

Бөгөн даланлы уҡыусыбыҙ хәләл ефете Дилбәр менән үҙенә тәғәйен бүләкте килеп алды.
Ул – ҡурайсы, һәүәҫкәр композитор, уҡытыусы.
Стәрлетамаҡ сәнғәт техникумын, БДУ-ның Сибай институтын тамамлаған. Баймаҡ музыка мәктәбендә ҡурай класында балаларға белем бирә.
Шулай уҡ уның ике китабы сығып килә: береһе “Мелодии для курая” (Сибай институтының типографияһында) тигән методик ҡулланма. Ҡурай уҡытыусылары, ҡурайсылар өсөн бик кәрәкле китап, икенсеһе – авторҙың үҙенең йырҙары һәм ноталары тупланған китап.
19 сентябрь “Яҙыусылар союзы”нда ике китаптың да презентацияһын үткәрергә планлаштырабыҙ тиҙәр.
Хәлил Биктимеровтың йырҙарын Рәмил Туйсин, Хәсән һәм Зилә Усмановтар, Әлфиә Заһиҙуллина, Илгизә Алсыновалар башҡарған. Рәмил Туйсин башҡарған “Яуһын әле ҡарҙар” йыры (Хәлил Биктимеров көйө, Фирүзә Абдуллина шиғыры) “Юлдаш-хит”та еңеүсе булһа, Илгизә Алсынова башҡарған “Һағынманым тимә” (Хәлил Биктимеров көйө, Рәзилә Рысҡужина һүҙҙәре) йыры “Юлдаш” радиоһы үткәргән конкурста Гала-концертҡа сыҡҡан.
Хәлил Биктимеров рухи яҡтан бай шәхес, ул Өфөлә "Ғәлиә" мәҙрәсәһен тамамлап, муллалыҡ эше менән дә шөғөлләнә. Йәштәргә никах уҡый, исем ҡуша һ.б. Ырымбурға барып, музейға ҡурай һәм музыка мәктәптәре өсөн ун китабын бүләк итеп киткән.
Уның ҡатыны Дилбәр ҙә бик актив, позитив, дәртле ҡатын-ҡыҙ: “Баймаҡ ҡалаһы ҡоролтайындамын. Беҙ йыл һайын республика баҫмаларына, шул иҫәптән, “Башҡортостан ҡыҙы” журналына һәр беребеҙ аҙ килемле ғаиләләргә, МХО яугирҙары ғаиләләренә һәм башҡаларға яҙҙырабыҙ. Быйыл да “Добрая подписка” акцияһына ҡушылып, егерме подписка эшләнек. Мин үҙем сәсте тәрбиәләү салоны етәксеһемен. Салоныбыҙҙа “Башҡортостан ҡыҙы” журналын да һалып ҡуйғанбыҙ, сәс киҫтерергә килгән ҡатын-ҡыҙ, ир-егет ул журналдарҙы уҡый, алып ҡайтып, уҡып, кире килтереп тә бирәләр”, - тип һөйләй ихлас күңелле Дилбәр Биктимерова.
Беҙ был бәхетле матур парға һоҡланып тороп ҡалдыҡ, уларға киләсәктә лә уңыштар, бәхет, сәләмәтлек теләйбеҙ!