+30 °С
Болотло

Мөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбаева. Хәтирәләр. Урҙаң төбө йүнәлгәндер инде...

Мәхмүтова Зәйнәп. 1927 йылғы. Сибай ҡалаһы. Олатайым әйткән һүҙендә торҙо, төшкөлөккә беҙгә инде. Ашап-эсеп алғас, Әхмәтзәки кейәүен ҡарап өшкөрҙө лә: „Боронғо ҡәбер булған ергә ҡолаған, иншалла, йүнәлер"- тине. Ысынлап та, шул көнө үк иҫһеҙ бармаҡтар әкренләп ҡыбырҙай башланы. Бер аҙҙан, бөтә ауыл кешеләрен хайран итеп, мәңге ыҡҡа килмәҫтәй һалбырап төшкән ҡул да хәрәкәткә килә башланы. - Врачтар күпме булышып, йүнәлтә алмағайны. Хәҙрәт бер өшкөрөүҙән, ауырыуҙы һыпырып алып ташланы, - тине был хәлде үҙ күҙе менән күргән барса халыҡ.

Мөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбаева. Хәтирәләр. Урҙаң  төбө  йүнәлгәндер  инде...Мөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбаева. Хәтирәләр. Урҙаң  төбө  йүнәлгәндер  инде...
Мөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбаева. Хәтирәләр. Урҙаң төбө йүнәлгәндер инде...

Һикһән йәште ҡыуған Зәйнәп апай Мөжәүир хәҙрәт тураһында бик күп хәтирәләр һаҡлаған үҙе бер тере тарих инде. Ниндәй генә иҫтәлектәр һаҡланмай уның күңел түрендә!

- Мөжәүир хәҙрәт беҙҙең әҡрәбә. Оләсәйем менән олатай ике бер туғандың балалары, - тип башлап китте Зәйнәп апай уҡып ултырған Ҡөрьән китабын өҫтәлгә күсереп һалып. Үҙе өҫтәп ҡуйҙы.  Унынсыға ҡөрьән сығып киләм, Аллама шөкөр. Ҡалабыҙҙың яҡты киләсәгенә арнайым. Үҙ ҡулыбыҙ менән төҙөнөк бит  уны.

- Фазила апаһының ейәнсәре икәнемде белгәс, олатайымдың һөйләшеп һүҙе бөтмәне, - тине Зәйнәп инәй, - „Минең апайым һымаҡ кеше ҡайҙа! Унан өшкөртөр өсөн ат етер ерҙән килә торғайнылар. Кешенең ни уйлап килерен алдан белеп, әйтеп ултырыр ине, мәрхүмә,"- тип өләсәйемде ул ҙурлап, маҡтап хәтерләне.

Зәйнәп апай бик ихлас кеше булып сыҡты. Ул хәҙрәт тураһында белгәндәрен барлап, бер епкә теҙеп китте.

- 1957 йыл, хәҙрәткә 81 йәш тирәһе. Ҡарт булһа ла әле ныҡ көйө. Төҫө-башы ла таушалмаған. Уны күршебеҙ Ғәйдислам ағайҙар саҡырҙы. Олатайға йәмәғәтем Әхмәтзәкиҙе күрһәтеп ҡалырға булдым. Уң ҡулы йоҡлап торғансы ғына һалбырап төштө лә ҡуйҙы. Врачтарға йөрөттөк, берәү асыҡлап ни икәнен әйтә алманы. Хәҙер бөтә өмөт олатайҙа. Тиҙ генә һарыҡ һуйҙырып аш һалып ебәрҙем дә күршеләргә индем. Ике бүлмә туп-тулы кеше, хәҙрәтте сират тороп көтәләр. Инеп, инде ни эшләргә, кеше күп бит әле, тип ишек төбөнә һөйәлдем дә торам. Хәҙрәтте үҙенә тәғәйенләп килергә сыҡҡан кешенең кем икәнен, ни уйлап килеүен белә тиҙәр, бәлки, минең үҙен көтөп торғанды белер әле. Фазила апайымдың ейәне, тип саҡырып алыр. Ошолай тип уйлап та бөтмәнем, олатайымдың миңә өндәшкән тауышы ла ишетелде:

- Ни йомош, ҡыҙым? Ин әле бында, Зәйнәп ҡыҙым?

- Өйөбөҙгә алып ҡайтайым тип килдем, - тинем.

Ике бүлмә тулы кеше, беҙ ҙә көтөп ултырабыҙ бит, тип, гөж итеп ҡалды.

- Фазила апайымдың ейәненә бармай хәлем юҡ. Бәләкәй сағымда мин унан күп һабаҡ алдым, асыҡҡан саҡтарымда тамағымды туйҙырҙы.

Ошо һүҙҙәрҙе әйтеп, инергә вәғәҙә биреп ҡалды.

Олатайым әйткән һүҙендә торҙо, төшкөлөккә беҙгә инде. Ашап-эсеп алғас, Әхмәтзәки кейәүен ҡарап өшкөрҙө лә: „Боронғо ҡәбер булған ергә ҡолаған, иншалла, йүнәлер"- тине. Ысынлап та, шул көнө үк иҫһеҙ бармаҡтар әкренләп ҡыбырҙай башланы. Бер аҙҙан, бөтә ауыл кешеләрен хайран итеп, мәңге ыҡҡа килмәҫтәй һалбырап төшкән ҡул да хәрәкәткә килә башланы.

- Врачтар күпме булышып, йүнәлтә алмағайны. Хәҙрәт бер өшкөрөүҙән, ауырыуҙы һыпырып алып ташланы, - тине был хәлде үҙ күҙе менән күргән барса халыҡ.

Ҡартымдың күҙенә ҡан һауып, күҙенең ағы ҡып-ҡыҙыл була ла ҡуя торғайны. Уны ла олатай имләне. Тоҙ өшкөрөп бирҙе лә ҡайнаған һыуға һалып иретергә, аҙаҡ, һыуығас, шуны күҙгә тамсылап тамыҙырға ҡушты. Был имләү шул тиклем килеште, бер аҙҙан ике күҙенең дә ағы ап-аҡ булып ҡалды.

Шунда ҡартым: „Ай, хәҙрәтебеҙ йәшәһен!" - тине.- Мин дә уның юлынан барасаҡмын," - тип ныҡлап дин юлына баҫты, Ҡөрьән уҡый башланы. Олоғайған көнөндә кәрәк кешегә яуапламалар, доғалар яҙып биреп ултырҙы, яҙыуы матур тип һоҡланмаған кеше булманы.

- Хәҙрәттең име килеште, ул булмаһа, уң ҡулһыҙ ҡала инем, тип бөтә кешегә доға яҙып биреп ултырҙы.

Мөжәүир хәҙрәттең апаһы Фазила инәйҙең ейәнсәре Зәйнәп абыстайҙың хәләл ефете Мәхмүтов Әхмәтзәки ағайҙың үҙ ҡулы менән яҙған Йән һаҡлау доғаһын үҙебеҙҙең китапта бирергә булдыҡ.

- Был доғаның әйтелеш тәртибен миңә хәҙрәт олатай үҙе өйрәтте, - тип әйтә торған булған ул кешеләргә биргәндә, - һыналған доға. Уны шоферҙар алып йөрөтһә, юлда бәлә-ҡазаһыҙ йөрөр, һалдаттар үҙе менән хеҙмәт иткән еренә алып китһә, имен-аман әйләнеп ҡайтыр, уны үҙе менән йөрөткән кеше бәлә-ҡазаһыҙ йөрөр.

... Хәйбуллин Мөхәмәтшәрифкә һуғышҡа киткәндә әсәһе Гөлғәйшә ошо доғаны биреп ебәргән. Бер ҡаты һуғышта һалдаттар күпләп һәләк була, ә Мөхәмәтшәриф хатта яраланмай ҙа. Ул имен-аман Берлинға барып етә. Әҙәм балаһының бит маһая торған ҡылығы бар. Мөхәмәтшәриф тә мин үҙем шәпмен, тип хис итә башлай, доғалы бетеүҙе үҙе менән алырға ҡыйынһына башлай. Әсәһенән: „Бетеүеңде ҡалдырма, һаҡлап ҡына йөрөт,"- тигән хат алғас, көлөп ҡуя ла бер яҙыҡ һүҙ әйтә:

- Ғүмерең бөтһә, бетеү генә ярҙам итә алмаҫ.

Һалдат шул көфөр уйлаған көндө үк яраланып госпиталгә эләгә. Ярай, бәхетенә бетеүе эргәһендә була. Немецтар госпиталь бинаһын бомбаға тота. Бина емерелә, ә Мөхәмәтшәриф иҫән ҡала. Ул быға ғүмере буйы хайран ҡала. Ни ғиллә менән тере ҡалды ул? Иҫән-һау илгә әйләнеп ҡайта. Совет заманы. Бетеү, доға кеүек һүҙҙәрҙе ишетһәләр, әллә бының аҡылына зыян килгәнме, тип көлөүҙәренән ҡурҡып, был турала ул кешегә һөйләмәй, серен иң яҡын туғандарына ғына әйтә:

- Мин ошо доға арҡаһында иҫән-һау ҡайттым, - ти.

Беҙҙең китапты уҡыусыларҙы ла олатай бетеүе бәлә-ҡазаларҙан аралар, эштәрендә, ғаиләләрендә уңыштар насип итер, сәфәр сыҡҡан саҡтарҙа юлдарында Хызыр Ильяс булып оҙатып йөрөр, иншалла, тигән өмөт менән баҫып сығарырға булдыҡ.

Зәйнәп инәй - хәҙрәттең төрлө кирәмәттәре, хикмәттәре тураһында бөтмәҫ-төкәнмәҫ торғаны бер хәтирәләр һандығы ине. Бына шул һандык хазиналарынан береһе.

Мөжәүир хәҙрәт Баймаҡҡа бара, дуҫы ҡаршы ала. Атай кеше улына хәҙрәттең атын һуғарып килергә ҡуша. Ғәйзулла тигән малай, күрәһең, тиҫкәрерәк холоҡло булғандыр:

- Атайым шул хәҙрәт өсөн үлә яҙа. Уның тураһында  шаштырып һөйләгәндәре әллә ысын, әллә буш, - тип уйлай, һыу буйынан ҡайткас уны һынап ҡарамаҡсы булып, хәйләле план ҡора. Атты һуғарып кире ҡайтҡанда Ғәйзулла күрмәгәнен күрә: йә ҡолағы төбөнән пулялар зыйлап үтеп китә, йә ҡаршыһына бүре өйөрө килеп сыға, йә алдында киң йылға пәйҙә була. Малай хитлана-хитлана саҡ ҡайтып инә. Хәҙрәт уны көлөп ҡаршы ала:

- Шунан, балам, атты һуғарғанда нимәләр күрҙең?

Шунан Ғәйзулла уйлай: „Әһә, баяғы хәлдәр олатайҙың хикмәттәре булған икән!"

- Йәмәғәтем Әхмәтзәки менән олатайым бик дуҫ булды, көндәр буйы төрлө фәлсәфәүи хәлдәр тураһында һөйләшеп ултыра торғайнылар. Улар икәүләп шәрек суфыйҙарының шиғырҙарын уҡырға яратты. Әл-Ғазали, Джелаль-эд-Дин Руми, Низами, Хаканий, Омар Хаям кеүек шағирҙарҙың исемдәрен телгә ала, фәлсәфәүи әҫәрҙәрен бик юғары баһалай, уларҙы бөйөк аҡыл эйәләре тип һанай, шиғырҙарының айырым куплеттарын яттан һөйләй торғайнылар,- ти Зәйнәп инәй. Күрәһең, инәйҙең үҙенең дә хәтере бик һәйбәттер, улар уҡығанда иҫләп ҡалғайным, тип бер шиғырҙа һөйләп күрһәтте:

Мөмкин түгел быға яуап тапмаҡ:

Изге заттан ниңә тыуа мөртәт?

Атаһының изгелеген мираҫ итеп,

Алып ҡалмай мөртәт хатта саҡ-саҡ!

- Ҡартым менән икеһе ғилем донъяһына инеп китеп серләшерҙәр ине, - тип дауам итте инәй. - Рух, худур, силсилә, суфый, сер ғилеме, мөрид, мөршид, тарикәт, әбжәт, зекер һымак миңә аңлайышһыҙ ят һүҙҙәрҙе ҡулланып, көндәр буйы гәпләшеүҙәре хәҙер һағынып һөйләргә генә ҡалды. „Әхмәтзәки менән һөйләшһәң, күңел асылып ҡала,"- тийер ине олатай. - Урыҡ-һурыҡ ишеткәндәрҙән олатайҙың суфыйҙарҙы ихтирам итеүен, яратыуын аңланым. - Әүлиәләр, суфыйҙар, Аллаһы Тәғәләнең һөйәкле бәндәләре, беҙ шулар бәрәкәтендә йәшәйбеҙ, - ти ине ул. Улар күҙ тейеү, нәфрәт, сихыр һымак кире күренештәрҙе бөтөрөү юлдары, был донъяла аҡылдың мең алтын булыуы тураһында ла һөйләшерҙәр ине. Олатайҙың бер ҡатынды: „Һин, ҡыҙым, күңел ҡаралығынан күҙеккәнһең", - тип өшкөрөүе, үҙемдең, күңел дә ҡара буламы икән ни, тип ғәжәпләнгәнем иҫтә ҡалған.

- Эйе, олатайыбыҙҙың күңеле саф, йөрәге һиҙгер ине! -тип был әле һөйләгәндәргә йомғаҡ яһағандай итте Зәйнәп инәй. - Үҙенә төбәп өшкөртөргә тип сыҡҡан кешене белеп ултырҙы. Ҡайһы берен юлда килгәндә үк өшкөрөп йүнәлткән. Теге кеше килгәс: «Ана, шул ерҙә ауырыуың төшөп ҡалды. Унан ҡайтма, икенсе юлдан ҡайт,»- тип бүтән юлдан ҡайтырға ҡуша торған булған. Шуға күрә лә инде ҡояш байығанда олатай ҡәберенең өҫтөндә факел булып нур балҡып тора икән, тип һөйләйҙәр, изге урын тип барып Ҡөрьән уҡыйҙар.

Инәйҙең хәтирәләре көнө-төнө һөйләһә лә бөтөрлөк түгел ине. Тағы бер ҡыҙығын ғына тыңлағыҙсы, тип, тылсымсының яңы бер мәрәкәһен башланы.

- Ауылдашыбыҙ Мәймүнә апай ауырып китә. Тиҙ генә хәҙрәткә бара һалып өшкөртөп башына бетеү яҙҙырып ала. Бер аҙ тағып йөрөгәс, башының ауыртыуы бөтә. Мәймүнә апай уны сисеп, юғалып ҡуймаһын тип, урҙаның төбөнә бәйләп ҡуя. (Урҙа - борон өйҙөң бер мөйөшөнә әйбер элер өсөн ҡулайлаштырып тағып ҡуйылған бау.) Бер аҙҙан Мәймүнә апай тағы ауырып китә. Йәнә хәҙрәткә бара.

  • Ауырырһың шул,- тип мәрәкәләй уны әүлиә. Яңы бетеү яҙып биреп тормай, әйтә:
  • Урҙаң төбө йүнәлгәндер инде, ҡасанан бирле тора, шуны кире алып таҡ! - тигән дә ҡайтарған. Шунан Мәймүнә апай үҙенең бетеүҙе урҙа төбөнә бәйләп ҡуйыуын иҫенә төшөргән. Ҡайтып килеп бетеүен тағып ебәргән икән, шунда уҡ баш ауыртыуы ебәргән.

Зәйнәп инәй тағы күп нәмәләрҙе хәтерләне: Латифа инәйгә Мөжәүир хәҙрәттең, миңә килгән ауырыуҙарҙы сәй эсереп ултырма, тип әйтеүен дә, Фатима менән Фәйрүзәнең көҙгөһөн олатайҙың ҡәбер өҫтөндәге ергә төшкән һары япраҡтарҙы йыйып алып ҡайтып, бер мөйөшкә элеп ҡуйыуын, шул алып ҡайтҡан япраҡтарҙың төнөн ҡыштырҙашыуын, Фәйзулла менән Манһыр ауылы араһында һыйыр дәүмәлек алтын ятыуын, кем уны тота йәки күрә үлеүен һәм тағы бик күп нәмәләрҙе һөйләне. Мин был күңеле тулы хазина ағинәйҙән хәтеремде генә түгел, ә күңелемде лә байытып киттем. Була бит ысын ихлас, күңеле мөлдөрәмә һөйөү менән тулы кешеләр!

 

Фотола Мөжәүир хәҙрәттең үҙ ҡулдары менән яҙған баш ауыртыуҙан уҡый торған доғаһы. Һаҡлап ҡуйығыҙ.

Автор:
Читайте нас