

Әхәт ағай “Был хәл 1935 йылда булған, мин уны атайымдың һөйләүенән хәтерләп ҡалғанмын", - тип башланы һүҙен.
- Халыҡ әҙ-мәҙ күҙен аса, терелә башлаған йылдар. Иҙелбайҙа (Баймаҡ эргәһендәге ауыл, хәҙер бөткән) һабантуй бара. Был һабантуйға үҙенең кирәмәттәре менән халыҡты шаҡ ҡатырған Мөжәүир хәҙрәт тә килгәйне. Бөтә тирә-яҡ уйын-көлкө, йыр-бейеү менән гөрләп тора. Халыҡ һабандан һуң рәхәтләнеп күңел аса. Атайымдың ике туған ҡустыһы Нуретдин ағайымдың өлкән улы Хажи, беҙҙең тирәнең иң шәп егете, ҡыҙмаса булып алған да, гармун һуҙа, йәштәрҙе бейетә, йырлата. Шулай уйын-көлкө һәүетемсә генә ҡыҙып барғанда, әллә йөгө етеп, баяғы Хажи килә лә төптө юҡҡа минең атай менән һөйләшеп торған Мөжәүир хәҙрәткә бәйләнә башлай бит. (Совет власының дингә ҡаршы ҡаты көрәш алып барған заманы, ә Хажи активист, йәнәһе, комсомолец.) Ул:
"Хәҙрәт бар ерҙә, малым бар, тимә,
Ғазраил бар ерҙә, йәнем бар, тимә.
Хәҙрәт малыңды алырға ашығыр,
Ғазраил йәнеңде алырға ашығыр", - тигән бит хәҙрәткә. Мөжәүир әүлиә Хажиға бер ни тип тә өндәшеп тормаған, былар эргәһенән боролоп киткән дә барған. Бер аҙ ваҡыт үткәс, Хажи ағай һөйләшергә итһә, һөйләшә алмай ҙа ҡуя икән. Уйынсыл егет һабантуйҙан йырлай ҙа, бейей ҙә алмай, һөмһөрө ҡойолоп ҡайтып инә. Был хәлгә ике-өс көн үтеп китә. Хажи һаман һөйләшә алмай. Балнисҡа алып барып ҡарайҙар, файҙаһыҙ. Атайым ҡустыһы Нуретдингә:
Ысынлап та, атайымды хәҙрәт һәйбәт ҡаршы ала:
Манһырҙан сығып, Ирәндеккә үрләп барғанда, егет ҡапыл телгә килә:
-Шиһабетдин олатай, атыңды туҡтат әле, хәжәтемә барып киләм, - ти.
Атайым Хажиҙың һөйләшеп китеүенә хайран ҡала. Егет тә хәжәтен үтәүен дә онотоп, арбаға кире менеп ултыра. Атайым тегене шелтәләп:
- Бына күрҙеңме, тинтәк малай, - ти, - Башҡаса хәҙрәткә тел тейгеҙәһе булма.
Әммә киҫекһеҙ Хажи ағай һаман аҡылға ултырмай әле. Баяғы хәлгә байтаҡ ваҡыт үтеп китә. Һуғыштан һуңғы йылдар. Атаһы Нуретдин ағай яу ҡырынан ҡаты яра алып, билһеҙ булып ҡайта. Ә эшкә сапсан, һүҙгә үткер сос тәбиғәтле үткер Хажи ағай ул саҡта Ленин исемендәге колхоздың рәйесе булып эшләп йөрөй.
- Улым, хәҙрәтте барып алып килсе, - ти Нуретдин ағай. - Яуыз дошманды еңеп ҡайтҡас, әҙ-мәҙ булһа ла йәшәге килә.
Хажи ағай үрәпсеп торған тура юрғаһын егеп ала ла:
- Көтөгөҙ, алып киләм хәҙрәтегеҙҙе, - ти ҙә саптырып сығып та китә. Һаман дыуамаллығын ҡуймаған йәш ирҙең башына юлда тағы бер уй килә. Ул хәҙрәтте тағы бер һынап ҡарарға була, ысынлап та кешенең ни уйлауын беләме икән? Хәҙрәтте ултыртып ҡайтырға сыҡҡанда күсере Исхаков Ғәбиткә аңғартып ҡуя:
- Беҙҙең өй тапҡырынан үткәндә атыңды ныҡ итеп ҡыуала, өйҙө саптырып үтеп китерлек булһын, ти. Әүлиә хәҙрәт ни эшләр, белерме үҙен ҡайһы өйгә алып килгәнде, әллә юҡмы?
Нуретдиндәр тапҡырына етеп килгәндә Ғәбит атты йән-фарманға ҡыуа. Әммә ат өй эргәһенә еткәс, күсер сыбыртҡылауға ла ҡарамаҫтан, шып туҡтай ҙа ҡуя, сараһыҙҙан хатта ышлыяға сүгәләй, ә ары китмәй. Арбала ултырған хәҙрәт асыуһыҙ ғына:
- Ҡуй, Әхмәтхажи, һин мине әпәт шаяртмаҡсыһың,- ти. - Дыуамаллығыңды ҡуйсы, кем олоһо кем кесеһе булғанһың даһа, - ти. - Ана, атың аҡ күбеккә батҡан, ҡуй, хайуанды ыҙалатма, ошо ергә төбәп алып килдегеҙ түгелме?
Ул арбанан төшөп Нуретдиндәргә инеп китә. Ошонан һуң яугир Нуретдин, биленән арыуланып, хәҙрәткә рәхмәттәр әйтеп, апаруҡ йылдар арыу ғына йәшәп, гүр эйәһе була.
Ниһайәт, Хажи ағай ҙа Мөжәүир хәҙрәттең илаһи ҡөҙрәтенә ышана.
- Була икән шул был донъяла мөғжизәләр! - тип ҡуя.
Фотола Мөжәүир хәҙрәттең "Иғтиғфар доғаһы".