+30 °С
Болотло

Миләүшә Ҡаһарманова. Шиғырҙар

Ҡатын-ҡыҙ моңо

Миләүшә Ҡаһарманова. ШиғырҙарМиләүшә Ҡаһарманова. Шиғырҙар
Миләүшә Ҡаһарманова. Шиғырҙар

Йыр тыңлайым да илайым

(Мин бит һуң илаҡ түгел!)

Әллә нигә нескәргәндән

Нескәрә бара күңел?..

 

Аптырай торғайным, әсәй,

Таҫтамал алып ултырһа,

Илай-илай концерт ҡарап,

Өйҙө һағышҡа тултырһа.

 

Йоҡарылған, тигән була,

Ине аҙаҡ, аҡланғандай.

Шул кисереш үҙгәрмәйсә,

Үҙебеҙҙә һаҡланғандай.

 

Илайымшул, тыңлайым да,

Хәҙер инде оялмайым.

Йоҡарыла микән инде –

Хистәремде тыялма

----------------------------------

 

Ҡыҙҙарымда үҙ-үҙемде күрәм,

Ҡарап ҡуйһалармы,

Көлөп ҡуйһалармы.

Бер нәмәгә ҡапыл ғажиз ҡалып,

Ҡапылдайы унан туйһалармы...

 

Әсәйемде күрәм ҡыҙҙарымда,

Ултырһалар уйсан ғына булып,

Китә күңел тулып...

Хас уныңса хәбәр һөйләһәләр –

Китә күңел булып.

 

Ҡыҙҙарымда мин ҡәйнәмде күрәм,

Үҙегенә кеүек тороуҙары,

Йә баштарын ҡапыл бороуҙары,

Ирендәре ҡымтыу, ҡулы эштә,

Ҡарашында ғына һорауҙары...

 

Ҡыҙҙарымда инәйҙәрен күрәм,

Шул уҡ осҡон уйнай күҙҙәрендә.

Ҡалай ҙа бер уртаҡ һыҙаттары

Юғалмай ҙа йөрөй үҙҙәрендә.

 

Яратылған икән булмыштары

Йөҙ сат ҡынан ҡоршап.

Маҡтаһам да, әрләһәмдә шуға:

Әсәң ғошап,

Инәң ғошап,

Өләпсәңә оҡшап.

 

---------------------

 

Тыуымдан ҡалмағас,

Үлемдән ҡалмабыҙ.

Ятыр ҙа ҡалыр бар

Йыйылған ҡалмабыҙ.

 

Ятыр ҙа ҡалыр бар,

Донъяһы таралып.

Алалмаҫ берәү ҙә,

Әжәлдән аралап.

 

Буш булыр ҡулыбыҙ,

Буш булырҡосаҡ та...

Нимә тип нәфсегә

Ҡол булды ҡул саҡта?

Автор:Миляуша Кагарманова
Читайте нас