

1-се ҡағиҙә. Теләк яҙырға кәрәк
Ни тиклем сәйер яңғыраһа ла, үҙ теләгеңде дөрөҫ яҙыу, ысынлап та, проблема. "Минең үҙ йортом булыуын теләйем". Бында теләктең теүәл үтәлеү ваҡыты яҙылмаған. Шуға күрә икенсе ҡағиҙәне үтәр кәрәк:
2-се ҡағиҙә. Теләк үтәү датаһы йәки осоро булырға тейеш.
Мәҫәлән, “2025 йылдың авгусында мин ҙур телевизор һатып алам".
3-сө ҡағиҙә. Дөрөҫ теләк һәр ваҡыт барлыҡта яҙыла. Мәҫәлән, “Мин бер ваҡытта ла ауырымайым” - был дөрөҫ түгел. “Мин һәр ваҡыт сәләмәт” – дөрөҫ.
4-се ҡағиҙә. Теләк яҙғанда хыялланғандан күберәк тасуирлауҙы ҡулланырға кәрәк. Йәғни, теләктәреңде яҙғанда күберәк мәғлүмәт һәм хис-тойғоларҙы өҫтәр кәрәк. Әгәр был Ҡырымға сәйәхәт булһа, бер нисә һүҙ менән шифахана һәм пляжды тасуирлағыҙ. Әгәр был яңы машина булһа, уның төп характеристикаларын күрһәтегеҙ. Һәм мотлаҡ теләк тормошҡа ашҡанда үҙләштергән тойғоларҙы тасуирлағыҙ.
5-сы ҡағиҙә. Теләк яҙыуҙы матур һүҙҙәр менән тамамларға. Мәҫәлән: «был йәки башҡа берәй нәмә минең тормошома гармониялы инһен, миңә һәм был теләк ҡағылған һәр кемгә шатлыҡ һәм бәхет килтерһен».
Нимәлер теләһәгеҙ, Ғаләмде сикләргә кәрәкмәй. Бәлки, Һеҙгә ҙурыраҡ нәмә бирергә планлаштыралыр.
6-се ҡағиҙә. Хыялға бирелмәгеҙ. Уны иреккә ебәрегеҙ һәм эш итегеҙ!
Был хәҙер, әкиәттәге кеүек, мейескә ятып, хыялдың тормошҡа ашыуын көтөргә мөмкин тигәнде аңлатмай. Юҡ! Ятҡан таш аҫтына һыу ағып бармай! Ғаләм һеҙгә һоҡланғыс мөмкинлектәр бирә ала, әммә улар һеҙҙең ғәмәлдәрегеҙҙән башҡа теләгән һөҙөмтәгә өлгәшә алмаясаҡ.