+30 °С
Болотло

Радий Хәбировтың шәхси күҙәтеүе аҫтында

Бөгөн, 7 июль, Өфөлә БР башлығы ҡарамағында Оператив ултырыш булып үтте. Унда «Салауат» ЯСЙ-һының инвестиция проекты директоры Таһир Бәхтегәрәев сығыш яһаны.

Радий Хәбировтың шәхси күҙәтеүе аҫтындаРадий Хәбировтың шәхси күҙәтеүе аҫтында
Радий Хәбировтың шәхси күҙәтеүе аҫтында

«Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте район биләмәһенә ҡараған 209 гектар майҙанда тау тоҡомдарын тикшереү, атап әйткәндә, ятҡылыҡта баҡыр рудаһы запасының күләмен баһалау буйынса геологоразведка эштәрен үткәрә башлауҙары тураһында хәбәр итте. Яңы төҙөлөп ятҡан комбинат Рус баҡыр компанияһының Силәбе өлкәһендәге Томинск ГОК—ы өлгөһөндә эшләнәсәк. «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте нимә вәғәҙә итә:

  • 40 миллиард һумдан артыҡ инвестициялар;
  • 1500 эш урындары;
  • йыл һайын 1,5 миллиард һум һалым түләү, шуларҙың 250 миллион һумы – урындағы бюджетҡа;
  • район халҡына инфраструктур һәм социаль яҡтан ярҙам күрһәтеү.

Радий Фәрит улы урындағы халыҡтың экологик хәлдәр буйынса хәүефләнеүе тураһында әйтте, шуға ла:

– Экологик хәлде үҙемдең шәхси контролем аҫтына алам. Беҙ был проектты компания етәкселеге менән бер нисә тапҡыр осрашып тикшерҙек. Үҙ вәкәләттәрем сиктәрендә предприятиеның килешеүҙәргә нисек үтәүен шәхсән күҙәтәсәкмен. Мин сәнәғәт министрлығына социаль-иҡтисади хеҙмәттәшлек тураһында ҙур килешеү әҙерләргә ҡуштым, – тигән фекерҙе белдерҙе.

Таһир Бәхтегәрәев хәбәр итеүенсә, предприятие 2029 йылда эш башларға планлаштыра. Улар экологик яҡтан бөтәһе лә яҡшы буласаҡ тип вәғәҙәләй. Әле район халҡына ярҙам итә башлағандар: Буранғол ауылында мәктәп-интернатты капиталь ремонтлау бара һәм «Ирәндек» балалар лагерында заманса спорт зонаһын булдырыу эштәре башланған, тағы ла балалар өсөн олимпиада үткәреүҙе үҙ өҫтөнә алған улар. Экологик эш тә алып баралар: ағас ултыртыу, йылғаларҙы таҙартыу буйынса экологик өмәләр үткәргәндәр. Халыҡ араһында аңлатыу эштәрен алып баралар, район халҡы менән ете осрашыу үткән, 1200 кеше менән һөйләшкәндәр, матбуғат хеҙмәткәрҙәре менән актив хеҙмәттәшлек итәләр, Өфөлә журналистар менән пресс-конференция үткән. Сығарылыш класы уҡыуыларына маҡсатлы урындар булдырыла, уҡып бөткәс, улар тура комбинатҡа килеп эш башлай аласаҡ.

Радий Фәрит улы: “Тәү сиратта Әбйәлил районы халҡын эш менән тәьмин итегеҙ”, - тине. Быға яуап итеп Таһир Тимербай улы: “90 процент эш урындары  Әбйәлил районы халҡына буласаҡ”, - тип белдерҙе. Әле эшкә 40 ғариза алынған, 12 кеше эшкә алынған. Маҡсатлы уҡыуға 10 ғариза бар.

Радий Хәбировтың “Ҡырҡтытауға зыян булмаҫмы?” тигән һорауына Таһир Бәхтегәрәев: “Юҡ, Ҡырҡтытау беҙ эшләйәсәк урындан биш километр алыҫлыҡта урынлашҡан, уға теймәйәсәкбеҙ”,-тип яуапланы. “Һыу ресурстарына зыян килмәҫме?”- тигән һорауға йылғаларҙың улар эшләйәсәк территориянан ситтә ятыуы хаҡында хәбәр итте.

 

Фото: БР башлығы пресс-хеҙмәте.

Автор:Роза Хуснуллина
Читайте нас