+30 °С
Болотло

AY YOLA-ның аҡ юлы

2024 йылдың ғинуарында барлыҡҡа килгән AY  YOLA этно-фолк төркөмөнөң  ғәжәйеп милли рух, илаһи көс, нәзәкәтле аһәң һалынған «Һомай» йыры Ер шарының бар ҡитғаларында тиерлек яңғырап, донъяны шаулатты. Юҡ, быға тиклем дә беҙҙең «Урал»дай данлы, «Уйыл»дай уйлы, «Буранбай»ҙай зарлы мәшһүр халыҡ йырҙарыбыҙ, сихри ҡурай моңдарыбыҙ бихисап илдәрҙә, шул иҫәптән Миландың «Ла Скала» театры сәхнәһенән дә ағылғаны булды. Тик шулай ҙа ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә «Һомай» башҡорт моңон юғары бейеклеккә күтәреп, Shazam донъя чартында алдынғылар рәтенә сыҡты. Был – башҡорт эстрадаһы өсөн  ҙур ҡаҙаныш, шөһрәт һәм дан! Ә феноменаль күренештең сере ниҙә һуң?

AY YOLA-ның аҡ юлыAY YOLA-ның аҡ юлы
AY YOLA-ның аҡ юлы

Төркөмдөң музыканты, Башҡор-тостандың  Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты, күптән түгел генә «Башҡортостандың халыҡ артисы» исеменә лайыҡ булған Ринат Рамаҙанов белдереүенсә, ул – йәшәү кодексыбыҙ булған «Урал батыр» эпосының тылсымлы көсө, ул – тәү ата-әсәбеҙ Йәнбирҙе һәм Йәнбикәнең, Урал батырҙың, Самрау батшаның, ҡанатлы Аҡбуҙаттың, нур сығанағы Һомайҙың мөғжизәһе, Тереһыуыбыҙ – Йәншишмәнең үлемһеҙлеге. Юғиһә, был йыр һүҙҙәренең, көйөнөң бөтә донъяға таралып, меңәр-ләгән халыҡтың йөрәгенә үтеп инеүен башҡаса нисек аңлатырға һуң?!

«Донъяға танылыуыбыҙҙы мин шәхсән беҙҙең йондоҙло мәлебеҙ тип, нәфсем аҙып ҡарамайым, ә башҡортомдоң даны, йөрәк ҡалҡаныбыҙ Урал батырҙың күтәрелеше, милләтемдең балҡышы, тип ҡабул итәм. Сөнки юғары көстәр һәр кешегә аңының әҙерлеге буйынса ғына юл аса. Беҙ ни бары сәбәпсе генә, йәғни ул миссия – нәҡ беҙҙең өлөшөбөҙгә төшкән  көмөшөбөҙ. Ә иңебеҙгә иҫ киткес оло яуаплылыҡ һалынған! Бөгөн йыр сәнғәтен, эстраданы           заманса мөмкинлектәр, стилистика күтәрә, тиһәк тә, ысынында, беҙҙең бөтә көсөбөҙ, ҡеүәтебеҙ – тамырҙарыбыҙҙа, боронғолоғобоҙҙа. Был уңыш – киләсәктә Башҡортостаныбыҙ өсөн ҙур мөмкинлектәр, туризмдың алға китеше өсөн яңы уңайлыҡтар, тимәк. Халҡыбыҙға ошоларҙы ла ҡулдан ысҡындырмай, үҫеш юлына баҫыу зарур. Башҡорт илен барыһы белһен, килеп күрһен, сөнки башҡорт телендә бөгөн бар донъя йырлай!»

Төркөмөбөҙҙөң исемендәге AY (башҡ. «ай») һүҙе лә бер нисә мәғәнәне аңлата, шул иҫәптән    мифология        буйынса – «Юғары көс, Аллаһ, Тәңре», ә YOLA (башҡ. «йола») «ғөрөф-ғәҙәт, йола, традиция». Тимәк, AY  YOLA – «йыһан ҡанундары, устав», «кешелек ҡағиҙәләре тупланмаһы» тигәнде белдерә. Ә ул үҙ эсенә: «ололарҙы олола», «кеселәрҙе кеселә», «урлама», «үлтермә» кеүек мәңгелек төшөнсәләрҙе ала.

«Урал батыр» атамаһын алған альбом 12 йырҙан торасаҡ. Бөгөн беҙ Рәсәй буйынса МТС компанияһы, ә Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәрендә   «Believe SAS» француз компанияһы лейблы аҫтында эшләйбеҙ», – ти Ринат Заһир улы, ғорурланып.

Сәнғәт аша милләткә һөйөү тәрбиәләгән рухлы, илһөйәр төркөмгә киләсәктә лә ҙур уңыштар юлдаш булһын!

Айзилә Мортаева.

AY YOLA-ның аҡ юлы
AY YOLA-ның аҡ юлы
Автор:Айзилә Мортаева
Читайте нас