+30 °С
Болотло

Ҡотлайбыҙ!

Радий Фәрит улы Шүлгәнташ мәмерйәһе һәм ундағы боронғо һүрәттәрҙең Юнеско статусын алыуға ҙур өлөш индергән бер төркөм хеҙмәткәрҙәргә юғары наградалар тапшырҙы.

Ҡотлайбыҙ!Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

- Был бик иҫтәлекле ваҡиға, сөнки Рәсәйҙән барлығы 34 объект ҡына был исемлеккә ингән, - тип белдерҙе ул. Республика Башлығы ҡулынан "Халыҡтар дуҫлығы" орденын Башҡортостан Республикаһының Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм ҡулланыу буйынса фәнни-етештереү үҙәге дәүләт бюджет учреждениеһы директоры Данир Ғәйнуллин алһа, "Шүлгән-Таш мәмерйәһе" тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулыҡ директоры Фәүзил Маликовҡа "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре" исеме бирелде.
Шулай уҡ музей хеҙмәткәрҙәре - фәнни-тикшереү эштәре буйынса директор урынбаҫары Раян Әхмәтйәновҡа, фәнни-тикшереү бүлеге етәксеһе Нәркәс Әминеваға һәм "Шүлгәнташ" дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығының фәнни белгесе Ольга Червяцоваға Республика Башлығының маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.

Автор:
Читайте нас