

Июнь аҙағында Ҡаҙағстанда үткән «Төрки донъяһының Этномодаһы» халыҡ-ара конкурсында Башҡортостан егете Тимур Яппаров еңеү яулаған. Конкурста Төркиәнән, Ҡаҙағстандан, Ҡырғыҙстандан, Тыванан, Татарстандан, Әзербайжандан, Үзбәкстандан һәм Башҡортостандан 73 модель ҡатнашҡан. Республикабыҙҙан һигеҙ кеше, шул иҫәптән өс егет сығыш яһаған.
Тимур, абсолют еңеүсе булып, конкурстың гран-прийын һәм 1000 доллар күләмендә приз ала. Бындай конкурста Башортостан егете беренсе тапҡыр еңеү яулай икән. Модель дефиле, милли атрибутика менән фотоға төшөү һәм милли костюмдар менән дефиле кеүек сығыштарҙа ҡатнаша.
Тимурға егерме дүрт йәш, шәхси эшҡыуар, Өфөлә йәшәй, Билдәле дизайнер Луиза Закирйәнованың модель мәктәбен тамамлаған. Был уның биографияһында беренсе ҙур конкурс.
Тимур Янауылда мәктәпте тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт аграр университетында уҡый, инженер-энергетик һөнәре буйынса диплом алғас, Мурманскиҙа эшләй үҙ эше аса. Тағы лу уның бер йәшерен хыялы була, әммә үҙ-үҙенә ышаныс етмәй. Әммә быйыл ул был хыялын барыбер тормошҡа ашыра. Модель агентлығына мөрәжәғәт итә, кастинг үтеп, уҡып ала. Башта ул рекламаларҙа төшә.
Тимур Яппаров һәр саҡ әүҙем егет була: спорт менән дуҫ, йөҙөү менән шөғөлләнә, ярыштарҙа призлы урындарға өлгәшә. Студент сағында startup буйынса ғилми тема өҫтөндә эшләй.
Халыҡ-ара конкурстаТимур еңеүгә артыҡ өмөтләнмәй, “Тамашасы һөйөүе” призын ғына алырмын тип уйлай. Әммә уны еңеүсе тип иғлан итәләр!
Тимур башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаев образында сығыш яһай, уның бурысы – халыҡтың рухын, уның батырлығын һәм ихтыяр көсөн күрһәтеү. Башҡорт яугирҙары бейеүҙә күрһәткән һикереүҙе жюри ҙа, тамашасылар ҙа бик оҡшата. «Бейеү менән шөғөлләнмәнем, әммә мин яҡшы һикерәм», – ти ул.
Тимур еңеүгә бик шат, туғандары, уҡытыусылары, яҡташтарының ҡотлауҙары күңеленә май булып яғылған. “Барыһынан да бигерәк тә тренеры Людмила Григорьевна Шаяхметоваға һәм ата-әсәйемә бик рәхмәтлемен”, - ти ул.
Тимур Яппаров бөгөн үҙ модель агентлығын асырға хыяллана.
Әйткәндәй, Тимур әле өйләнмәгән...
Фото һәм материал “Янаульскте зори” гәзите сайтынан.