кәләшенең интернеттамы-юҡмы икәнлеген күҙәтте. Ирен оҙатҡас та кем менәндер яҙыша башлағандыр йәки осрашыуға килешеп тә торалыр һымаҡ булды ла торҙо. Юлда бәйләнеш насар икәнлеген белһә лә, ҡат-ҡат шылтыратты ла, яуап ала алмағанына тағы нығыраҡ көйҙө.

Эш ауыр. Ун икешәр сәғәткә шахтаға төшәләр. Ҡул перфораторы менән дә, махсус быраулау машиналарында ла ҡаҙалар каналдарҙы. Ҡолаҡтарҙа тығын, башта каска, биттә маска, өҫтә ауыр брезент костюм. Аяҡтар тәүлек буйына ҡалын резина итектәр эсендә быға. Аҫта йылы булмаһа ла, һауа баҫымы түбән булып, бышлыҡтыра. Ҡайһы урындарҙа кислород бөтөнләй ҡыҫылып китһә, вентилялорҙарҙы эшләтеп ебәрәләр. Аҙыраҡ еңеләйеп ҡала, әммә был барыбер ҙә ер өҫтөндәге һауа түгел. Смена аҙағына күкрәк сәнсә, күҙ алмалары ағып сығып килгәндәй була. Әҙәм организмы көн йәки төн оҙоно бөтөн ресурстарын да һығып сығарып тигәндәй тотоноп, һуңғы көсө менән тигәндәй, яҡты донъяға килеп сыға. Лифт буҫағаһын ашатлағас та һалҡын һауаны тәрән итеп һулап ебәрәһең, үпкәләр ярыла яҙып бөтә көсөнә эшләп китә.

Арыған, талсыҡҡан ирҙәр колоннаһына килеп ҡушыла Афзалдар бригадаһы ла, ағым менән барып сисенеү, йыуыныу бүлмәләренә таралалар. Өҫ-баштар алмашынып, ашханаға ла шул бер көтөү менән китәләр. Юлда икенсе сменаның егеттәре осрап күрешеп, һөйләшеп торалар, кемдәрелер тәмәке тоҡандыра. Афзал тартмай, эсмәй ҙә тиәрлек, берәй бик мөһим сәбәп кенә булып ныҡ ҡыҫтамаһалар.

Ашханала ла сират. Ирҙәр артыҡ шауламай ғына гөрөлдәшеп гәпләшә. Арыуҙары еткән, күҙҙәре йомолошоп бара. Күптәр һыра йә бер нисә кешегә бер аҡбаш ала. Һыныҡ яҙып ятып йоҡлауға инде. Афзал бирелгән порция аҙыҡтарын батмусына теҙгән арала, уға прилавка артындағы ҡатын һүҙ ҡуша:

--Хәлдәр нисек?

Соня - был. Сания шикелле татарсаһы. Бындағы ҡырҡ милләткә әйтеүе еңел булһын тип шулай Соняға әйләнеп алған. Үткен ҡатын, сибәр. Афзалға күҙ ҡыҫҡылай ул. Шаяртырға ла ярата.

--Арыу ғына.

--Артыҡ арыуға оҡшамаған хәлең. Ҡоларға тораһың кеүек, -- йәшкелт күҙҙәре ҡаш аҫтынан көлөп ҡарай.

Афзал йыуаш йылмая:

--Бар аҙыраҡ.

--Бына берәй шешә һыра эс. Әсәңдең ҡарынындағылай ғына булып ойоп китәрһең.

--Рәхмәт, былай ҙа йоҡлармын ул.

--Ал, мин һыйлайым! – ҡатын ҡуйырҙан ҡуймай ныҡыша.

--Юҡ, -- ир әҙәпле генә итеп баш тарта ла, батмусын тотоп залға атлай. Төпкәрәк үтеп, эсмәй торғандарҙың бер өҫтәленә килә:

--Мөмкинме, егеттәр?

Дин тотҡан ир-ат шулай айырым ултырып ашай, бында ундай бүленеш тә, сикләү ҙә юҡ, әммә алкоголдән ситтә торғандар үҙ түңәрәген булдырған. Был эсә торғандар өсөн дә ҡулай. Динлеләр алдында ултырып күрәләтә араҡы асыу барыбер ҙә уңайһыҙ ҙа, ҡәнәғәтлек тә бирмәй. Ә былай, улар үҙ белдектәре менән бүленеп ултырып ашай ҙа китә.

--Әйҙә-әйҙә! – оҙон өҫтәл артындағы унға яҡын ир-егет аштарынан ҡалҡынып баш ҡаҡты, ситтәгеһе ултырғысы менә ҡуша шыла бирҙе. Һәр береһе менән ҡул биреп күрешеп сыҡты. Ирҙәр араһында шулай ҙа инде, яҡындан таныш булһаң да, булмаһаң да, ҡул ҡыҫышаһың.

Асыҡтырған. Аҫта ашаталар, әлбиттә, әммә ауыр эш ул йотҡанды шундуҡ тиргә һәм энергияға сығара ла ҡуя. Ашыҡмай ғына сәйнәй, дөрөҫөрәге ҡабаланырлыҡ хәле юҡ. Тиҙерәк ҡапҡыларға ла вагонкаһына инә һалып карауатына ҡоларға ине лә ул, бынау тән, яурын һәм беләктәр тыңламай. Мейе һүнеп барғандай. Берәү берәүгә ҡарамай, сөнки һәр береһе шул хәлдә. Аҙыҡтарының ахырына сыҡҡандар яй ҡуҙғалып тороп китә тора. Ашап бөтөп Афзал да, бер мәл, аҫтындағы ултырғысын этә биреп ҡуҙғала. Батмусын урынына ҡуйырға тип килгәндә, баяғы Соня тағы һүҙ ҡуша:

--Бөгөн мунса яғылған. Сабындырып, массаж яһап сығарайыммы әллә? Бигерәк күшеккәнһең.

Уның был тәҡдимен ишетеп торған ашнаҡсы ҡатын-ҡыҙ көлкөгә күтәрә:

--Мунсаға барып етерлек түгел! Ҡара һин уға!

--Күтәреп! Күтәреп алып бармаһаң инде! Һа-һа-һа!

--Ах-ха-ха-хай!

Афзал көлөмһөрәп ҡуйыуҙан уҙмай. Бындай үткен ҡатындар менән аралаша алмай ул. Мәрәкәләшеп, ҡаш һикертеп өйрәнмәгән. Әле лә сығып китеү яғын ҡарай. Артынан әллә күпме һүҙ ҡыуып етә:

--Ҡурҡты!

--Сменанан сменаға барырға дурак что ли, тине инде!

--Эскән ирҙәренән ҡотолоп булмай, эсмәгәндәрен ҡаратып булмай, был ни донъя?

--Һа-һа-һа-һа!

--Хи-хи-хи-хи!

Вагонкаға шым ғына инеп ятты. Егеттәрҙең ҡайһылары инде “ер һөрә”, ҡайһылары телефонда, планшетта ята. Афзал да йәһәтләп телефонын асты. Нисаһы ҡайҙа икән? Әһә, ике сәғәт самаһы элек ингән. Ватсаптан оҙон ғына итеп ике смс яҙған. Яңылыҡтарын, эшендәге хәлдәрҙе теҙгән. Иң аҙаҡтан “һағындым”, “үбәм” тип тамамлаған. Ғәҙәти инде, быға тиклем дә шулай яҙа ине. Тик әле иргә был һүҙҙәр уны алдаштырыу, уяулығын баҫыу өсөн генә ебәрелгән кеүек. Шул уйынан арына алмай, сыҙамай китте лә, телефонын ҡыҫып тотоп тышҡа ашыҡты. Ишек төбөнән бер бушлатты алып көпләнеп, һалҡынға сыҡты.

--Алло! – сигнал һуҙып-һуҙып саҡырҙы, тик теге яҡтан алманылар. Былай унда төнгө өс тулып килә инде. Ниса бөгөн.... эйе, сменала. Алырға тейеш!

Ары-бире йөрөштөрөп килеп, тағы шылтыратты, унан тағы, тағы... Ҡаны ҡыҙғандан ҡыҙа барған ир хәҙер ҡатынының тауышын ишетмәйсә тыныслана алмаҫын аңлауҙан үҙенә үҙе аптыраны. Был ни хәл бара уның менән? Ни сәбәптән был ҡәҙәр ярһый ул? Телефонын һүндерергә лә инеп ятырға кәрәкте аңлай, әммә...

--Дә? – Нисаның тауышы өҙөлөп-өҙөлөп ҡала, -- Алло? Афза...

--Ҡайҙа йөрөйһөң ул һин?

--Эштә! Эштәмен бит. Больной өҫтөнә больной килә.

--Неужели трубка алырлыҡ та ваҡытың юҡ?

--Юҡ, Афзал, бына, ышанаһыңмы? Әле килгәндән алып ултырып та торолманы. Киске тамағымды ла ашай алмағанмын.

Шулай тигәндән генә был яҡтың баш томанаһы асылып киткәндәй булып, ҡапыл асыуы баҫылды. Был ҡылығынан оялды. Ҡатынын йәлләп китте...

--Берәй тынысыраҡ отделениеға күсеп алыр инең. Һине улай төндә эшләтке килмәй бит әле, ә, Ниса?

--Түҙәм инде. Һәр ваҡыт былай түгел бит.

--Нимәгә унда йәбешеп ятаһың? Әллә...

--Уф! Афзал! Башлайһы булма! Былай ҙа сәсрәп йөрөйөм.

--Ярай-ярай...хәлеңде генә беләйем тигәйнем.

--Хәлем ошолай пока. Үҙең нисек? Ни эшләп йоҡламайһың һаман?

Ир дөрөҫөн әйтергә ҡыйманы. Алдашты:

--Йоҡлап булмай. Саф һауала йөрөп алайым тип сыҡҡайным.

Теге яҡта Нисаһы ҡабаланды:

--Ярай, йәнем, палатанан саҡыралар. Бөгөнгө ауырыуҙар гел ололар, йүгерҙем.

--Бар-бар... Пока, һау булып тор.

Аҙыраҡ күңеле күтәрелә төшкән ир, телефонын кеҫәһенә тыҡты ла, инеүгә ыңғайланы. Сисенеп тә тормайынса одеял аҫтына сумып, оҙаҡламай дөйөм хорға ҡушылып хырлай ине инде.

Автор:Миляуша Кагарманова
Читайте нас