+24 °С
Ямғыр

Мөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбаева. Йәйғорҙан туҡылған тәхет

— Фатихамды бирәм, балам, ризамын,— тине,  алҡышланып доға уҡыны. Үҙе туймаҫтай булып улының ҡот уйнап торған нурлы йөҙөнә Һөйөп ҡараны. — Замана зәхмәттәренә, шайтан-иблес ҡорған хәйлә-мәкерҙәргә ҡаршы тора алҺаң, ил ағаҺы булырҺың, иншалла, — тине хәҙрәт, улын ҡурсалағыҺы килеп. — Ҡафыр көстәр минән ала алмаған үсен, Һинән алырға тырышыр. Уларҙы, ныҡ булҺаң, дөрөҫ йәшәҺәң, еңерҺең. Хоҙайға Һыйын, Алланың барлығына, берлегенә ышан. БирешмәҫҺең.

Мөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбаева. Йәйғорҙан  туҡылған тәхетМөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбаева. Йәйғорҙан  туҡылған тәхет
Мөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбаева. Йәйғорҙан туҡылған тәхет

Унынсы тиҫтәгә аяҡ баҫҡан Мөжәүир хәҙрәт, ныҡ ҡартайыуҙан миктәне, быуындарының кәре ҡайтып, хәлҺеҙләнде. Тик зиҺене элеккесә үткер, йәшел ут сәскән күҙҙәре осҡор булып ҡалды Һәм күңел Һиҙгерлеген юғалтманы. Үҙ хәлен асыҡ белгән әүлиә яҡындарын алдан борсомаҫ өсөндөр, түшәк тартып бик ятмаҫҡа тырышты. Таяғына таяна-таяна, әкрен генә атлап, Иманай итәгенән йыуа йыйып алып ҡайта, балтырғанынан аш бешертә. Бер көндө ап-аҡ муйыл сәскәҺенә күмелгән Шүрәле йылғаҺын урап әйләнде. ИртәгәҺенә Урғаҙа буйына сығып баланлыҡтарын гиҙеп ҡайтты. Сәскәгә тумалған ҡыуаҡтарҙы күргәс, быйыл уға баҙрап ултырған баландарҙы тиреп алыу насип булмаҫын аңлап, күңелен Һағыш биләп алды. Емеш-еләктән айырыуса баланды ярата торғайны. Көҙ байында йыйып, бер-нисә көбөгә Һалып туңдырыр ҙа, ҡыш буйы быҡтырып ашап сығыр ине.

ҠайҺы бер көн хәҙрәт Урғаҙа буйындағы үҙе яратҡан тирәк төбөнә сығып ултыра. ТиҫбеҺен тарта-тарта, ҡоштар Һайрауын тыңлап кинәнә. Барса тере йән эйәҺенең телен белгән әүлиә ялҡмай-йыбанмай шулай сәғәттәр буйы ултырғылай. Яҙ—йыл миҙгеленең йәшлек осоро. Тәбиғәттәге барлыҡ тереклек йәшәү дәрте менән яна, ҡояшҡа, яҡтылыҡҡа ынтыла. Һәр береҺе үҙенә иш таба, ҡушағы менән оя ҡора, нәҫел ҡалдырырға ашыға. ӘйтерҺең, ерҙәге тормоштоң мәңгелек икәнен раҫлай.

Июнь урталары ла етте. Ерҙә бирелгән көндәренең иҫәпле ҡалыуын, ҡасан китерен асыҡ белгән әүлиә эргәҺенә үҙенең иң яратҡан улын—Мөхәммәтте саҡырып алды.

— Янымда бул, улым, — тине Йософ пәйғәмбәрҙәй матур күрмәлекле улын, арҡаҺынан ҡағып. —  Гел белем эстәп ситтә йөрөнөң, исмаҺам, күргәндәй булайымсы.

Хәҙрәт яңылышманы. Үҙенең йәш сағына ике тамсы Һыу кеүек оҡшаған Мөхәммәт уғата ипле, уғата мәрхәмәтле. Ул атаҺының Һәр уй-теләген күҙ ҡарашынан Һиҙеп, хәл-әхүәлен тын алышынан тойҙо. Ҡайтҡас та, борон атаҺы үҙенә килгән ауырыуҙарҙы гел аҡтан кейенеп ҡаршылауын иҫләп, әсәҺенә аҡ күлдәк, аҡ ыштан хәстәрләргә ҡушты. ЕңгәҺенә әйтеп, мунса яҡтырҙы. АтаҺын балалай тәрбиәләргә тотонған Мөхәммәт, башта Иаманай ҡылғанындай салланып Һирәгәйгән сәстәрен рәтләне, унан шырт баҫҡан Һаҡал-мыйығын тәртипкә килтерҙе. Ипле генә тотоноп ҡыу ағастай булып ҡалған аяҡ-ҡулының тырнаҡтарын киҫте.

Мунсаға индергәс, Мөжәүир улынан:

— Ҡайын миндеге менән танҺыҡтарымды ҡандырғансы сабындыр әле,—тип үтенде. Мәтрүшкә ҡушып бәйләнгән ҡайын миндегенең хуш еҫе менән тулышҡан тәмле Һауа мунса яратҡан оло кешегә килеште: тын юлдарын иркенәйтте, Һулыш алыуы еңеләйҙе. Йәне-тәне рәхәтлектә иҙрәне.

— Рәхмәт, улым, тәнемде пакландырҙың,—тине хәҙрәт мунсанан сыҡҡас йыуыныуҙан ҡәнәғәт ҡалып. Тымбаҙап ятҡан еренән иҙерәп күҙҙәрен йомдо.

АтаҺы гел генә:

— Һәр мөьмин мосолманға ысын донъяға күсер алдынан таҙарыныу фарыз,—ти торғайны. Бына үҙенең дә киң яурынлы мыҡты кәүҙәҺе баланыҡы кеүек ҡуранысланды. Ите төшөп, тире менән ҡаҡ Һөйәккә ҡалды. ТотҺа тимер бөгөрҙәй ҡулдарҙың да кәре ҡайтты, тубыҡ быуындары мөсҺөҙләнде. Беләк-ҡулының ҡан тамырҙары, ана, йолҡонған ағас тамырындай күгәрешеп тарбаҡланған. Элек күптәрҙе хайран иткән музыканттыҡы кеүек нәҙек оҙон бармаҡтар ҙа ҡыу ботаҡҡа оҡшап ҡалған. Миндаль сәтләүеге емешенә тартым оҙонсаланып түңәрәкләнгән тырнаҡтар ҙа кителеп кимтелгән, төҫҺөҙләнгән. Тик ни ғиллә менәндер Һис үҙгәрергә теләмәгән күҙҙәр генә тәрән йыйырсыҡ менән Һырланған йөҙҙә элеккесә йәшкелт нур сәсеп донъяға үтә ҡарай. Зирәк зиҺене, камил аҡылы әүәлгесә, үҙгәрешҺеҙ. Әҙерәк серем итеп, күҙҙәрен асҡан хәҙрәт, эргәҺендә Мөхәммәтте күреп, күңеле нескәрҙе.

— Фатихамды бирәм, балам, ризамын,— тине,  алҡышланып доға уҡыны. Үҙе туймаҫтай булып улының ҡот уйнап торған нурлы йөҙөнә Һөйөп ҡараны.

— Замана зәхмәттәренә, шайтан-иблес ҡорған хәйлә-мәкерҙәргә ҡаршы тора алҺаң, ил ағаҺы булырҺың, иншалла, — тине хәҙрәт, улын ҡурсалағыҺы килеп. — Ҡафыр көстәр минән ала алмаған үсен, Һинән алырға тырышыр. Уларҙы, ныҡ булҺаң, дөрөҫ йәшәҺәң, еңерҺең. Хоҙайға Һыйын, Алланың барлығына, берлегенә ышан. БирешмәҫҺең.

Әүлиә, күп Һөйләүҙән талсығып, күҙҙәрен йомдо. Атайым тынсып ял итҺен тип уйланы Мөхәммәт. Тороп китергә генә иткәйне, хәҙрәт йәнә күҙҙәрен асты, телгә килде.

— Ултыр әле, улым. Минең илгә эшкәртер оло аманатым бар. Шуны Һиңә әйтеп ҡалдырайым, тим. Ҡөрьән китабының ситтәренә лә яҙғанмын да ул. Минең яҙыуҙы таныған кеше уҡып белә алыр.

Хәҙрәт үтә мөҺим хәбәр әйтергә теләгәнлектән, тороп уҡ ултырҙы, ҡарашын тәҙрәнән алыҫҡа төбәне.

— МанҺыр менән Кәрешкә араҺында ятҡан күк Һыртлы Ҡыңғырташ тауын беләҺеңме?

— Эйе.

— Уның йәшел зөбәржәт ташына ҡыҙығыусылар бихисап ине.

— Шулай тиҙәр.

— Киләсәктә лә күп булыр. Таш, йымылдап кешеләрҙе әүрәтер, арбап, үҙен ҡулға алдыртырға итер. Аслан ҡыҙыҡмаҺындар, аслан ул тауға теймәҺендәр. Ул зәхмәтле тау. Ҡуйынында әҙәми затҡа зарарлы көс-нур Һаҡлана. Үҙем иҫән саҡта унда берәүҙе лә яҡын ебәрмәгәйнем. Инде Хоҙай саҡырған теге донъяға китергә күп ҡалманы, шул Ҡыңғырташты Һаҡлауҙы, улым, инде Һиңә ҡалдырам.

Мөхәмәт хикмәтле тау серен асығыраҡ белгеҺе килде, ахрыҺы, төпсөндө.

— ТейҺәң, нимә була? — тип Һораны.

— Афәт була. Тауҙан илгә ҡаты ауырыу таралыр. Кеше ҡырылыр. Үлемдең ниҙән икәнен белеүсе булмаҫ, дауаҺын тапмаҫтар.

Хәҙрәт, үҙенә генә ишетелгән серле тауыштарҙы-ауаздарҙы тыңлағандай, күҙҙәрен йомоп, иғтибарын тупланы. Бер аҙҙан әйтте:

— Ергә бер саҡ яңы әүлиә килер. Ауырыуҙан ҡотолоу серен ул өйрәтер. Тик был хәл тиҙ арала булмаҫ.

— Ҙур эш йөкмәттең дәҺә, атай! Мине тыңларҙармы?

— Тыңларҙар. Мөжәүир әүлиә әйтте тиҺәң, тыңларҙар.

Ике ҙур серен әйткәс, хәҙрәткә еңел булып ҡалды. Әҙерәк тынысланғандай итте. Йәнә бер аманаты ҡалды. Шуны ла әйтҺә, ерҙәге бурысын үтәр, иншалла. Юғарынан үҙенә тапшырылған эштәрҙе атҡарып бөтөр. Әҙәм балаҺы фани донъяла ҡунаҡ ҡына. Ғүмер араҺы күҙ асып йомғансы. Әруахҡа әүрелеп, баҡыйлыҡҡа күскән йәндәр генә мәңгелек. Ана, үҙенә лә кисә АллаҺы Тәғәлә әшкәртте, әхирәттә урыны әҙер, көтәләр, ти. Бына-бына Ғазраил фәрештә осоп килер ҙә, уның йәнен ысын донъяға алып та китер. Мөғҙәте етте.

Хәҙрәт тағы телгә килде.

— Күҙ ҡараҺындай Һаҡлар ер ҡото бер күл бар. Күлтабан эргәҺендәге Яугүл күле... Һуғыштан алда, әйткәнде тыңламайынса, эргәҺендә сусҡа үрсеткәйнеләр. Күл ҡороно. Район хужаларына аңлатып әйткәндән Һуң, сусҡаларҙы унан алдылар. Бер йыл тигәндә Яугүл йәнә Һыу менән тулды. Тирә-йүненә ҡото ҡайтты.

Хәҙрәт хозур Яугүл тирәҺен күҙ алдынан үткәреп бер талай өнҺөҙ ятты.

Тымыҡ саҡтарында ҡаршылағы Сағылтауҙың күләгәҺе күлгә төшөр ҙә хәс тә көҙгөләге кеүек сағылыр ине. Яры тулы төрлө-төрлө өйрәктәр, ҡаҙҙар булыр, сыр-сыулап аҡсарлаҡтары осор, яр буйлап утыҙ ике ҡаҙаҡлыҡ туғаҙаҡ елдереп үтер, батҡаҡлы, Һаҙлыҡлы күл ситтәрендә торналар бәпкә сығарыр ине. Таллыҡта әүирләү-әүирләү тип әүирләү ҡошо саҡыра. Ожмах ҡоштары тоҡомонан булған, инде бөтөр сиккә еткән әүирләүҙе ныҡ Һаҡларға ине. Бөгөнгө көн менән йәшәүсе әҙәмдәр уны уйлаймы? Тәмле ашап, үҙе рәхәт йәшәҺә булды. Киләсәк быуынды ҡайғыртамы ни ундай бәндә?

— Ахырызаманды еткермәү кешенең үҙенән тора,—тине хәҙрәт, байтаҡ уйланып ятҡас. Ете ҡат ерҙе, ет ҡат күкте, тау-урмандарҙы, йылға-күлдәрҙе бөтә ғәм халҡы бергәләп Һаҡларға тейеш. Яугүл кеүек ҡотло урындарға айырыуса иғтибар кәрәк. Был эште ил башлыҡтарына атҡарыу фарыз.

Хәҙрәт олатай  йәнә талсыҡҡан күҙҙәрен йомдо. Әммә йоҡламай ине. Әле генә әүлиәлек кирамәте әшкәрткән хәлдәр менән хәбәрҙәр аңы уны тиҙҙән буласаҡ ваҡиғалар менән таныштырҙы.

Әлбиттә, зирәк аҡыл эйәҺе бөтәҺен дә белеп-Һиҙеп йөрөнө-йөрөүгә. Үҙе бала саҡта мал көткән Иманай тауының нилектән быйыл шау сәскәнән кейенеүен дә белде. Йөрөгән юлдарына йомшаҡ йәшел хәтфә келәм түшәлеү сәбәбен дә аңланы. Кистәрен мең төрлө туғай сәскәләренең хуш еҫе хушбуйҙай татлы еҫ аңҡытып, ауыл өҫтөнә тарала. Хәҙрәт ятҡан өй эсе Һулап туйғыҺыҙ хуш еҫкә тулыша. Ана, бөтә ауылдаштарын хайран итеп, Урғаҙа буйындағы ҡыуаҡлыҡтарға күрелмәгән аҫыл ҡоштар килеп тулған. Ағаслыҡтан көнө-төнө Һандуғас моңо ағыла. Йөҙ йәшәр тирәктә кәкүк саҡыра, ҡайҙандыр әүирләү ҡошоноң Һағышлы тауышы ҡолаҡҡа салынып ҡала. Ҡоштар бөтәҺе лә алҡышланып хәҙрәткә маҡтау яуҙыра. Был күренештәрҙең барыҺының да тиккә түгеллеген асыҡ аңлай олуғ  аҡыл эйәҺе. Эйе, күренеп тора: МанҺыр тәбиғәте тантанаға әҙерләнә. Хушлашыу йәки хәҙрәттең изге йәне ысын донъяға күсеү тантанаҺына.

Бына йәй миҙгеленең иң гүзәл мәле етте. Бөгөн дә, ғәҙәтенсә, Мөжәүир хәҙрәт таң ҺарыҺынан уянды. Тороп тәҺәрәтләнде, иртәнге намаҙын уҡыны, шунан йылдар үтеү менән йышылып шымарған хөрмә төштәренән теҙелгән тиҫбеҺен ҡулына алды. Шул саҡ ул ниндәйҙер серле көс ишаралауға буйҺоноп Иманай яғына боролоп ҡараны Һәм ғәжәйеп мөғжизәгә тап булды. Күк ҡабағын ҡап уртаға ярып, ҡибла яғынан йәйғор ҡалҡҡан. Нәҡ хәҙрәт ҡараған мәлдә генә Һауала йәйғор төҫөндә аллы-гөллө тәхет пәйғә булды. Бына хоҙайҙың хикмәте! Малай сағында көтөү көткән урыны лаҺа был. Кисәгеләй хәтерендә, шул йәйғор нуры аша үҙенә әүлиәлек ҡөҙрәте бирелгәйне бит. Йәйғор урта төш еренән семәрләп бөгөлгән дә ике яҡлап тәхеткә килеп тоташҡан. Талғын иҫкән таң еле, ни ғиллә менәндер Һауала эленеп торған баяғы аллы-гөллө ғәжәйеп тәхетте әкрен генә тирбәлтә, әйтерҺең, сабыйҙы сәңгелдәктә бәүетә. Тәхеттән тирә-йүнгә аҫыл нур сәселә. Бына мөғжизә, бына ғәләмәт донъя, ә!? Күпте күргән, күпте белгән олуғ аҡыл, олуғ тылсым эйәҺе хәҙрәтте лә хикмәт хайран итте. Серле тәхеттән күҙҙәрен айыра алмай торғанда, хәҙрәттең сос ҡолағына ғәжәп бер серле тауыш килеп ҡаҡлыҡты:

— Әүлиә ғәли йәнәп, киттек, — тине.

Тауыш эйәҺе, күҙгә күренмәгән зат, уны етәкләп алды ла әлеге нурҙан ҡойолған тәхеткә табан әйҙәне.

—Ерҙә ҡылған бөтә изге эштәрең хаҡына Һин бөгөндән йәйғор тәхет эйәҺе булаҺың,—тине лә күренмәгән зат күҙ асып йомған арала уны осортоп тәхеткә илтеп тә ултыртты. СикҺеҙ рәхәт булып китте. Хәҙрәт йәтешләнеп ултырыуға баяғы тантаналы тауыш уға тәүге Һорауҙы бирә лә Һалды.

— Әүлиә ғали йәнәп, ҡөҙрәтеңде кемгә ҡалдыраҺың?

Мөжәүир уйға ҡалды. Балалары, ейәндәре, бүләләре, туған-тыумасаҺы бихисап. БереҺенә ҡалдырҺа, икенсеҺе үпкәләр. Ни эшләргә?

Тауыш эйәҺе уны ашыҡтырмай, ныҡлап уйларға форсат биреүелер. Бер аҙҙан әүлиә хәҙрәт тамаҡ ҡырҙы, үҙенең яуап бирергә әҙер икәнлеген аңғартты.

— Тартынма, ғали йәнәп, — тине тауыш. — Әйт.

— Мин үҙемдең ҡөҙрәтемде ғәзиз халҡыма, тыуып үҫкән еремә Һебә ҡылам, — тине хәҙрәт. — Ерем-Һыуым мәңгелек булҺын. Мәңге ахрызаман ғәрәсәтен күрмәҺен. Халҡым көсәйҺен. Башҡорттар араҺынан донъяла эҙ ҡалдырыр данлы заттар, әүлиәләр, ғилем, аҡыл эйәләре үҫеп сыҡҺын. Сәнғәте, йыры, бейеүе, әҙәбиәте менән дә донъяны хайран ҡылҺын. Ер-Һыуҙы Һаҡларҙай иманлы быуын алышынып торҺон. Ер-әсәбеҙҙе барлыҡ афәт-ҡыйралыштарҙан әрсәләр батыр ирҙәр тыуҺын.

Хәҙрәт ошоларҙы әйтте лә тәхет бейеклегенән тыуған-үҫкән еренә күҙ Һалды. Уны еренең киләсәге өсөн хәүефләнеү тойғоҺо солғап алды. Ҡыңғырташҡа ғына тейә күрмәҺендәр! Йәнә лә ер ҡото Яугүлде ныҡ ҺаҡлаҺындар. Ерҙең юрғанын тишкеләргә ярамағанды хәҙер ғалимдар үҙҙәре лә аңланы. Һыуҙы ла Һаҡларға тырышалар. Иншалла, еребеҙ йәшәр! Аманатым үтәлер.

Ул арала баяғы тауыш йәнә ишетелде.

— Хуплайым яуабыңды. Теләгең изге, ғали йәнәп. Ул тиклем үтенгәс, теләгең ҡабул булыр. Халҡың ерҙең кендегендә мәңге йәшәр.

Күңеле күтәрелеп киткән хәҙрәт йәнә телгә килде.

— Мин Һорау бирә аламмы?

— Йә, Һора!

— Ергә ҡасан яңы әүлиә тыуыр?

— Һинең донъяға тыуыуыңа 131 йыл тигәндә, күктә йәйғор ҡалҡыр. Бер аҙҙан күк ҡабағы асылыр. Бөтә ғәләм нурға сумыр. ИҫәпҺеҙ-ҺанҺыҙ ғәм халҡы араҺынан шуны тик берәү күрер. Ана шул аҫыл зат Һинең ҡөҙрәткә эйә булыр, Һинең мәсет таяғыңды уға тапшырырҙар.

Тәүге Һорау-яуап шуның менән тамамланды. Донъя Һиллеккә сумды. Тәхет, сабый ятҡан сәңгелдәк кеүек талғын тирбәлә, ете төҫтәге буй-буй аҫыл Һыҙатлы йәйғор нурҙары йым-йым йымылдаша, күҙҙе Һәм йәнде иркәләй.

Бер аҙҙан хәҙрәт Иманай итәгенә ағылған халыҡ төркөмөн күрҙе. ҺәммәҺе лә матур кейенгән. Йөҙҙәре иманлы, илҺамлы. Бары күҙҙәрендә генә йөрәк түренән сыҡҡан юғалтыу Һағышы сағыла.

— Бәхил бул, хәҙрәт,—ти килеүселәр, әүлиә алдында баштарын эйеп.

— Улымды үлемдән ҡотҡарҙың!

— Һауыҡтырҙың, табип!

— Яҙып биргән бетеүеңде күҙ ҡараҺылай Һаҡлармын!

— Бәлә-ҡазаларҙан әрсәләнең, изге йән!

— Сихырҙы ҡайтарҙың, бағымсы!

— Оло дин әҺеле!

— Күрәҙәсе!

— Арҙаҡлы шәхес!

— Әүлиә!

Мөжәүирҙе ер кешеләре ғәрешкә күтәреп маҡтаны ла маҡтаны. Бөтмәҫ рәхмәт яуҙы ла яуҙы. Фәрештәләр изге йәндең барлыҡ изге эштәрен яҙып алды.

Бер аҙҙан барлыҡ тереклек, бөтә тәбиғәт йыназа уҡырға тотондо. Уларҙың күптән-күп, суҡтан-суҡ рәхмәт ауаздарын ишетеп хәҙрәттең йәне йәнә кинәнде. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, үләндәр, сәскәләр, УрғаҙаҺы, иркә ҡолонсаҡ ШүрәлеҺе, муйыллы, баланлы ҡыуаҡтар, аҡ ҡайындар хәҙрәткә баш эйеп бәхилләште.

— Йәнең йәннәттә булҺын, ерҙең  олуғ әүлиәҺе!

Кешеләрҙең иблескә эйәргәндәре генә бөгөн бында килмәй ҡалды. Сөнки шайтан ҡолона әүерелеп, ниндәй изге йән вафат булыуын абайламай, аңлай ҙа алмай ҡалды улар.

Йылдар үтер. Бер саҡ уларҙың да хәҡиҡәткә күҙе асылыр Үкенерҙәр. Тик Һуң булыр.

БарыҺы менән бәхилләшеп, аманлашып бөткәс, ерҙә ҡалғандарға изге фатихаҺын биреп, ҡөҙрәтен ҡалдырып, Хоҙай Тәғәләнең ҡашҡаҺы Мөжәүир Уйылдан улы, фанилыҡтан баҡыйлыҡҡа юлланды. Йәне ниндәйҙер оҙон ҡараңғы торбаларҙан осоп үтеп нурлы донъяға барып сыҡты. Ни күҙе менән күрҺен, ҡараҺа ҡаршыҺында Иманай тауы. Йәйғорҙан туҡылған тәхет тә Һауала эленеп тора. Таныш тауыш Мөжәүир хәҙрәткә өндәште.

— Әүлиә ғәли йәнәп, йәйғор тәхетеңә килеп ултыр, изге эштәреңде дауам иттер. Бында ла беҙгә Һеҙҙең кеүек изге йәндәр бик кәрәк. Әйҙүк, рәхим ит йәннәткә

 

Фотола: Мөжәүир хәҙрәттең "Яуыз көстәргә ҡаршы доға"һы.

Автор:
Читайте нас