

Минең һорауым буйынса ул беҙҙең фамилияның нисек килеп сығыуын һәм Манһыр ауылына ҡасан нигеҙ һалыныуын асыҡланы.
Бөрйән волосының отставкалағы старшинаһы Әликаш Һөйөндөкөв Кинйәбулат Әликашевтың атаһы була. Ул старшиналыҡ иткән осорҙа ауыл уның исеме менән йөрөтөлә. Әликаш (1679 -1755 йылдар) 1755 йылғы күтәрелештә ҡатнаша, Ырымбур төрмәһендә язалауҙарҙан үлә.
Уның улы Бикбулат 18 быуат урталарынан волость старшинаһы була. Волосҡа карателдәр етеп килгәс, 1755 йылдың 22 майында Бикбулат "үҙенең гонаһын йәшереү µсµн" улар яғына сыға. Һорау алыу ваҡытында Бикбулатты "һуҙып һалып ҡамсы менән бер нисә тапкыр һуҡтыралар" һәм оҙаҡламай ул алған яраларынан үлә. Уның ҡустыһы Кинйәбулат волость старшинаһы булып китә (бер үк ваҡытта Түңгәүер волосының да старшинаһы булып һанала). Кинйәбулат - актив пугачевсы, биш йөҙ кешенән торған баш күтәреүселәр отрядына етәкселек итә.
Ревизия материалдарында Кинйәбулаттың улдары, ейәндәре, бүләләре һанап кителә: өлкән улы Табынбай (1776 йылда тыуған), уның балалары -Фәйзулла, (ә уныҡы - Фәтҡулла, Ғөбәйҙулла) һәм Сәйфулла (уныҡы-Рәхмәтулла). Кинйәбулаттың кесе улы указлы мулла Аралбай була, 1815 йылда Этҡол ауылына күсерелә. 1795 йылда Кинйәбулат ауылында алтмыш ете хужалыҡ булып 490 кеше йәшәй. Кинйәбулат ауылы хәҙер Буранбай исеме менән йөрөтөлә. Кинйәбулат кешеләре яңы ауылдарға нигеҙ һалған. 1812 йылда Урғаҙа буйындағы утар урынына 35 ғаилә Бәхтигәрәй тигән яңы ауылды нигеҙләй. Ул етмеш туғыҙ йәшлек Бәхтигәрәй Ҡасимовтың исеме менән йөрөтөлә. Уның улдары Хисбулла, Ғөбәйҙулла, Ирназар, Нурғәли, Ирғәли (уның улы Байтүрә) була.
Был ауылды атаһы Бикбулат Әликашев үлгән йылда тыуған йорт старшинаһы Манһыр Бикбулатов исеме менән Манһыр тип тә йөрөтәләр. Уның балалары - Сабит, аҙансы Хәмит, көтөүсе Хәмзә, Сәғит. Ғәббәс, старшина Ғәбит Манһыровтар. Кинйәбулаттың бер улы Аҙнабай ҙа ошо ауылға күсеп килә. Уның балалары - указлы мулла Ибакан (уныҡы - Ялалетдин, Хисаметдин, Сиразетдин) һәм Юлбарыҫ.
Ырымбур сик буйы комиссияһы Яйык йылғаһы (1775 йылдан - Урал) аша сыҡҡан ҡаҙаҡтарҙы ошо ауылға ебәрә. Улар 12 йыл һәр төрлө һалым түләүҙән азат ителә. Улар араһында һуңыраҡ башҡа бөрйән ауылдарына күсерелгән Тәнәй, Тумас, Ямантай Туҡановтар, Бикташ Мунбаев, Бурһыҡ Дәүләтов була.
1834 йылда ауылдағы 71 хужалыҡта - 388, 1885 йылға 53 хужалыҡта - 344, 1920 йылда 88 йортта 50 кеше йәшәй. Хәҙер Манһырҙа ике генә ғаилә көн күрә.