+23 °С
Болотло

Уҡсылар ярышасаҡ.

Бөгөн беҙгә Еңел атлетика буйынса тренер, С. Юлаев ордены кавалеры , мәғариф алдынғыһы , Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең почетлы ағзаһы, еңел атлетика буйынса спорт мастеры , Рәсәйҙең физкультура һәм спорт алдынғыһы Фәйзулла Абдрафиҡов килеп китте.

Уҡсылар ярышасаҡ.Уҡсылар ярышасаҡ.
Уҡсылар ярышасаҡ.

Фәйзулла Абдрафиҡов Рәсәй Федерацияһының физик культура һәм спорт буйынса федераль агентлығының «Рәсәй чемпионын әҙерләгәне өсөн»(2002) Почет грамотаһы, «Инвалидтар спортын үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн» Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең Почет грамотаһы (2008), Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм Министрлығының «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы физик культура һәм спорт хеҙмәткәре»(2009) почет билдәһе менән бүләкләнгән, Рәсәй Федерацияһы Спорт министрлығының «Физик культура һәм Спорт отличнигы» билдәһе (2014), Салауат Юлаев ордены (2019), «Атайсал – бәләкәй Тыуған ил» проектын тормошҡа ашырыуға индергән шәхси өлөшө өсөн (2022) Башҡортостан Республикаһы башлығының Рәхмәт Хаты менән наградлагған.

Ул бик актив шәхес. Әле лә изге йомош менән йөрөй. Балаҡатай районы Яңыбай ауылында Ватанды һаҡлаусылар йылына, Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылына, Башҡортостандың дәүләт гербы авторы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ислахов Фазлетдин Фәррәх улы иҫтәлегенә арналған уҡтан атыу буйынса асыҡ турнир ойошторалар икән. Турнир 9 авгусҡа тәғәйенләнгән.

Беҙ был ярыштың мәғлүмәти спонсоры булып сығыш яһаясаҡбыҙ. Турнирҙа еңгән ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе хаҡында “Башҡортостан ҡыҙы” ҡатын-ҡыҙҙар һәм ғаилә өсөн ижтимағи-сәйәси, әҙәби-нәфис журналында мәҡәлә донъя күрәсәк.

Уҡсылар ярышасаҡ.
Уҡсылар ярышасаҡ.
Автор:Роза Хуснуллина
Читайте нас