+30 °С
Болотло

Тамаҡ - тамуҡҡа. Юмористик хикәйә. Харис Шәрипов.

  Ярар, иртәгә аламараҡ кейемеңде кейеп, әҙерләнеп тор, шылтыратырмын.

Тамаҡ - тамуҡҡа. Юмористик хикәйә. Харис Шәрипов.Тамаҡ - тамуҡҡа. Юмористик хикәйә. Харис Шәрипов.
Тамаҡ - тамуҡҡа. Юмористик хикәйә. Харис Шәрипов.

Хәлимә менән Сәлимә күптән таныштар. Бер-береһенән өс йорт аша ғына йәшәһәләр ҙә, һуңғы ваҡыт бик аралашҡандары юҡ ине. Телефон аша ғына хәл-әхүәл һорашып торалар. Бер көндө Сәлимә сәйгә өндәшкәс, Хәлимә аптырап ҡалды. “Был нисек йомартланып, ҡунаҡсыл булып китте әле?” тип уйланы. Юл ыңғайы күстәнәскә сәй алды ла, Сәлимә йәшәгән биш ҡатлы йортҡа табан атланы. Сәлимәнең өҫтәле бай ине: өс төрлө колбаса, ҡыйбатлы, тишекле сыр киҫеп ултыртҡан. Хужабикә духовканан тауыҡ боттарын алғас, Хәлимә күптән бындай ризыҡ ашамағас: “Бөгөн минең “праздник живота”, эсемә байрам була икән”, - тип ҡыуанды. Өҫтәлгә ҡуйған кәнфиттәр ҙә ҡатыраҡ, шулай ҙа ашарлыҡ, тәмле.

  • Һин дә, әхирәт, минең кеүек пенсия алаһың, был тиклем ризыҡты ҡайҙан алдың ул? Әллә балаларың аҡса бирҙеме? – тип һорамай түҙмәне Хәлимә.

 – Минең  пенсиям фатирға түләүҙән артмай ул. Быйыл хатта варенье ла ҡайната алманым. Ҡуй инде, нишләп әйләнгән һайын арттыралар икән инде. Уты-һыуы, свитенә түлә! Шунан әллә ҡайҙан капремонт уйлап сығарҙылар. Беҙҙең йортта йәшәй башлағандан алып ремонт үткәрелгәне юҡ. Өҫтәлдәге һый – ниғмәттең ҡайҙан икәнен Сәлимә өндәшмәне, һүҙҙе ситкә борҙо:

  • Элек ауылда туғандар бар саҡта күстәнәс килеп тора ине, хәҙер бер кем дә ҡалманы. Кеше ҡырылып үлеп бөтөп бара.

Уның һүҙен Хәлимә эләктереп алды:

  • Ысын булһа, Рәсәйҙә халыҡ кәмегәс, Һиндостан халҡын йәшәргә саҡыралар икән. Яҡын арала егерме миллион кеше килә, ти. Шуларҙың ете миллионын Башҡортостанға ебәрәләр икән. Әле Медицина университетында уҡып йөрөгәнг һинд студенттары шуларҙы дауалаясаҡ, тиҙәр. Кисә интернетта уҡып шаҡ ҡаттым әле.
  • Кит, булмаҫ хәбәрҙе һөйләмә, улар бит тараҡан кеүек үрсейҙәр. Бында һыйыш булмаясаҡ. Өҫтәүенә улар, кеше үлһә күммәйҙәр икән, яр буйында мәйетте яндыралар ҙа, ҡалдыҡтарын йылғаға ташлайҙар. Телевизорҙан күрҙем. Беҙҙә шулай булһа, Ағиҙел өҫтө тулы мәйет булырмы икән, аптыраш!
  • Шулай ҙа ҡайҙан аҡса еткереп, шул тиклем аҙыҡ алаһың ул? – тип Хәлимә һаман ныҡышты. – Мин колбаса тигән нәмәне хәҙер төштә лә күргәнем юҡ.
  • Бик һорағас әйтәйем, анау универсамды күрәһеңме?
  • Артҡы яғы күренә.
  • Ана шул артҡы яғынан алам. Хәҙер бит кибеттәрҙе ныҡ тикшерәләр. Ваҡыты үттеме, апаруҡ ашарлыҡ ризыҡты “просроченный”, - тип сығарып ташлайҙар. Мин тәҙрәнән ҡарап ҡына торам да, шул просрочканы тиҙ генә йүгереп барып, ала һалам. Юғиһә асарбаҡтарҙан ҡалмай. Бомждар күп бит беҙҙең туҡталышта. Көндәр буйы шунда эсеп, байрам итеп ултыралар. Уларға һүҙ әйткән кеше юҡ, иркен.
  • Кит, ерәнмәйенсә нисек ашамаҡ кәрәк, ағыуланып, зыянлап ҡуйһаң?
  • Шөкөр әле, бына ашап ултырабыҙ бит. Хатта шунда эшләгән һатыусылар ҙа үҙҙәренә алалар, ти.
  • Улай булғас, икенселәй миңә лә өндәш, әтеүһә икмәк, һөттән башҡа бер нимә лә ала алған юҡ. Аҡса арттыра алмайым, дарыуы ла ҡыйбат.
  • Ярар, иртәгә аламараҡ кейемеңде кейеп, әҙерләнеп тор, шылтыратырмын.

Шикләнеп кенә ултырһа ла, Хәлимәнең ашағаны аш булып ятты. Иртәгәһен Сәлимә шылтыратыу менән, шыптыр тоҡсай эләктерҙе лә, иҫке халатын кейеп, яулығын күҙенә төшөрөп бәйләне лә, универсам яғына йүгерҙе.

  • Һуңлап йөрөйһөң, тип ҡаршы алды Сәлимә. – Бына һиңә ике киҫәк колбаса, ике киҫәк сыр. Шөкөр, бомждар килгәнсе алып өлгөрҙөм. Хәлимә, бөгөнгө табышынан ҡәнәғәт булып, Сәлимәгә рәхмәт әйтеп ҡайтып китте. Шулай ике ҡарсыҡ универсам артына барыуҙы ғәҙәт итеп алды. Бергә булғас хәүефһеҙерәк тә. Бер көндө, магазиндан сығарып ташлаған аҙыҡты тоҡсайҙарына тултырып торалар ине, өс асарбаҡ килеп сыҡты. Береһе ҡатын затынан, ҡарарлыҡ түгел, күм-күк булып шешенеп бөткән үҙе. “Бына кемдәр беҙҙең байлыҡты урлай”, - тип әбейҙәргә ташландылар. Китте талаш, һуғыш! Сәлимә, үҙенә килеп йәбешкән бәндәнең башына ҡатҡан колбаса киҫәге менән һуҡты. Хәлимә менән бомж ҡатын айҡалаша башланы. Теге Хәлимәнең күҙенә һуҡты. Хәлимә сайылдап тегенең сәсенә йәбеште, бомж ҡатын ҡоланы. Хәлимә тегене типкеләй башланы. Кемдер шылтыратҡандыр, ҡысҡыртып полиция машинаһы килеп етте. Барыһын да этеп-төртөп эске эштәр бүлегенә алып киттеләр. Асарбаҡтарҙан алыр нәмә булмағас, уларҙы тиҙ арала сығарып ебәрҙеләр. Хәлимә менән Сәлимәне, ҙур енәйәтселәрҙе тотҡандай, ныҡ тикшерҙеләр. Бығаса яуапҡа тарттырылғандары булмағас, штраф сәпәп, ҡайтарып ебәрҙеләр. Интернет сайттары кемуҙарҙан: “Өфөнөң бер кибетендә ике пенсионер әбей асарбаҡтар менән һуғышҡан”, - тип яҙып сыҡты. Был ваҡиғанан һуң Сәлимә менән Хәлимә тынысландылар тип уйлайһығыҙмы? Юҡ! Бер көндән һуң, Сәлимәнең аш бүлмәһендә сәй эсеп, тағы универсам яғын күҙәттеләр.

Харис Шәрипов

Автор:
Читайте нас