+30 °С
Болотло

Мөршите ниндәй, мөрите шундай. Лира Яҡшыбаева.

Лира Әхмәт-Яҡшыбаева “Зәйнулла ишан” китабының бер бүлеген тәҡдим итәбеҙ.  Беренсе башҡорт халыҡ шағиры Мәжит Ғафури.                              Ул 1898 йылдан алып 1905 йылға    тиклем,                                          йәғни,  ете йыл дауамында “Рәсүлиә”лә уҡып,                                  мәҙрәсәне тамамлауы тураһында ҡулына                                         таныҡлыҡ        алып сыҡҡан бөйөк талант                                        эйәһе.

Мөршите ниндәй, мөрите шундай.		Лира Яҡшыбаева.Мөршите ниндәй, мөрите шундай.		Лира Яҡшыбаева.
Мөршите ниндәй, мөрите шундай. Лира Яҡшыбаева.

Ҡыйышҡы ауылындағы мәҙрәсәлә уҡып йөрөгән Мәжит: “Троицкиҙа “Рәсүлиә” тигән бик шәп мәҙрәсә бар, унда атаҡлы ғалим Зәйнулла ишан хәҙрәт дәрес бирә икән,” – тип ишетте. Егеттең уйын-хисен нисек тә Троицкиға барып, шул атаҡлы мәҙрәсәлә уҡыу теләге биләп алды. Уны, әйтерһең, ниндәйҙер күҙгә күренмәгән серле көс тартты, йөрәге елкенде, тиҙерәк шул ҡалаға барып еткеһе, Зәйнулла ишанды күргеһе килде. Үкһеҙ етем ҡалған егет мөһим эштәрен хәл иткәндә йыш ҡына мәрхүм ата-әсәһе урынына ҡалған Оло Үтәш мәҙрәсәһенең өлкән мөдәррисе Хатип хәҙрәт менән кәңәшләшә ине, был юлы ла ул яратҡан хәҙрәтенә кәңәш итте.

- Мәжит улым, һин зиһенлеһең, зирәкһең, иң яҡшы шәкертем булдың, - тине Хатип хәҙрәт. – Фатихамды бирәм, уйың изге.  Һиңә Троицкиҙағы ғилем эйәһе Зәйнулла ишандан белем алыу фарыз. Ул мәҙрсәгә  Рәмиевтар, Троицк ҡалаһының бай сауҙагәрҙәре ярҙамлашып тора икән, тип ишеттем. Дөйөм ятаҡтары бар, ти. Үҙҙәре ашаталар икән. Зәйнулла ишан үҙе лә ярлы-зарлыларҙы бик тә ҡарай, ти.

 Ун һигеҙ йәшлек егет йыйынып-төйөндө лә 450 саҡрым араны нисек үтерен дә уйлап тормай, юлға сығып китте.  Егеттең ихласлығын күреп, Аллаһы Тәғәлә уға үҙе ярҙамға килгәндер, юлында гел яҡшы кешеләр осрап ҡына торҙо һәм ул Торицкиға ыңғай ғына барып та етте.

Уҡыу-яҙыуға кескәй сағынан иждиһат итте Мәжит. Ауыл мәҙрәсәһенә барғанға тиклем үк “Һәфтиәк-шәриф”те уҡый белде, байтаҡ сүрәләрҙе ятлап алды. Тыуған ауылы Елем-Ҡаранда дүрт йыл уҡығас, атаһы Нурғәни хәлфә уны күршеләге Оло Үтәш мәҙрәсәһенә, тирә-яҡта иң маҡтаулы мәҙрәсәгә, Хатип хәҙрәткә,  уҡырға бирҙе.  Унда өс йыл дәрес алғандан һуң ауылынан алтмыш саҡрымда ятҡан Ҡыйышҡы мәҙрәсәһендә бер-нисә йыл белем эҫтәне.

Мәжит юлда барғанда Троицкиҙа ете мәҙрәсә барлығы хаҡында ишетте. Ярлы булһа ла, үҙенең уҡыуға һәләте көслө булыуын аңлаған, ғилемгә ынтылған шәкерт  ыңғайы “Рәсүлиә”гә бармай, башта ҡаланың башҡа уҡыу йорттарын күреп, ҡапшап сығырға, шунан ғына ете мәҙрәсәнең береһен һайлап, шунда  барырға булды.

 Ауылының һалам түбәле, тәпәш кенә бәләкәс өйҙәренә өйрәнгән шәкерт өсөн Троицк ҡалаһы һуш китәрлек булып күренде. Байҙарҙың семәрләп эшләнгән бейек ҡапҡалы таш йорттарын күреп, хайран ҡалды. Мосафирханаға урынлашты ла ике-өс көн буйы ҡала күреп йөрөнө: мәсеттәргә барҙы, баҙарҙы барып күрҙе, юлында тап булған кешеләр менән һөйләште. Һәр ерҙә  “Рәсүлиә”не маҡтанылар, ул йәдиди мәктәп, унда  йәдитселәр, мәғрифәтселәр яңыса уҡыта, тинеләр.  Ниһайәт, ул Бишенсе һанлы мәсетте килеп тапты, шул көндө үк Зәйнулла ишанды күреп һөйләште, үҙе менән таныштырҙы, Хатип хәҙрәттең сәләмдәрен күндерҙе.

- Хатип хәҙрәт Ғәбделхалиҡ  улы хаҡында хәбәрҙармын. Уның мәҙрәсәһен маҡтайҙар. Сабир тигән тылысым көсөнә эйә энеһе бар икән, тиҙәр. – Өлкән мөдәррис Мәжиткә төбәлеп ҡараны. Шул саҡ ваҡыт аша барыһын алдан күреүсе шәйех был уғландың белемгә ынтылышлы булыуын белде, хатта ки, бөтә киләсәген, уның данлыҡлы шағир булырын күрҙе.

- Улым, беләм, бер нисә көн буйы ҡала буйлап  уҡыу йортон һайлап йөрөгәнһең. Беҙҙә туҡталып дөрөҫ эшләгәнһең. Киләсәктә фәҡәт ошо мәҙрәсәлә алған белемең аша халҡыбыҙ араһында танылыу яулаясаҡһың. Улай ғына ла түгел, халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхестәре рәтенә индерелерһең. Әйҙә, рәхим ит, Ғәбделмәжит Нурғәни улы, беҙҙең мәҙрәсәгә. Шәкерттәр һаны беҙҙә тейешенән күпкә артыҡ, шулай булһа ла, һинең һымаҡ ғилемен арттырырға теләгән шәкерттәргә һәр саҡ урын табылыр. Беҙҙең мосафирханаға урынлаш та иртәгә мәҙрәсәгә кил.

Кешеләрҙе апаруҡ айырырға өйрәнгән Мәжиткә алтмыш йәштәр тирәһендәге еңел кәүҙәле, һынсыл ҡарашлы ишандың үҙе лә, бигерәк тә киләсәге хаҡында әйткән йылы һүҙҙәре лә оҡшаны. Уның бар булмышынан да, һәр әйткән һүҙенән дә  йылылыҡ, яғымлылыҡ бөркөлөп торғандай ине.

Шулай итеп, Мәжит “Рәсүлиә” мәҙрәсәһендә уҡый башланы. Үҙ яғында апаруҡ арыу ғына белем алған, “Ҡөрьән”де һыу шикелле эскән, Мөхәммәд пәйғәмбәр, Әбүғәлисина хаҡындағы китаптарҙы уҡыған, “Йософ менән Зөләйха” ҡиссаһын яттан белгән шәкерткә яңы урында уҡып китеү  әллә ни ауыр булманы. Ғәҙәттә, шәкерттәренә талапсан Хатип хәҙрәттең уны “зиһенле” тип маҡтауы юҡҡа булмағандыр. Ул хатта үҙенең башҡаларға ҡарағанда бында белемлерәк икәнен дә тойҙо. Айырыуса, бында уға тарих, тел дәрестәре еңел бирелде, бигерәк тә  Зәйнулла ишандың дәрестәрен көтөп алды. Остазының: “Ергә Ҡөрьән” кешелек донъяһын камиллаштырыу өсөн ебәрелгән”, - тигән кәлимәһен дәфтәренең иң тәүге юлдарына эре итеп яҙып ҡуйҙы. Көн дә күреп, осрашып йөрөгәс, ҡайһы бер шәкерттәр Зәйнулла ишанды ҡәҙимге хәлфә һымаҡ күрҙе, ә Мәжиттең йөрәге уның юғары кимәлле камил зат икәнен һиҙҙе. Был мәҙрәсәлә уҡый алыуына ул бик ҡәнәғәт ине. Башҡа хәлфәләрҙең дә дәрестәре ҡыҙыҡлы үтте.

Бер көндө география фәненән дәрес биргән мөғәллим: “Ер шары ете ҡитғанан ғибәрәт. Йәйғор - ете төҫтән, аҙна ете көндән тора. Ете һаны - серле һан, шул турала уйлап йөрөгөҙ,” - тине. Был һан тураһында Мәжиттең үҙенең дә   электән уйланғаны булды. Мәрхүм атаһының: “Улым, ете быуыныңды бел”, - тип өйрәткәне гел иҫендә. Хатип хәҙрәттең: “Аллаһы Тәғәлә ете ҡат ер аҫтын, ете ҡат ер өҫтөн яратҡан”, - тигәне лә хәтерендә. Әбүғәлисина ла:  “Был донъяла булған бөтә нәмә ете өлөштән тора. Кеше ғүмере лә ете өлөштән хасил ”, - тигәнен дә уҡығаны бар. Ауылда урам малайҙары менән: “Етегән йондоҙ тип ете әйтһәң сауап була”, - тип кемуҙарҙан әйтешеп, ярыша торғайнылар. Мәжит ауылында кешеләрҙең ете төн уртаһы, ете юл саты, ете ят, ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ, тип һөйләгәндәрен дә иҫенә төшөрҙө. Кеше ҡәбер эйәһе булғас,  етеһен уҡыталар; Әбү Дауыт бер китабында әл-Харис атлы табибтың ауырыуҙарҙы ете Мәҙинә хөрмәһе менән дауалауын яҙған. Ысынлап та, ете һанының фазилиәттәре хаҡында уйлап йөрөй торғас, Мәжиткә бында ниндәйҙер сер йомолған кеүек тойолдо. Бер осрағанда был турала Зәйнулла ишанға әйтте.

- Мәжит улым, машаллаһ,  һин бит фәйләсуф, - тип арҡаһынан һөйҙө остазы. -Эҙмә-эҙлекле фекер йөрөтә алаһың. Был бик яҡшы сифат.

Зәйнулла ишан үҙе лә һандар тылсымына ышана. Уның 9 йыл ғүмере мәхбүсханаларҙа һаҡ аҫтында үтте. Уға тотҡонлоҡта үткән ғүмере менән ошо 9 һаны араһында гел генә ниндәйҙер серле бәйләнеш барҙыр һымаҡ тойола. 9 йыл буйы тик бер Аллаһҡа һыйынып йәшәне, бар ҡылған ғәмәле бер Аллаһ хаҡы, Аллаһ ризалығы өсөн булды. Ундайҙар Ғаләмдәр хужаһының мәрхәмәтенә һәм  мәртәбәһенә өлгәшә, ти торғайны Уау Вәхит дәрүиш бабаһы. Йәнә бабаһының: “Ундайҙарға тәрән аҡыл, камиллыҡ, именлек, бәрәкәт бирелә, Хаҡ Тәғәлә үҙе юғары дәрәжәләрен биреп, ике донъяла ла  ҙурлай”,- тигәне лә иҫендә. Туғыҙ йыллыҡ һынауҙы, әлхәмдүлилләһи шөкөр, һынатмай үтте. Барыһы ла тап килә. Ошоларҙы уйынан үткәргән Зәйнулла ишан 7 һанының  серенә төшөнөргә тырышҡан шәкертенә һөйөп ҡараны. Уны:

- Аллаһ һинән риза булһын, үҙе һине дәрәжәләр биреп ҙурлаһын. Ете һаны менән ҡыҙыҡһыныуың һине Йыһан серҙәренә яҡынайтыр, иншалла, рухи камиллыҡҡа илтер, бирһен Аллаһ,- тигән теләктәр менән оҙатып ҡалды ла үҙе һандарҙың хикмәте хаҡындағы уйҙарын дауам итте. Бер ҡараһаң, 4 һаны ла бик серле. Донъяның дүрт тарафы барлығы мәғлүм: көньяҡ-төньяҡ, көнсығыш- көнбайыш. Йыл әйләнәһе дүрт миҙгелдән ғибәрат: яҙ, йәй, көҙ, ҡыш. Ер, ут, һыу, һауа - ошо дүртәүҙән башҡа  йыһанда тереклек булмаҫ ине. Бәндәнең ғүмере лә дүрт мәлдән хасил: тыуыу, үҫеү, йәшәү, үлеү. Дүрт күҙ менән көтөп алыу; дүрт яғың ҡибла; өйҙөң дүрт мөйөшө – был әйтемдәр ҙә ерле юҡтан хасил булмағандыр. Күренеп тора: башҡорттар һандар серен Пифогорҙар һымаҡ китап итеп яҙмаһалар ҙа,  һан тураһында төплө итеп уйланғандар. Был уларҙың телендә, һөйләшендә, мәҡәл-әйтемдәрендә күренә. Халыҡта төпкөл аң, һиҙенеү, йәшәйеште һандар сере аша ла төшөнөргә тырышыу булған. Мосолман ғалимдәре бетеүҙәрҙе лә серле һандарҙан төҙөп яҙған бит.

 

 

 

 

Ошо ергә бер нисә бетеүҙәрҙең фотоһын бирәбеҙ

 

 

 

Бөгөн Мәжиттең 7 һаны тураһында төплө фекер йөрөтөүе, был шәкерттең ябай түгеллегенә ишара ине.  Иншаллаһ, бирһен Хоҙай был егеткә хәйерле ғүмер, бәрәкәтле һәләт. Ул әле үҙен күрһәтер.

Ошо көндән башлап, ваҡыт аша күреү һәләтенә эйә  өлкән мөдәррис был шәкерттең киләсәктә арҙаҡлы шағир булырын асыҡ белде һәм Мәжиткә айырым иғтибар менән ҡарай башланы. Ысынлап та, егет өмөтлө күренә, барлыҡ фәндәрҙән дә яҡшы өлгәшә, әҙәби әҫәрҙәр менән ҡыҙыҡһына.

Бер көндө Зәйнулла ишан яратҡан шәкертенә Троицкиҙа уҡып йөрөгәндә үҙе күсереп алған, Һиндостан, Урта Азия, Ҡаҙағстан  яҡтарында танылыу тапҡан  “Тутыйнамә” тигән китабын биреп торҙо.

- Уҡып сыҡ та, теләһәң, үҙеңә лә күсереп ал, һиңә бер саҡ кәрәге тейер, - тине.  Дәрестән бушаған араларҙа, көнө-төнө ултырып, Мәжит китапты ике ай тигәндә күсереп бөттө. Башлап Һиндостанда донъя күргән, халҡының тәрән аҡылын, тормош тәжрибәһен туплаған был китапты күп йылдар үткәс тә алып уҡырын, тутыйғоштоң аҡыллы фекерҙәрен ижадында ҡулланырын  белмәй ине әле ул саҡта.

 Шәкертенең тәҡүәлеген күргән ишан уға Әбүғәлисинаның “Әш-шифа” китабын бирҙе, әммә Мәжит уға әллә ни илтифат итмәне, уның ижтиһады күберәк әҙәби әҫәрҙәргә йүнәлтелгәйне. Был шәкерттең бағымсылыҡҡа ла, хәлфәлеккә лә, дин ғилемен таратыуға әллә ни илтифат итмәҫен, мөхәббәте тик әҙәби ижад булырын ныҡлап аңлаған Зәйнулла ишан  уға “Ләйлә менән Мәжнүн”, “Хосрау менән Ширин”, “Таһир менән Зөһрә” ҡиссаларын уҡырға бирҙе. Аллаһ һәр даим еребеҙгә, йәки айырым бер төбәккә кәрәкле кешеһен үҙе самалап тәғәйенләй. Тимәк, был шәкертте ергә Хаҡ Тәғәләбеҙ әҙип итеп ебәргән. Яҙған шиғырҙарын шәриҡтәштәре лә  ярата бит. Был юҡҡа түгел. Ошоларҙы уйлап, ихлас яҙышҡан шәкертенә үҙе бик ҡәҙерләп һаҡлаған “Кәлилә үә Димнә” китабын да биреп торорға булды.

- Уйлап йөрө, аҙағыраҡ үҙең дә ошоға оҡшаш мәҫәлдәр яҙырһың, - тине. – Тормош юлыңда аҫтыртын ғына яуызлыҡ эшләүсе, мәкруһ ниәтле, юхалап кешеләрҙе төп башына ултыртҡан  мәкерле Димнә һымаҡтар ҙа, аҡыл менән уйлап эш итеүсе, фекере камил, аңы теүәл Кәлилә кеүектәр ҙә күп осрар. Шул саҡта ошо китапты иҫеңә төшөрөрһөң дә шундайҙар тураһында мәҫәл яҙып ҡуйырһың.

Зәйнулла ишан өҫтөнә баҫты: күп булһа, ун йыл үтер, Мәжит үҙенең ижад иткән мәҫәлдәре менән танылыу яулаясаҡ һәм үҙ ваҡытында “Кәлилә үә Димнәне” биреп уҡытҡан хәлфәһенә эстән генә гел рәхмәттәр уҡыясаҡ.

Беренсе уҡыу йылы дәрестәр, китаптар күсереү менән һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Апрель башында шәкерттәрҙең ҡайһы береһе ҡаҙаҡ далаларына мөғәллимлеккә , ата-әсәләре булғандары өйҙәренә ҡайтып китте. Мәжит тә бер байға барып кашевар булып эшкә урынлашты. Үҙенең иленә ҡайта алмауы хаҡында шиғыр ҙа сығарҙы.

                            Иртә була, кис була,

                            Ҡуйындарға ел тула.

                            Етемдәргә ҡайҙа ла бер,

                            Таң ата ла кис була.

Апаруҡ аҡса туплап, сентябрь айында Мәжит мәҙрәсәгә ҡайтты. Уҡыу алдынғыһы булған шәкертен Зәйнулла ишан көтөп алды. Буласаҡ яҙыусыға Ҡырымда сыҡҡан “Тәржеман” гәзиттәрен бирҙе.

- Икенсе йыл Рәмиевтарҙың алтын приискыһына барырһың. Бына “Тәржеман” гәзитендә Закир атлыһының шиғырҙары сыҡҡан. Аҡмулла менән ярышып шиғыр яҙалар. Улар икеһе лә миңә дуҫ кешеләр, шәкерттәремә эш хаҡын гел мулдан түләйҙәр, – тине остазы. – Бер осрағанда һинең турала ла һөйләшеп ҡуйырмын.

Уҡыуының икенсе йәйендә Мәжит Рәмиевтарҙың алтын приискыһына барып урынлашты. Буласаҡ яҙыусы бында аҡса ғына эшләп ҡалманы, үҙенең яҙыласаҡ әҫәренә мәғлүмәт тә тупланы.

Троицки тирәһендә йәшәгән ҡаҙаҡтар балаларын Зәйнулла ишанда уҡытыуҙы өҫтөн күрә, шуға күптәр балаларын уҡырға “Рәсүлиә” мәҙрәсәһенә алып килә. Өсөнсө йыл уҡығанда ҡаҙаҡ шәриҡтәштәре йәйгелеккә Мәжитте үҙҙәренә Ҡараһыуға алып ҡайтты. Бер нисә мәҙрәсәлә уҡып, хәлфә дәрәжәһенә күтәрелгән шәкертте ҡаҙаҡтар яратып ҡабул итте, өйҙән-өйгә йөрөтөп Ҡөръән уҡыттылар, балаларына дәрес бирҙерттеләр. Бигерәк тә ҡаҙаҡ малайҙарына Мәжиттең үҙе сығарған мөнәжәттәре оҡшаны.

                   Йә, Хоҙайым, Раббым, Аллам,

                   Донъялыҡта дәүләт бир,

                   Әхирәттә йәннәт бир,

                   Телемә зекер-тәсбих бир,

                   Күңелемә тәүфиҡ бир!

Сауап була тип, уның динде ололоҡлаған мөнәжәттәрен бала-саға ғына түгел, хатта ололар ҙа, телдән төшөрмәй әйтеп йөрөй башланы. Ҡаҙаҡ һынсылдары:

- Әлхәмдүлилләһ, дәрестәре шағир Аҡмулла хәлфәнеке һымаҡ тәрән мәғәнәле, һөйләгән вәғәздәре күңелгә ятышлы, йәш булһа ла күпте күргән, күпте кисергән, - тип Мәжитте ун туғыҙынсы быуаттың бөйөк шағирына ла оҡшатып ҡуялар ине.

- Зәйнулла ишандың шәкерте бит. Остазы ниндәй, шәкерте шундай. – Ысынлап та, ниңәлер, ҡаҙаҡтар барлыҡ мосолман ҡәрҙәштәр араһынан башҡорттарҙы яҡын күрә ине. Егеттәре башҡорт ҡыҙҙарын ярата, уларға өйләнеүҙе үҙенә дәрәжә һанай. Бәлки Мифтахетдин Аҡмуллаға, Зәйнулла ишан хәҙрәткә булған тәрән ихтирам ҡаҙаҡтарҙы шулай башҡортҡа яҡынайтҡандыр.

Мәжитте яҡын-тирә ауылдарға ла саҡырҙылар, һәр ерҙә уны хәлфә тип ҙурланылар, вәғәздәрен яратып тыңланылар. Иркен ҡаҙаҡ далаларында уның күңеле ял итте. Йәшлек үҙенекен итә, йөрөй торғас, егерме бер йәшлек егет алсаҡ йөҙлө, алма битле, ҡара ҡашлы ҡаҙаҡ ҡыҙына ғашиҡ булды. Кистәрен үләңдәр ижад иткән Урынтай аҡын менән осрашалар ҙа ул Мәжиттең шиғырын көйгә һала, шунда уҡ думбыраға ҡушылып йырлайҙар. Мәжит тә үҙе сығарған шиғри юлдарын һамаҡлап ебәрә:

                   Һа-а-а-ай, иркен ҡаҙаҡ далаһы,

                   Сыңлай дәртле домбраһы.

                   Үләңсеһе үләң әйтә,

                   Шул далала килә ҡалаһы.

Ғашиҡ егет күңел кисерештәрен һөйгәненә думбыра сыңы аша еткерергә тырышҡайны, әммә ай-вайына ҡарамай, ҡаҙаҡ сибәркәйен бер байға икенсе бисәлеккә биреп оҙаттылар. Дуҫы Урынтай аҡын Мәжитте үҙенсә йыуатырға тырышты:

- Ил бөтмәһә, ир бөтмәҫ, яулыҡ бөтмәһә, ҡыҙ бөтмәҫ. Яҙмышыңа яҙмағанға эсеңде бошорма.

 “Рәсүлиә” мәҙрәсәһендә Мәжит йәмғеһе һигеҙ йыл уҡыны, шуның һуңғы йылдарында йәйҙе ул гел ҡаҙаҡ дуҫтары араһында үткәрҙе. Көҙ етһә, йәнә мәҙрәсәгә әйләнеп ҡайтты.

Зәйнулла ишан, ваҡыты тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, һәр саҡ буласаҡ әҙип шәкертенә иғтибарын бүлде, осрашып һөйләшергә сараһын тапты. Бер шулай шәкерттәр мәҙрәсә баҡсаһында шәриҡтәштәре менән йөрөп ята ине, ҡаршыларына Зәйнулла ишан килеп сыҡты:

- Ни ҡыйратып йөрөйһөгөҙ? – тип һораны ишан ҡарашын Мәжиткә төбәп.

- Бынау ҡырмыҫҡа менән сиңерткәгә ҡарап торам. Һеҙ биреп уҡытҡан “Тутыйнамә”ләге  ҡыҫҡа хикәйәләр иҫкә төштө.

- Ошо күҙәтеүеңде шиғыр юлдарына һала алаһыңмы?

- Мөмкин.

- Ә һин анау осоп йөрөгән бал ҡорто менән себенгә иғтибар ит әле. Улар тураһында ла мәҫәл яҙып була бит.- Зәйнулла ишан һәр ҡайһыныһы үҙ эше менән мәшғүл бөжәктәргә төртөп күрһәтте.

- Йә, нисек?

- Күрәһеңме, ана, бал ҡорто гел сәскәгә ҡуна, ә себен бысраҡ урын эҙләй. Шул турала яҙып ҡара әле. Аҙаҡ миңә уҡытырһың.

Шәкертен уйҙарға һалып, остазы китеп барҙы, ә Мәжит теге бал ҡорто менән себенде диҡҡәт менән күҙәтә башланы: ысынлап та, кем нимә эҙләй, шуны таба икән. Ана, бал ҡорто бер сәскәгә ҡунды ла һортомон батырып, уның һутын һурып алып, ары осто; ә себен бер сүп-сар түгелгән ҡыйлыҡҡа барып ҡунды, тәпәйҙәре менән соҡсоноп, шунан  ниҙер эҙләй башланы; эшем эйәһеләй булып, сүп-сар һайын безелдәп осоп йөрөнө лә үтеп барған бер балаға барып йәбеште, беҙҙәй осло моронон бала битенә батырҙы. Йә, Хоҙай, был бала сирләп ҡуймаһын.  Мәжит йүгереп барып ҡыуам тигәнсе йылғыр себен осоп та китте, күҙҙән дә юғалды. Ике бөжәктең фиғелен күҙәткән шәкерттең күңелендә ошондай юлдар хасил булды:

 

                            Ике бөжәк

                                      Лира Яҡшыбаева

                   Һорағандар бал ҡортонан,

                   Ерҙә ниҙәр күрәһең?

                   Яуап биргән эшсән бөжәк:

                   Ер шау сәскә, күрәмен.

                            Һорағандар, ти, себендән

                            Ерҙә ниҙәр күрәһең?

                            Яуап биргән хашшаҡ себен

                            Ерҙә сүплек күрәмен.

                                      Сүплектән-сүплеккә ҡунып

                                      Бар нәжесте йыямын.

                                      Эрен, ҡутыр, таҙға ҡунып,                                     

                                      Хашшаҡлыҡ таратамын.

                                               Бөжәктәр кеүек бәндә лә

                                               Ни теләй, шуны күрә:

                                               Берәү ғашиҡ матурлыҡҡа,

                                               Берәү гел сүп-сар күрә.

                            Матурлыҡты күреүселәр

                            Ергә иман тарата;

                            Гел хашшаҡты күреүселәр

                            Күңелгә фәхшәт ата.

Шәкерт мәҫәлен “Бал ҡорто һәм себен” тип атаны ла иртәгәһен уны  остазына күрһәтте.

- Афарин, - тине Зәйнулла ишан. – Башлап яҙыусы өсөн насар түгел. Кешеләргә әйтер һүҙең бар. Теге саҡта ла бит, эҙмә-эҙлекле фекер йөрөтөү һәләтенә эйәһең, тигәйнем. Иманым камил, ситләтеп әйтеп, өгөт-нәсихәт бирә алған оҫта мәҫәл яҙыусы сығыр һинән, иншаллаһ! “Кәлилә үә Димнә”не шәп үҙләштергәнһең. Кәңәшем шул, яҡшы шағир булғың килһә, Мифтахетдин Аҡмулла шиғырҙарын да өйрән. Уның һымаҡ  дөрөҫлөктө күҙгә ҡарап әйткән, үҙ мосолманын нәҡ “Ҡөрьән”гә нигеҙләнеп тәрбиәләргә тырышҡан әҙиптәр һирәк.

Зәйнулла ишан, әле генә әйткәнен ҡеүәтләргә теләгәндәй, тылсымлы ҡулдары менән Мәжиттең башынан һыйпап, арҡаһынан һөйөп ҡуйҙы.

- Аллаһ һине беҙҙең мәҙрәсәгә юҡҡа килтермәгәндер. Һин бер  саҡ үҙеңде лә, беҙҙең “Рәсүлиә”не лә данға күмерһең, иншаллаһ.

Ишан һынлы ишан  маҡтағас, Мәжиткә ҡанаттар үҫеп сыҡҡандай булды. Үҙен ул бына-бына талпыныр ҙа ерҙән осоп китер һымаҡ хис итте, йөрәге елкенде. Был ысынмы икән ни? Ул шағир була алырмы?

Бер көндө кисләтеп кенә остазы уны үҙ янына саҡыртып алды. Ни булды икән, әллә берәй яҙыҡ эш ҡылдыммы, тип ҡурҡа-ҡурҡа ғына мөғәллимдең бүлмәһенә инде.

- Ултыр, улым, - тип үҙ янынан урын күрһәтте ишан. - Һөйләшәһе һүҙ бар.

Уның күҙ ҡарашы борсоулы ине. Бер аҙ өндәшмәй ултырғас, ҡарлығыңҡыраған тауыш менән башлап китте:

- Һинең йәшәйешең, шәкертем, шайтан шағараҡ ҡорған заманға тура килер. Әҙәм балаһының аңы томаланыр, күңел күҙе һуҡырайыр. Динде һанламаған кешеләр Аллаһтың барлығын, берлеген танымаҫ. Нәфсе ҡолдары, тәкәбберҙәр маһайыуҙың сигенә сығыр, үҙҙәрен Ер шарының күсәре  һымаҡ  хис итер. Шул саҡтарҙа елгә ҡаршы төкөрмә, төкөрөгөң үҙеңдең битеңә сәсрәр. Тинтәктәр генә бар белгәнен ҡысҡырып һөйләп йөрөй. Аҡыллылар кешеләрҙе тыңлай, уйлай, үҙенсә эшләй. Иҫеңдәме, Йософ Баласағунлының “Ҡутадғу билиг” әҫәрен үткәйнек? Беҙ уны “Бәхетле булыу ғилеме” китабы тип атаныҡ. Үҙ заманының аҡыл эйәһе Йософ Баласағунлы “Кешене юғары күтәргән дә тел, түбән төшөргән дә тел; тел арҡылы бәхеткә ирешергә лә, башыңды юғалтырға ла мөмкин”, - тигән. Шағир Мифтахетдин Аҡмулла дуҫтың ошо юлдарын да иҫеңдә тот:

                   Ун бәләнең туғыҙы телдән тыуыр,

                   Аҡылы бар әҙәмдәр телен тыйыр.

                   Ауыҙыңдан сығарһаң яман һүҙҙе,

                   Аждаһа булып, артыңдан һине ҡыуыр.

                            Бәхетең артыр кәм булып яралмаһаң,

                            Кемдәр юлай ҡашыңа - һарылмаһаң

                            Урынһыҙ ерҙә телде тыймаҡ кәрәк,

                            Серең ситкә сығарма, ярылмаһаң.

Беҙҙең был һөйләшеүҙе һис ҡасан онотма, шәкертем, мин - ваҡыт аша күреүсе. Шайтан ҡоторған саҡтарҙа ҡара көстәр мине дошман күрер, шул ваҡытта уларҙы өндәшмәй ең. Аллаһ белеүсе, күреүсе. Яҙмышыңды Аллаһҡа тапшыр, бар ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырһың.

Мәжит был һүҙҙәргә яуап итеп ҡапылда ни әйтергә лә белмәне. Әммә остазының кәңәштәрен ғүмерлеккә хәтерендә ҡалдырҙы. Үҙе өсөн ауыр саҡтарҙа, бөйөк ишандың күңәштәрен иҫенә төшөрөр ине. Ошондай барыһын алдан белеп, күреп торған шәйех ҡулында ете йыл буйы ғилем алырға  насип иткәне, яҡшы кәңәштәре өсөн ҡалған ғүмерендә һәр саҡ Аллаһы Тәғәләгә рәхмәт әйтте.

Мәҙрәсәне тамамлап, остазы Зәйнулла ишан менән хушлашҡанда:

 - Минең бында егерме биш йәшкә тиклем уҡыуым бушҡа китмәне, мәҙрәсәлә төплө белем алдым.  Дини белем менән бер рәттән бында донъяуи фәндәрҙе лә яҡшы үҙләштерҙем. Беҙҙе тормошҡа әҙерләп сығарҙығыҙ. Инде теләһәм, йә төҙөүсе, йә рудасы, йә табиб, йә мөғәллим булырға хәлемдән килә. Әммә күңелем әҙәби ижадты яҡын итте. Утыҙлаған зиннәтле китапты ҡулдан күсереп яҙып алдым. “Рәсүлиә”лә алған ғилемемде инде тыуған яғыма ҡайтып илемә таратам, Аллаһ теләһә. Барыһы өсөн дә рәхмәт, - тине.

 “Рәсүлиә” мәҙрәсәһе, Зәйнулла ишан менән аралашыуҙар, уның дәрестәре йәш егеттең  күңелендә иң бәхетле көндәре булып, мәңгелеккә уйылып ҡалды.

Тик был саҡтарҙа булсаҡ шағир үҙенең бөйөк әҙип булырын, уның ижады хаҡында китаптар яҙылырын, тыуған ауылында, Башҡортостандың башҡалаһы Өфөлә үҙенә һәйкәл ҡуйылырын да белмәй ине әле. Белһә, оялыр: “Зинһар үтенәм, бөйөк ғилем эйәһе остазымдан алда мине маҡтамағыҙ, миңә һәйкәл ҡуя күрмәгеҙ. Уның аҡылы, ғилеме алдында мин дарьъянан ағып сыҡҡан бер инеш кенә бит”, - тиер ине.

1934 йылдың октябрь аҙаҡтары.  Фани донъяны ҡалдырып, баҡыйлыҡҡа китергә ваҡыт етеп, үлем түшәгенә ятҡан халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың күңеленә үкенесле бер хис тынғылыҡ бирмәй. Мәңгелек донъяла йәндәре осрашһа, остазына ни тип әйтер, нисек оялмай төҫөнә ҡарар? Әстәғәфирулла тәүбә, барыһы белә, дәһриҙәргә эйәреп, бер һулыш алырлыҡ донъя өсөн, остазына тел тейгеҙгән саҡтары булды, динен яманланы, әлбиттә, илдең дәһрилеге  мәжбүр итте. Мәжит Нурғани улы тәүбәһенә ҡайтып, көндәр буйы Аллаһынан ғәфү үтенде, белгән доғаларын эстән генә тәкрарланы ла тәкрарланы. Һуңғы йылдарҙа остазы Зәйнулла ишанға арнап мәҙех шиғыр ҙа яҙып ҡараны, тик уны ташҡа баҫтырып сығарыу мөмкин түгел ине, заманы ҡот осҡос булды. Йәшерен-батырыны юҡ, үтә ныҡ уҫал, яһил әҙәмдәрҙән шағир гел ҡурҡып йәшәне. Уның күҙ алдында камил иманлы, тоғролоҡтоң үҙе булған Мансур Халиковты ни хәлгә төшөрөп харап иттеләр? Меңәрләгән дин әһелдәрен бер сәбәпһеҙгә, Аллаһы Тәғәләнең берлеген, барлығын таныған өсөн генә төрмәләргә, себерҙәргә ебәреп хөкөм иттеләр, хатта һорау алып тормай аттылар. Быларҙың барыһын да ул үҙ күҙҙәре менән күрҙе.  Мәңгелек донъяла остазы менән йәндәре осрашһа, үҙенең аяныслы хәлен нисек аңлатыр? Хәйер, замандың  дауыллы булыуы рухына Зәйнулла ишанға әхирәттә мәғлүмдер. Бер һөйләшкәндә үҙе: “Телеңде тыйып йөрө”, - тип өйрәткәйне. Тимәк, замандың ошолай булырын алдан белгән, күргән булған остазы.

Фани донъя - бер мәл генә, ул һынау үтеү дәүере. Алда мәңгелек - баҡый  ғүмер. Ваҡыт һынауын уңышлы үткәндәр Аллаһу Сөбхәнә Тәғәләнең мәңгелек һөйөүенә һәм ихтирамына лайыҡ. Зәйнулла ишаныбыҙ Аллаһ хозурына ирешкәндер, урыны йәннәттең фирдәүес баҡсаһындалыр, иншаллаһ! Туған халҡы белһен ине: әҙәм балаһы өсөн Аллаһ ризалығына ирешеүҙән дә юғарыраҡ абруй-дәрәжә, мәңгелек дәүләт юҡтыр. Йәнә, халҡының абруйын, һөйөүен яулаған, намыҫлы йәшәгән шәкерттәре лә мәңгелек донъяла, моғайын, уның үҙ ҡорондалыр. Аллаһтан төпкөл аң, тәрән аҡыл бирелгәндәр ике донъяла ла, баҡыйында ла, фанийында ла, берҙәм һәм бергә булырға тейештәр.

Зәйнулла ишандың “Рәсүлиә” мәҙрәсәһендә һигеҙ йыл уҡып, ғилем эстәгән, иң яҡшы уҡыусыларының береһе иҫәпләнгән Мәжит Нурғәни улы Ғәфүров том-том китаптар ижад итте һәм башҡорттарҙың ғына түгел, татар, ҡаҙаҡ халҡының да яратҡан яҙыусыһы булып танылды. Өфөлә башҡорт халыҡ шағирының исемен мәңгеләштереү йәһәтенән йорт-музейы эшләп килә, Башҡорт академия драма театры Мәжит Ғафури исемен йөрөтә, театр алдына күркәм һәйкәл ҡуйылған. Зәйнулла ишандың талантлы шәкерте – бөгөн халҡыбыҙҙың ғорурлығы.

Лира Әхмәт-Яҡшыбаева “Зәйнулли ишан” Икенсе бүлек. Хаҡиҡәт юлынан – мәңгелеккә.Өфө, Китап: 2019. 210 c. (127-143)

Автор:
Читайте нас