+30 °С
Болотло

Мөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбева. Хәтирәләр. Олатай ҡанаты аҫтында үҫтем.

ИҘРИСОВ Йәнтүрә 1924 йылғы. Әбдрахман ауылы. - Үҙем иҫ белгәндән ул якты донъянан киткәнсе гел олатайым эргәһендә булдым, -тип хәтерләй хәҙрәттең абыстайы Гөлйемештең (хәҙрәттең хәләл ефете) бер туған энеһе Байтүрә улы Йәнтүрә.

Мөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбева. Хәтирәләр. Олатай ҡанаты аҫтында үҫтем.Мөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбева. Хәтирәләр. Олатай ҡанаты аҫтында үҫтем.
Мөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбева. Хәтирәләр. Олатай ҡанаты аҫтында үҫтем.

- Олатай бер ваҡытта ла ҡөрьәнен ҡулынан төшөрмәне. Гел көйләп уҡый ҙа йөрөй торғайны. Хәҙер ҡөрьән аштарында яттан уҡып йөрөгән байтаҡ сүрәләрҙе шунда ишетеп ятҡа бикләп алғанмын.

Хәҙрәт тураһында хәтерләүҙән Йәнтүрә ағайҙың, ҡарап тороуға ныҡлы, сабырлы күренгән ир кешенең, күҙҙәренә йәштәр килде:

- Үлем түшәгендә ята ине, янына индем. Гөлйемеш инәйем: "Ана, яратҡан улың килде", - тине.

- Улым, риза бул! - Олатай һуңғы тапҡыр күргәнен белеп, ахырыһы, миңә үтә ҡараны.

- Мәңге йәшәр кеүек тойолған изге йәндең бәхилләшеүе күңелде тетрәндерҙе, - ти Йәнтүрә ағай, - Шуныһы йәл, һуңғы минуттарында эргәһендә була алманым. «Баймаҡтан Хөснөтдин ҡарттың әбейе Үәвилә килергә сыҡҡан, шуны Шүрәлденән (был ауыл Баймаҡ юлында ята, икенсе исеме Фәйзулла) барып ҡаршы ал», - тип мине шунда ебәргәйнеләр. Кире әйләнеп килгәндә, хәҙрәт үткәйне инде. Эргәһенә уландары, ҡыҙҙары, яҡын туғандары йыйылған, һуңғы көнөнә тиклем эргәһенән китмәгән, хәҙрәтте бала урынына тәрбиәләгән бер туған ҡустыһы Бәхтейәр йәсин уҡый. Мин күҙ йәштәремә быуылып олатайҙың баш осона эйелдем:

- Бәхил бул, олатай! Урының йәннәт түрендә булһын. Изгелектәреңде мәңге онотмам.

- Һуңғы юлға оҙатырға килеүселәрҙең иҫәбе-һаны булманы, Манһыр тирәһе, һабантуйға йыйылғандай, халыҡ менән шығырым тулы булды, ҡайһы арала ишетеп-белеп өлгөргәндәрҙер. Былай йыйылыу яҡташтарының сикһеҙ һөйөүе, ихтирам билдәһе булды - ти Йәнтүрә ағай. - Кешеләрҙе берәү ҙә саҡырманы, килергә ҡушылманы, улар шул арала әллә ҡайҙан белеп, үҙ ихтыяры менән йөрәк, ҡушыуы буйынса йыйылды.

Йәнтүрә ағай берсә илһамланып, берсә һағышланып, хәтирәләрен дауам итә:

- Э-й-й-й, хәҙрәт олатай һымаҡ кеше ҡайҙа?! Күңеле даръялай киң ине. Бөтә етем-еҫер уға һыйынды, уның ҡанаты аҫтында үҫте. Быны бер мин түгел, уны белгән һәр кем әйтер.

Беҙ бик оҙаҡ һөйләштек. Күңел түрендәге иң изге хәтирәләре яңырған Йәнтүрә ағай һалмаҡ ҡына уларҙы бер епкә теҙҙе лә теҙҙе:

- Кешегә ҡаты бәрелмәне, килгән-киткәндән тарһынманы. Асыҡ йөҙлө, йор һүҙле булды. Мәрәкәләп, шаяртып һөйләшергә яратты. Әйләнә тирәһе гел кеше булыр ине. Уға инеп күренер µсµн ишек алдынан сират өҙөлмәне. Олатайыбыҙ кешеләрҙе, минең белеүемсә, фәҡәт „Ҡөрьән"дән сүрәләр уҡып дауаланы, өшкөрҙө, тыны килешә, ти торғайны килеүселәр. Ҡулынан „Ҡөрьән"ен төшөрмәне.

Бер килке уйланып ултырғандан Йәнтүрә ағай ниндәйҙер фекеренә йомғаҡ яһағандай, үҙ алдына ҡәтғи итеп тамаҡ ҡырып ҡуйҙы ла ошолай тине:

- Йылдар үткәс кенә шуны аңланым, олатай өсөн донъяла иң изге әйбер «Ҡµрьән» булған. Аҡ ҡына киндер тоҡсайына һалып, урап ҡына йөрөтөр, бисмилла итеп кенә тотор ине:

-Аслан тәһәрәтһеҙ көйө "Ҡөрьән"гә тейәһе булмағыҙ - гонаһ, - тип киҫәтә торғайны ул беҙҙе.

Үҙе хатта сәй эскәндә лә лупаһын тотоп китабын уҡып ултырыр, уҡығанын беҙгә аңлатып барыр ине. Бер унан ошолай тип һорай ҡуйҙым:

- Олатай, һин бит Ҡөрьәнде яттан беләһең, барыбер уҡый ҙа уҡыйһың, ниңә?

- Балам, ҡабатлауҙан доға иҫкермәй, ҡөрьән уҡыуҙан күҙ туймай. "Ятлап уҡыуға ҡарағанда, ҡарап уҡыуҙың сауабы ҙурыраҡ", - ти торғайны мәшһүр остазым Ғабдулла Сәиди, - тип яуап бирҙе ул етди итеп.

Бер шулай ҡырҙа емеш йыйып йөрөгәндә һорай ҡуйҙым:

- Олатай, кешеләр ни µсµн ауырый?

- Аллаға ышанысын юғалтҡан µсµн ауырый, - тип башланы ул аңлатыуҙы. - Сөнки бөтә ауырыу ҙа Аллаһы Тәғәлә язаһы, уның кешене иҫкәртеүе – яуыз эш ҡылыуҙан туҡта, хаҡ юлға - изгелек юлына баҫ, Хаҡ Тәғәләнең әйткәндәрен иҫеңә төшөр... Гонаһтан, яман ниәттәрҙән арын, күңелең, рухың изге булһын. Кеше тормошонда бер нәмә лә осраҡлы булмай, бөтәһе лә Алланан. Кешеләр Хаҡ Тәғәләне ауырып киткәс, йә берәй бәләгә осрағас ҡына иҫенә төшөрә. Уның тураһында һау саҡта хәтерҙән сығармаҫҡа кәрәк. Сөнки кеше юғарынан, Хаҡ Тәғәләнән алған энергия менән йәшәй.

Йәнә шул иҫемдә, - тип дауам итте Йәнтүрә ағай:

  • Байлык ишәйгән һайын, рух ярлылана. Байҙарға һирәгерәк керегеҙ, был Аллаһы Тәғәләнең һеҙгә биргән ниғмәтен кәмһетмәүегеҙ булыр, ти торғайны. Йәнә мәсеткә йөрөүҙе хуп күрҙе:
  • Мәсет - Аллаһ йорто. Унда ҡара көстәрҙең йоғонтоһонан, көнсөллөктән, рух төшөнкөлөгөнән һаҡлай торған илаһи ҡөҙрәт бар, - тине.

- Олатай дауалау µсµн шифалы үләндәрҙе, тамырҙарҙы киң ҡулланған тиҙәр. Шул турала ни әйтерһегеҙ?

- Эйе, эйе, - тип һөйләп алып китте Йәнтүрә ағай. - Ул үләндәрҙе бик яҡшы белде. Йәй етһә, ҡырға йәйәүләп сығып китер, шифалы үлән-сәскәләрҙе күпләп йыйыр, киптереү хәстәрен күрер ине. Беҙ, бер төркөм малай-шалай, уның артынан эйәрәбеҙ. Яҙ башынан талғыр йыуаһын йыйып ашайбыҙ. Олатай уны, иң шифалы үлән, тип яратып ашай, бешкән ашҡа ла һала, ҡышҡылыҡҡа ла турап киптерә. Унан тыш, ул еләк-емеш йыйырға ла әүәҫ булды. Ҡыҙылъяр тигән ерҙә, сабынлығынан өҫтәрәк, үҙе генә белгән еләклектәре, сейәлектәре булды. Сусаҡтау буйлап ҡыҙыл ҡарағат ишелеп үҫте. Урғаҙа буйында балан, ҡарағат уңыр ине. Бөтәһен дә бергәләшеп йыйып ала торғайныҡ. Ә көҙ етһә, шифалы тамырҙар ҡаҙып киптерергә тотона. Айырыуса, дегәнәк, андыҙ тамырҙарын маҡтаны ул. Ғөмүмән, беҙҙең олатай тәбиғәт балаһы ине.

- Ер беҙҙе тыуҙырған, ашата, йәшәтә. Ерҙең ҡәҙерен белегеҙ, уны яратығыҙ, һаҡлағыҙ! - тип өйрәтте ул беҙгә. Хәҙрәт өйрәткәндәрҙе беҙ ғүмер буйы тотоп йәшәнек, тип был теманы йомғаҡлап ҡуйҙы ла, Йәнтүрә ағай икенсе хәтирәләргә, хәҙрәттең үҙен нисек үлемдән йолоп ҡалыуы тураһындағы иҫтәлектәргә күсте.

Ун ике йәштәр тирәһе ине, күҙемде лә асып ҡарай алмаҫлыҡ булып ауырып йығылдым. Балнис юҡ. Насибулла ағайҙың арбаһына һалып мине Манһырға оҙаттылар. Мөжәүир олатайымдарға мине күтәреп индергәндәр. Урындыҡҡа иҫһеҙ ҡолағанмын. Тик бер аҙҙан, өшкөргәндән һуң ғына, аңыма килдем. Хәҙрәт ҙур йәйенке тәрилкәгә, бер буш ерен ҡалдырмайынса доға яҙҙы, шунан унда йылымыс һыу һалып, яҙыуы иҙелеп бөткәнсе тотто. Шул һыуҙы Гөлйемеш инәйем миңә әҙ-әҙләп бөткәнсе эсерҙе. Йоҡлап киткәнмен, иртәнсәк тирләп килеп уяндым, хәл апаруҡ арыу. Иртәнге сәйҙе эскәс, олатай тағы өшкөрҙө:

- Бирешмәҫһең, улым, бына күрерһең, үҙ аяғың менән йүгереп ҡайтып инерһең әле, бөгөнгө был өшкөрөүем бөтә ғүмереңә етерлек, ҡартайғансы ауырыу-сырхау күрмәй йәшәрһең, - тине ул арҡамдан тапап һөйөп. - Олатайҙарҙа ун биш көнләп торҙом. Гөлйемеш инәйемдең шифалы үләндәрҙән яһалған тәмле сәйен эсеп, мунса инеп, тамам арыуланғас ҡына ҡайтырға рөхсәт бирҙе миңә олатай. Ысынлап та, 12 саҡрым араны йүгереп ҡайтып еттем һәм, ул күрәҙәлек иткәнсә, ошо йәшемә тиклем башҡаса бер ҙә ауырыманым, Алламдың биргәненә шөкөр, тим дә, әйләнгән һайын һоҡланғыс кешегә, ҡөҙрәтле табибҡа, илаһи затҡа рәхмәт уҡыйым, - ти үҙе лә дин юлында йөрөгән, ҡөрьән уҡыған Йәнтүрә ағай.

Шулай итеп, Йәнтүрә ағай хәтирәләренән, уны яҡындан белеп, күреп йөрөгән яҡын туғанынан, хәҙрәттең ҡөрьәнде нисек ололауын, ҡайһы бер холоҡ-фиғелен белдек.

Беҙ был матур ғаилә менән бик йылы хушлаштыҡ.

Автор:
Читайте нас