

Фестивалдең программаһы шул тиклем бай ине: унда бөтә ғаилә – балалар һәм уларҙың ата – әсәләре, йәш парҙар һәм стажы булған ир менән ҡатын ҡатнаша алырлыҡ итеп төҙөлгәйне: һәр кем үҙенә оҡшаған шөғөл таба алды.
Байрам саралары көндөҙгө ун икелә үк, Октябрь майҙаны территорияһында фестиваль майҙансыҡтары эшенән башланды: оҫталарҙың авторлыҡ эштәре менән һөнәрселек йәрминкәһе, рәссамдарҙы илһамландырыусы аллея; һәм, әлбиттә, төрлө әүҙемлек һәм оҫталыҡ дәрестәре ойошторолғайны. Ҡаланың ҡаҙаныштары "Бөрө туристар ҡалаһы ғына түгел" күргәҙмәһендә һәм «Бөрө. Объективта " фотокүргәҙмәһендә күрһәтелде. «Ғаиләнең Бөйөк Еңеүгә индергән өлөшө. Ромашка – һалдаттың ғаилә һаҡсыһы” интерактив күргәҙмәһендә рус, башҡорт, татар, сыуаш, удмурт, мари халыҡтары йолалары менән танышырға һәм Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында ғаиләләрҙең үҙ геройҙарына нисек ярҙам иткәнен күҙ алдыа килтерергә була ине.
“Барыһы ла мөхәббәтән башлана” тигән ҡала концертында күптәргә таныш булған мөхәббәт һәм ғаилә бәхете тураһында йырҙар башҡарылды, урындағы ансамблдәрҙең дәртле бейеүҙәре күңелдәрҙе арбаны.
Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Мәүлетбай Ҡыҙы Гордиенко ҡала һәм төбәк үҫешенә өлөш индергән туғыҙ эшҡыуар ғаиләһен наградланы.
Көндөҙгө концерт программаһы уникаль сара менән тамамланды: Октябрь майҙанында күп йыллыҡ стажы булған һәм яңы өйләнешкән 30 пар ғаилә вальсында әйләнде. Уларға Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Хәбиров үҙенең хәләл ефете менән ҡушылды. Бейеү иҫ киткес матур булды, күңелдәрҙе арбаны, йөрәктәргә дәрт өҫтәне.
Ғаилә байрамының иң матур һәм иҫтә ҡалырлыҡ ғәйәт матур өлөшө Артур менән Анна Бүләкәновтарҙың никахтарын законлы теркәү мәле булғандыр. Тап байрам уртаһында, майҙан тулы халыҡ, республика башлығы алдында уларҙың никахын законлаштырыу тантанаһы үтте. Йәш парҙар бөтә ғаләм алдында бер-береһенә мәңге тоғро булырға һуҙ бирҙе. Был тулҡынландырғыс мәл һәр кешенең күңелен айҡап сығарҙы, күҙгә йәштәр килде, бер кеше лә битараф ҡалманы.
Киске концерт программаһы сиктәрендә ҙур ғаилә байрамы сәхнәһендә Башҡортостан Республикаһының сәнғәт оҫталары Һәм Бөрө ижади коллективтары сығыш яһаны. Байрамдың абруйлы ҡунаҡтары үҙ-ара аңлашып, мөхәббәттә һәм тоғролоҡта оҙаҡ йылдар бергә йәшәгән өлгөлө ғаиләләргә дәүләт наградалары тапшырҙы.
Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Фәрит Улы Хәбиров ҡатыны Каринэ Владимировна менән ғаиләләрҙе «Ата-әсәлек даны» ордены менән бүләкләне, һәм «Герой-Әсә»исемен тапшырҙы.
Шулай итеп, Рәсәй Федерацияһы президенты Указы менән, “Герой-Әсә” исеменә Кушнаренко районынан Фәттәхова Флүрә Рәхимйән ҡыҙы лайыҡ булды. Ул 10 бала тапҡан һәм тәрбиәләгән. Хеҙмәт эшмәкәрлегенең күпселек өлөшөн ауыл хужалығы өлкәһендә эшләй. Бөгөнгө көндә хаҡлы ялда. Бөтә балалары ла белем алған, халыҡ хужалығының төрлө өлкәләрендә эшләй. Хәҙерге ваҡытта үҙ ғаиләләрен булдырғандар, балаларын традицион ғаилә ҡиммәттәре рухында үҫтерәләр һәм тәрбиәләйҙәр.
Рәсәй Федерацияһы президенты Указы менән, «Ата-әсәлек даны» ордены түбәндәге абруйлы ғаиәләргә тапшырылды.
Өфө ҡалаһынан Сергей Александрович Һәм Наталья Ивановна Гречушкиндар. Улар 12 бала тәрбиәләй. Наталья Ивановна Һәм Сергей Александрович православие мәхәлләһе хеҙмәткәрҙәре булып тора, ғаиләлә балалар традицион рухи-әхлаҡи ҡиммәттәргә ярашлы тәрбиәләнә. Бер - береңде хөрмәт итеү һәм ҡайғыртыу – бөтә ғаилә өсөн төп тормош йүнәлештәре.
Ирле-ҡатынлы Фәнил Фәрит улы Һәм Йәмилә Вәфир ҡыҙы Ҡунафиндар (Бөрйән районы). Ғаиләлә 7 бала тәрбиәләнә. Ҡунафиндарҙың балалары, ата – әсәләре кеүек үк, әүҙем тормош позицияһына эйә хеҙмәт, мәғариф һәм йәмәғәт өлкәләрендә уңыштарға өлгәшә.
Өсөнсө ғаилә –Баймаҡ районынан Рәжәповтар ғаиләһе. Биктимер Марат улы Һәм Земфира Мәсғүт ҡыҙы 8 бала тәрбиәләй. Ғаилә әүҙем тормош позицияһына эйә Үҙ ойошмаһында ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтә, балаларын Ватанға хөрмәт һәм патриотизм рухында тәрбиәләй.
Шулай уҡ БР башлығы указы менән Шельдяева Наталия Викторовна “Әсәлек даны” миҙалы менән наградланды. Ирле-ҡатынлы Александр Николаевич һәм Наталья Викторовна Шельдяевтарҙың татыу ғаиләһендә 5 бала тәрбиәләнә. Ғаиләлә үҙ-ара ихтирам, ышаныслы аралашыу, ярҙам хөкөм һөрә. Ир менән ҡатын балаларының һаулығы тураһында хәстәрлек күрә һәм уларҙың рухи-әхлаҡи үҫешенә шарттар булдыра.
Артабан Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Геннадьевич Назаров ҡатыны Лариса Геннадьевна менән 8 ғаиләне Рәсәй Федерацияһы Указы менән «Ата-әсәлек даны» ордены миҙалы менән бүләкләне.
Улар: Бөрйән районынан Әбсәләмовтар ғаиләһе. Альберт Ғаяс улы Һәм Ҡыуандыҡова Гөлназ Рафаил ҡыҙы. 5 бала тәрбиәләй. Ауылдың йәмәғәт тормошонда, муниципаль һәм республика конкурстарында һәм олимпиадаларында әүҙем ҡатнаша, тейешле наградаларға эйә. Балалар, ата-әсә өлгөһөнә эйәреп, уҡыу йорттарының һәм тыуған ауылының мәҙәни һәм ижтимағи тормошонда әүҙем ҡатнаша.
Дүртөйлө районынан Наил Шамил улы Һәм Миләүшә Сәлихйән ҡыҙы, Бикмырҙиндар ғаиләһе. Наил Шамил улы һәм Миләүшә Сәлихйән ҡыҙы 4 бала тәрбиәләй. Ғаилә юғары йәмәғәт әүҙемлеге менән характерлана. Улар үҙ районы үҫешенә ҙур өлөш индерә: экологик акцияларҙа һәм ғаилә конкурстарында әүҙем ҡатнаша. Балалары уҡыуҙа уңыштар күрһәтә.
Ҡалтасы районынан ирле-ҡатынлы Исликаевтар ғаиләһе. Евгений Ишкельдинович һәм Наталья Александровнаның матур ғаиләһендә 5 бала тәрбиәләнә. Эшсе коллективтарҙа һәм ауыл һәм район халҡы араһында лайыҡлы ихтирам менән файҙаланалар. Балалар һөнәри һәм мәғариф өлкәләрендә уңыштарға өлгәшә.
Баймаҡ районынан Сабирйән Фәрит улы Һәм Рәмилә Әнүәр ҡыҙы, Шәриповтар ғаиләһендә 6 бала тәрбиәләнә, шуларҙың 2-һе тәрбиәгә алынған балалар Балалар уҡыуҙа һәм спортта юғары ҡаҙаныштар күрһәтә. Улар олимпиада һәм конкурс еңеүселәре, ҡала һәм райондың спорт тормошонда әүҙем ҡатнаша, баскетбол һәм хоккей буйынса район командаларында тора.
Киләһе төркөмдө Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советының Фән, мәғариф буйынса комитеты рәйесе Лилиә Салауат Ҡыҙы Ғүмәрова, Федерация Советының федератив ҡоролош, төбәк сәйәсәте, урындағы үҙидара Һәм Төньяҡ эштәре буйынса комитеты ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының дәүләт власының закондар сығарыу (вәкәләтле) органы вәкиле, «Башҡортостан урыҫтары Соборы» Төбәк йәмәғәт ойошмаһы Президиумы рәйесе Голов Олег Евгеньевич наградланы.
Шулай итеп, Рәсәй Федерацияһы Президенты указы менән балаларҙы тәрбиәләү өлкәһендәге айырым ҡаҙаныштары өсөн "Ата-әсәлек даны" ордены миҙалы менән түбәндәге ғаиләләр бүләкләнде:
Баймаҡ районынан Рөстәм Әмир улы Һәм Альбина Рауил ҡыҙы, Баййегетовтар. Улар 4 бала тәрбиәләй. Ғаилә райондың йәмәғәт һәм спорт тормошонда әүҙем ҡатнаша. Ирле-ҡатынлы балаларына патриотизм һәм эшһөйәрлек, спортҡа һөйөү тәрбиәләй.
Өфө ҡалаһынан ирле-ҡатынлы Громенко Дмитрий Сергеевич һәм Юлия Юрьевна 5 бала тәрбиәләй. Ғаилә – медицина хеҙмәткәрҙәре династияһы. Өлкән балалары, ата-әсәләре кеүек үк, табип булып эшләй. Юлия Юрьевна Һәм Дмитрий Сергеевич балаларын үҙ өлгөһөндә тәрбиәләй. Ғаилә балаларҙы лайыҡлы тәрбиәләгәне өсөн күп һанлы рәхмәт хаттары һәм дипломдар менән билдәләнгән.
Өфө ҡалаһынан Сергей Николаевич Һәм Ирина Анатольевна Карповтар ҙа 5 бала тәрбиәләй. Бөтә балаларҙың да уҡыуҙа һәм йәмәғәт эшмәкәрлегендә ҡаҙаныштары бар. Карповтар балаларҙы әхлаҡи, мәҙәни һәм патриотик тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүлә. Балаларҙың уҡыу һәм спорт өлкәләрендә ҡаҙаныштары бар.
Шулай уҡ Өфөнән Эльмир Фәнис Улы Һәм Елена Васильевна Шакировтар ғаиләһе 4 бала тәрбиәләй. Улар балаларын тәрбиәләүгә һәм белем алыуға яуаплы ҡарай, уларҙың мәнфәғәттәрен тәьмин итә, балаларҙың шәхес булып формалашыуы һәм үҫеше өсөн шарттар булдыра.
Киләһе төркөмдө Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Руслан Таһир Улы Хәбибов һәм Ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларға ярҙам Фонды идараһы рәйесе Елена Геннадьевна Федюнина тәбрикләне. Улар 3 ғаиләгә «Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалын тапшырҙы.
Шулай итеп, БР башлығы указы менән Дәүләкән районынан Иванова Наталия Валериевна бүләкләнде. Наталия Валериевна ире менән бергә 5 ул тәрбиәләгән, уларҙың 4-һе Тыуған илебеҙҙе МХО зонаһында һаҡлай.
Архангел районынан Зиннур Зиннәт улы Һәм Рәмилә Миҙхәт ҡыҙы Бәшировтар 4 улын лайыҡлы тәрбиәләп үҫтергән, улар әлеге ваҡытта дүртеһе лә МХО зонаһында хеҙмәт итә.
Туймазы районы Марат Низаметдин улы Һәм Зөлфиә Шамил ҡыҙы Дәүләтовтар 7 бала тәрбиәләй. Илназ улдары, һаулыҡ буйынса сикләүҙәргә ҡарамаҫтан, еңел атлетика буйынса Башҡортостан Республикаһы беренселегенең күп тапҡыр еңеүсеһе, еңел атлетика буйынса Бөтә Рәсәй балалар-үҫмерҙәр уйындарының 6 тапҡыр еңеүсеһе.
Тағы ла бер төркөмдө БР Хәрби-һауа оборонаһы Ветерандары Ассоциацияһы рәйесе, Хәрби хәрәкәттәр ветераны Ситдиҡов Оскар Эхтибар Улы, БР ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Иванова Ленара Хәким ҡыҙы бүләкләне.
"Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн" миҙалы менән:
Бөрө районынан Евгений Петрович Һәм Галина Дмитриевна Зәйнетдиновтар бүләкләнде. Улар 40 йыл никахта Ирле-ҡатынлы 2 ул тәрбиәләй. Өлкән улдары Лев Төньяҡ Кавказда хәрби хәрәкәттәр ветераны булып тора, махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Әлеге ваҡытта волейбол буйынса БР МХО ветерандары йыйылма командаһында ҡатнаша.
Өфө ҡалаһынан ирле-ҡатынлы Азат Миңлеғәле улы һәм Фәниә Сабирйән ҡыҙы Айытҡоловтар. Улар 50 йыл никахта. 3 ул тәрбиәләй. Ғаиләгә ҡарата тәрән яуаплылыҡ тойғоһо арҡаһында ата-әсәләр балаларын ысын патриоттар итеп тәрбиәләй. Әлеге ваҡытта тәрбиәлә ярҙам итә. 7 ейән -ейәнсәре һәм 3 бүлә-бүләсәре бар.
Мишкә районынан ирле-ҡатынлы Виктор Семенович һәм Юлия Григорьевна Балахниндар 48 йыл бергә татыу ғүмер итә, 2 ул тәрбиәләй. Балахниндар ғаиләһе ғаилә мөнәсәбәттәренең, ирле-ҡатынлы мөхәббәт һәм тоғролоҡтоң, шулай уҡ балалар тәрбиәләүҙең лайыҡлы өлгөһө булып тора.
Благовещен районынан Хәлил Хәбир улы һәм Тамара Давид ҡыҙы Гаптракиповтар 50 йыл никахта, 4 бала тәрбиәләгән. Күп балалы ғаилә, әүҙем йәмәғәт эшмәкәрҙәре. 2 улдары махсус хәрби операция зонаһында ҡатнаша, хәрби табиптар булып тора. Ғаилә МХО-ла ҡатнашыусыларға әүҙем ярҙам итә, гуманитар конвойҙар ойоштороуҙа ярҙам итә.
Кушнаренко районынан Динар Нуримулла улы Һәм Гөлсәсәк Рәзиф ҡыҙы, Хәмиҙуллиндар 28 йыл никахта. Ирле-ҡатынлы 5 бала тәрбиәләй. Ғаиләлә үҙ-ара аңлашыу һәм мөхәббәт хөкөм һөрә, ата-әсәләр балалары өсөн ысын өлгө булып тора, балаларға эшһөйәрлек, үҙаллылыҡ, тирә-яҡтағыларға хөрмәт, тыуған илгә һөйөү тәрбиәләй.
Дүртөйлө районынан Мәғрүф Мөҙәрис улы һәм Зифа Сәғәҙи ҡыҙы Яхиндар 41 йыл никахта. Ирле-ҡатынлы 2 бала тәрбиәләгән. Ғаилә ҡала һәм райондың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, ҡала халҡы араһында ихтирам менән файҙалана.
Бөтә ғаиләләрҙе лә айырым ихтирам менән тәбрикләнеләр, сараның был өлөшө иҫ киткес ҙур тантана менән үтте.
Һәм тағы ла сюрприздарһыҙ булмай ҡалманы! Өфөнән Шакировтар өсөн 11 июль оҙаҡҡа иҫтә ҡаласаҡ! Тап шул көндө Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Хәбиров төп ғаилә байрамы сәхнәһендә меңәрләгән ҡунаҡтар алдында: "Һеҙҙең малайығыҙ буласаҡ!» - тип Юлай менән Иринаның бишенсе балаһының енесен әйтте. Пар быға тиклем өс ул һәм бер-ҡыҙ тәрбиәләгән.
Йәй уртаһында боронғо сауҙагәр ҡалаһы эҫе ҡояш менән генә түгел, ә меңәрләгән халыҡтың һәм байрам ҡунаҡтарының йөрәктәре йылыһы менән дә яҡтыртылды, сөнки ғаиләләреңдә һәм йорттарыңда матур атмосфера булдырһаң ғына, уны тирә-яғыңда ла булдырыу мөмкин, Ә Башҡортостан халҡы бындай атмосфераны булдырырға, яратырға, йолаларҙы балаларына тапшыра белә.
Фото: Александр Данилов, газета "Уфимские ведомости"