+24 °С
Дождь

“Ватанды һаҡлаусылар” фонды менән хеҙмәттәшлек

“Башҡортостан ҡыҙы” журналы хеҙмәткәрҙәре “Ватанды һаҡлаусылар” фонды менән хеҙмәттәшлек итә. Кисә журналистар Фонд хеҙмәткәрҙәре менән осрашты, журналыбыҙҙың март айы һанының тышлығында сыҡҡан Гүзәлиә Хисаметдинова менән һөйләште, фотоға төшөрҙө, эштәре менән ҡыҙыҡһынды.

“Ватанды һаҡлаусылар” фонды менән хеҙмәттәшлек“Ватанды һаҡлаусылар” фонды менән хеҙмәттәшлек
“Ватанды һаҡлаусылар” фонды менән хеҙмәттәшлек

Гүзәлиә Әхмәҙетдин ҡыҙы – махсус хәрби операция батыры Илнур Кәрим улы Хисаметдиновтың әсәһе. Ул Бишбүләк районы Көнгәр-Мәнәүез ауылы мәктәбендә 37 йыл уҡытыусы булып эшләй. Бөгөн хаҡлы ялда һәм, улын юғалтҡандан һуң, районда «Ватанды һаҡлаусылар» фондының социаль координаторы булып тора. Маҡсаты – улдары, ирҙәре һәләк булған ғаиләләргә, балаларын эҙләгән әсәләргә ярҙам итеү.

Әлеге көндә “Ватанды һаҡлаусылар” фондының филиалдары бөтә республика буйынса таралған. Хеҙмәткәрҙәр Өфөгә, төп офисҡа килеп тә эшләйҙәр.

Фондтың төп маҡсаты – махсус хәрби операция ветерандарына һәм һәләк булған ир-егеттәребеҙҙең ғаиләләренә дәүләт ярҙамы алыуға булышлыҡ итеү. Тап бына ошо өлкәлә халыҡҡа төрлө яҡлы консультация бирәләр.

Социаль координаторҙар һәр ветеранға һәм һәләк булған яугир ғаиләһенә социаль ярҙамды дәүләт фонды иҫәбенән бушлай ойоштора. Фонд түбәндәге йүнәлештәр буйынса ярҙам күрһәтә:

  • юридик ярҙам;
  • психолог-терапевт ярҙамы;
  • медицина реабилитацияһы, паллиатив медицина ярҙамы, шифахана-курорт дауалауы, өйҙә (оҙайлы ваҡытта) тәрбиәләү хеҙмәтенән файҙаланыуға булышлыҡ итеү;
  • дарыуҙар, медицина изделиелары, техник реабилитация саралары менән тәьмин итеү;
  • махсус хәрби операция ветерандарына социаль яраҡлашыу буйынса программалар әҙерләү һәм уларҙы тормошҡа ашырыу;
  • йәмғиәтте патриотик рухта тәрбиәләүгә йүнәлтелгән аң-белем таратыу эшмәкәрлеген һәм махсус хәрби операция ветерандары иҫтәлеген һәм уларҙың батырлығын мәңгеләштереү буйынса саралар ойоштороу;
  • ветерандар ҡатнашлығында спорт саралары уҙғарыу, шулай уҡ инвалид ветерандарҙы паралимпия хәрәкәтенә йәлеп итеү;
  • мәҙәниәт учреждениеларына ташлама менән һәм бушлай йөрөүҙе ойоштороу, илдең тарихи-мәҙәни мираҫы менән таныштырыу;
  • документтар юллауҙа (терге-ҙеүҙә) ярҙам күрһәтеү.

 

“Ватанды һаҡлаусылар” фонды менән хеҙмәттәшлек
“Ватанды һаҡлаусылар” фонды менән хеҙмәттәшлек
“Ватанды һаҡлаусылар” фонды менән хеҙмәттәшлек
Автор:
Читайте нас