+30 °С
Болотло

“Ғаиләнең Бөйөк Еңеүгә индергән өлөшө”

Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ байрамында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған “Ғаиләнең Бөйөк Еңеүгә индергән өлөшө. Ромашка һалдаттың ғаилә бетеүе” тип аталған интерактив күргәҙмә ойошторолғайны.

“Ғаиләнең Бөйөк Еңеүгә индергән өлөшө”“Ғаиләнең Бөйөк Еңеүгә индергән өлөшө”
“Ғаиләнең Бөйөк Еңеүгә индергән өлөшө”

Сарала барлығы алты ихата булды. Һәр ихата һуғыштың төрлө осорон һүрәтләне. Барыһы ла инсценировкалар рәүешендә алып барылды һәм халҡыбыҙҙың тарихы тулҡынландырғыс булып күҙ алдынан үтте. Күҙгә йәштәр килде. Беренсе – рус ихатаһы, бында һуғыштың башы кәүҙәләндерелде. Әле генә өйләнешкән йәш пар айырылырға мәжбүр, сөнки илебеҙгә дошман ябырылған...

 Икенсе – татар ихатаһында егеттәрҙе егеттәрҙе һуғышҡа оҙатыу йолаһы атҡарылды, һалдаттарға изге телктәр әйтеп, бетеүҙәр бирелде.

Сыуаш ихатаһы фронттан хат килеү мәлен күҙ алдына килтерҙе. “Мин тере” тигән ике генә һүҙ күпме йәшәү көсө, рух күтәренкелеге, киләсәккә ышаныс тыуҙырған. Шул хаҡта һөйләне улар.

 Удмурт ихатаһы фронтҡа посылка ебәрҙе, тылдағы халыҡтың еңеү өсөн эшләгән хеҙмәтен һүрәтләне.

Мари ихатаһында привалдағы һалдаттарҙың уй-хистәрен асып һалынды.

Ә башҡорт ихатаһы иң бәхетле мәлде – Еңеү көнөн күрһәтте. Ошондай юғары нотала был интерактив майҙансыҡ үҙ эшен тамамланы.

 

Фото: Александр Данилов.

“Ғаиләнең Бөйөк Еңеүгә индергән өлөшө”
“Ғаиләнең Бөйөк Еңеүгә индергән өлөшө”
“Ғаиләнең Бөйөк Еңеүгә индергән өлөшө”
“Ғаиләнең Бөйөк Еңеүгә индергән өлөшө”
“Ғаиләнең Бөйөк Еңеүгә индергән өлөшө”
“Ғаиләнең Бөйөк Еңеүгә индергән өлөшө”
Автор:Роза Хуснуллина
Читайте нас