+30 °С
Болотло

Ҡырмыҫҡаларҙан үрнәк ал.

Бер нисә тиҫтә ҡырмыҫҡа төндә асыҡ ҡалдырылған һыу шешәһенә ҡолай.

Ҡырмыҫҡаларҙан үрнәк ал.Ҡырмыҫҡаларҙан үрнәк ал.
Ҡырмыҫҡаларҙан үрнәк ал.

Улар һыу өҫтөндә ҡалтырана, әйтерһең дә, һәр кем йәшәү өсөн көрәшә.

Тәүҙә миңә улар бер-береһен ҡотҡарыу өсөн батыра кеүек тойолдо.

Был фекер миндә ерәнеү тыуҙырҙы һәм мин киттем.

 

Әммә бер нисә сәғәттән һуң мин тағы уларҙы ҡарарға тип сыҡтым һәм туҡтап ҡалдым.

Ҡырмыҫҡалар тере ине.

Улар тере пирамида төҙөй: аҫҡылары өҫкөләрен тотоп тора,

ә бер аҙҙан, ашыҡмайынса һәм паникаһыҙ, алмашынып торалар.

 

Бер кем дә беренсе булып сығырға тырышмай.

Һәр кем ауырыраҡ урында булырға ынтыла.

Уларҙың үҙ-ара ярҙам итеү системаһы мине ныҡ тулҡынландырҙы.

 

Мин ҡалаҡ алып, уны һаҡ ҡына шешәгә һалдым, ҡырмыҫҡалар бер-бер артлы сыға башланы.

 

Береһе артҡа сигенмәй.

Һәм шул саҡта иҫ киткес хәл булды: бер ҡырмыҫҡа ысҡынып китеп һыуға ҡолап төштө,

ҡотҡарылған һуңғы ҡырмыҫҡа уның артынан ташланды, ул һыуға төштө, батып барыусыны ҡосаҡланы һәм, минең ярҙамым менә  улар һыуҙан бергә тере сыҡты.

 

Был мәл мине һәр киноға ҡарағанда нығыраҡ тулҡынландырҙы.

Мин үҙем өсөн оялыу тойҙом. Беҙ, кешеләр, йыш ҡына бер-беребеҙгә  ярҙам итергә онотабыҙ,

Артта ҡалғандарға бик һирәк әйләнеп ҡайтабыҙ.

 

Ысын көс-берҙәмлектә. Әгәр ҙә кемдер нисек лайыҡлы йәшәргә белмәй икән —

ҡырмыҫҡаларҙан. Өйрәнһен.

Автор:
Читайте нас