

Тиңһәлеп татыулыҡта, муллыҡта, имен-аман ғүмер итеүҙәренең сере - хәҙрәт фатихаһын алыуҙан, тип иҫәпләй улар. Етмәһә, тормош юлдашы Йәнтүрә хәҙрәттең абыстайы Гөлйемештең энеһе икән. Йәғни, атаһы Байтүрә менән Гөлйемеш абыстай бер туғандар.
-Хәҙрәт олатай беҙгә килергә яратты, - ти бәхетле ғаилә ағзалары, - Берәй яҡҡа китеп барышлай йә иһә ҡайтып килешләй ҙә юл ыңғайы тип, беҙгә инә һалып, хәл белешеп, аят уҡып сығыр ине. Фатихалы ҡол арымай, фатихаһыҙ ҡол йәремәй, тип ҡабатларға яратты ул. Үҙе фатиха биргән ғаиләнең тырышып донъя көтөүе, килененең уйынсыл, сәсән телле булыуы ла оло кешенең күңеленә хуш килгәндер, күрәһең.
-Был уғландың исем-шәрифтәре Имен булыр, -тип, ғәҙәтенсә, хәҙрәттең үҙе һайлаған исемде әйтеүе була, Миңлеямал: „Ҡайһылай ямаҡ исем, йүнлерәге табылманымы икән ни?"-тип уйлай. Шунда ук хәҙрәт:
- Имен тигән исемде һис тә ямак тимә, килен, Имен... именлек... Унан да матурырак һүҙ булырмы? Иншалла, уғылыбыҙ зыян-әүрәт, бәлә-ҡаза күрмәй тыныс йәшәр,-ти.
Хәҙрәткә күңел түрендә сикһеҙ һөйөү һәм ихтирам һаҡлаған сәсәниә Миңлеямал үҙҙәренең алтын туйын үткәргәндә, рәхмәтен ошондай һүҙҙәр аша әйтеп бирҙе:
Хәҙрәт олатай беҙҙе никахланы,
Фатихаһын биреп ҙурланы.
Бәрәкәтле ғүмер, бәхет теләп,
Хоҙайҙан ялбарып һораны.
Хәҙрәт олатай никахлағандарҙы
Хызыр-Ильяс тиҙәр ҡурсалай.
Тормоштары түп-түңәрәк була,
һәр бер эше була, ти, уңай.
Хаҡтыр. Гөрләп торҙо тормош,
Сәскә атты бәхет гөлөбөҙ,
Тырыш хеҙмәт, уйын-көлкө менән,
Матур үтте һәр бер көнөбөҙ.
Алты бала - алты шатлығыбыҙ
Үҫте маҙрап йылы ҡосаҡта.
Алтын туйҙар насип итте Хоҙай-
Хәҙрәт фатихаһы һаман да.
***
Мәғдәнгә бай ерҙәр таланттарға ла бай була, тигән юрау-ырым йәшәй халыҡ телендә. Хаҡтыр был юрау. Сөнки мәғдәнле Баймаҡ ере нәҡ шулай: аҙым һайын сәсәндәр, йырсылар, бейеүселәр, ижадсылар.
Ихлас дәртле халыҡ йәшәй был төбәктә. Мөжәүир хәҙрәттең ауылдашы Манһыр ауылы ҡыҙы Миңлеямал быға бер дәлил. Ул йырлай ҙа, бейей ҙә, тирә-яҡта сәсәнлеге менән дә дан алған, бар йәһәттән килгән талантлы ҡатын. Донъяһын да көтә, малын да аҫырай, иренә лә ярай, балаларына ла хәстәрле әсә, унан тыш тегеү, сигеү, бешеренеү оҫтаһы. Ә иң мөһиме -ул ата-бабаларҙан ишеткән бәйет, мөнәжәт, дастан, таҡмаҡ, һамаҡ кеүек бик күп халыҡ ижады ынйыларын хәтерендә һаҡлай. Хәҙрәтебеҙ Мөжәүирҙең бынан 50-60 йылдар элек әйтеп йөрөгән мөнәжәте лә Миңлеямал апайҙың хәтер һандығында һаҡлана. Бына ул мөнәжәт:
Әнтә Шәмси, әнтә Бәҙри,
Әнтә Нури, Фәүҡинур.
Әнтә лә шаһ йә Мөхәммәт,
Әнтә Мифтах, Хисхудур.
Китте әҙәм һәммәһе лә,
Китмәгәйсә ҡалмағай.
Был донъяны мәңге дейеп
Уйламағыҙ һеҙ боғай.
- Хәҙрәт олатайым ошо мөнәжәтте көйләй ҙә йөрөй торғайны, - тип хәтерләй Миңлеямал апай. - Уға атайым ҡушыла:
Ожмахты хаҡ яратты,
Бер йығасты бар итте.
Әттәхиәт исеме итте
Ушал ожмах эсендә.
Халыҡ ижадын белеүҙән тыш, Миңлеямал апай үҙе лә шиғырҙар яҙа. Хис-тойғоға бай был ҡатынды яратып, „Сәсәниәбеҙ, тыуған еребеҙҙең былбыл ҡошо", -тип ҙурлап йөрөтә баймаҡтар. Ул ижадында үҙенең тыуған яғын, хәҙрәт йәшәгән төбәктең матурлығын данларға ярата.
Ай-һай ғына тигән бер ҡырлас бар
Урғаҙаһынҡайҙың буйында.
Ауылҡайым аҫты һары алтын,
Ниндәй хазина юҡ ҡуйынында.
Урғаҙаһын буйы бигерәк йәмле,
Урғаҙаһын буйы тирәкле.
Урғаҙаһын буйы суҡ муйыллы,
Урғаҙаһын буйы еләкле.
Саҡ- суҡ тейеп кенә ҡош саҡыра
Урғаҙыһын буйы туғайҙа,
Донъялыҡта - дәүләт, әхирәттә - йәннәт,
Манһыр кеүек гүзәл ер ҡайҙа!
Сәсәниә үҙе менән: "Мин Манһыр ҡыҙы, - тип таныштырырға ярата. - Данлыҡлы Мөжәүир хәҙрәт йәшәгән ерҙә тыуғанмын, һоҡланғыс шәхесебеҙҙең исемен генә әйтһәм дә йөрәгемдә илаһи хис урғыла, күҙҙәремдән йәш атылып сыға. Уға булған һоҡланыуым, рәхмәтем, ихтирамым сикһеҙ, - ти ул. - Еребеҙгә ошондай аҫыл затты ебәргәне өсөн Аллаһы Тәғәләмә мең-мең рәхмәт! Уның серен, мөғжизәләрен өйрәнергә лә өйрәнергә кәрәк!