+30 °С
Облачно

Мөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбаева. Хәтирәләр. Кирәмәт.

ИШБУЛАТОВА Мәзунә, 1956 йылғы. Сибай ҡалаһы. Мин 3-сө класта, һеңлем Миңзәлә 1-селә уҡып йөрөйбөҙ.Әсәйебеҙ йәнә Манһырға барырға йыйынды. Көтмәгәндә Миңзәлә һеңлем сумкаһынан ҡулъяулыҡҡа төрөлгән бер нәмә алды ла сығып китергә торған әсәйемә һондо:

Мөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбаева. Хәтирәләр. Кирәмәт.Мөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбаева. Хәтирәләр. Кирәмәт.
Мөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбаева. Хәтирәләр. Кирәмәт.

Беҙҙең ғаиләлә мәшһүр ғилем эйәһе тураһында күп кенә хәтирәләр һаҡлана. Әсәйем, Зөһрә Шәйшәриф ҡыҙы, хәҙрәт олатайҙы бик ярата, йыл да барып хәйер биреп, күренеп ҡайтмаһа, күңеле булмай торғайны.

Мин 3-сө класта, һеңлем Миңзәлә 1-селә уҡып йөрөйбөҙ.Әсәйебеҙ йәнә Манһырға барырға йыйынды. Көтмәгәндә Миңзәлә һеңлем сумкаһынан ҡулъяулыҡҡа төрөлгән бер нәмә алды ла сығып китергә торған әсәйемә һондо:

- Хәҙрәт олатайға хәйергә тип аҡса йыйғайным, шуны бирерһең әле.

Әсәйем төйөнсөктө сисеп ҡараны ла:

  • Бында ни гел бер, ике тинлектәр ҙәһә, һинең ул 12 тинеңә хатта бер булка икмәк тә килмәй, - тине.
  • Әтеү олатайға нимә бүләк итәйем һуң? - тип һеңлем илар сиккә етеп, танауын мырш-мырш тарта ла башланы.

-Ярар, ярар, бирермен, илама, ҡыҙым,- тине әсәйем уны тынысландырып һәм ҡулына алдан әҙерләп ҡуйған юл моҡсайын алды. Манһыр барып ҡайтҡас, хайран ҡалып, әсәйем беҙгә ошоларҙы һөйләне.

- Өшкөрөлөп бөтөп, сығайым тип кейенеп торғанда, үҙенән-үҙе кеҫәмдән иҙәнгә сылтырап тинлектәр ҡойола башланы. Ҡараһам, Минзәлә ҡыҙым  биреп ебәргән аҡса. Был хәлгә шаҡ ҡатып, хәҙрәткә ҡарайым. Ул рәхәтләнеп көлә:

- Ҡыҙымдың ебәргән бүләген бирергә оноттоң бит, Зөһрә һылыу, - ти. - Бала бит өмөтләнеп көтөп тора. Аманатҡа хыянат итергә аслан ярамай. Хәҙрәт ябай ун ике тинде ун ике алтын тәңкәләй күреп кеҫәһенә һалып алды ла ултырып тороп доға ҡылды.

- Был ҡыҙың бик бәхетле булыр, иншалла.

Әсәйем һөйләгәндә ниҙер уйланып ултырған һеңлем һорай ҡуйҙы:

- Әсәй, ә һин хәҙрәткә ҡайһы ваҡытта ингәйнең?

- Төштән һуң, - тип яуап бирҙе әсәйем һеңлемә һораулы ҡарап.

- Мәктәптән ҡайтып килгәндә бер ҡыҙыҡ булды. - Һеңлем тағы уйланды. - Бер аҡ һаҡаллы, һөйкөмлө генә ҡарт йылмайып ҡаршыбыҙға килеп сыҡты ла:

- Рәхмәт, балам, иншалла, бәхетле булырһың, һәйбәт уҡырһың,- тип башымдан һыйпаны, арҡамдан һөйҙө, төштән һуң ине. - Әстәғ, беҙҙең Темәстә бындай бабай булғаны юҡ та инде, тип уйланым да баяғы ят кешене танырға итеп артыма боролоп ҡараным, унда бер кем дә күренмәне. Эргәмдән килгән класташым Зиләнән һорайым:

  • Әле осораған бабайҙы таныныңмы?- тим.
  • Ниндәй бабай?- ти Зилә.
  • һуң әле генә осораны, минең арҡамдан һөйҙө.
  • Кит юҡты, мин бер ниндәй ҙө бабайҙы күрмәнемсе. - Үҙенең күҙе шарҙай булды. - Күҙеңә күренгәндер.

- Юҡ, күрҙем! - тип еңешәм һаман. Зилә, мине ҡалдырып, йүгереп ҡайтты ла китте.

һеңлем илай яҙып беҙгә лә иҫбатларға тырышты:

- Күргәс күрҙем инде, бына ап-асыҡ итеп күрҙем.

Был һөйләшеүҙе тыңлап бөткәс, әсәйем уйсан ғына итеп әйтеп ҡуйҙы:

- Был хәҙрәт олатайҙың беҙгә күрһәткән кирәмәте. Изге кеше юлыңда осрағас, тормошоңдан уңырһың, бәхетле булырһың, балам!

Ысынлап та, Миңзәлә һеңлем уҡыуҙа ла ал бирмәне, ирҙән дә уңды, тормошо ла етеш. Уның өсөн шатланып, бөтәбеҙ ҙә хәҙрәткә рәхмәт уҡыйбыҙ:

- Һеңлебеҙгә хәҙрәттең фатихаһы төштө! - тибеҙ- Урыны йәннәттең түрендә булһын олатайыбыҙҙың!

 

Фотола Мөжәүир хәҙрәт тураһындағы китаптан алынған исемлек.

Автор:
Читайте нас