

Ғәҙәттә, киң мәғлүмәт саралары күренекле шәхестәрҙе, халыҡ онотоп китмәһен өсөн, ваҡыт-ваҡыт иҫкә төшөрөп, төрлө юлдар менән хәтерҙә яңыртып һәм яҡтыртып тора. Ә Мөжәүир хәҙрәттең исеме бер ниндәй махсус хәтерләүҙәргә мохтаж түгел. Тыуыуына –143, изге йәне әхирәткә күсеүгә быйыл йәй 58 йыл тулып үтте, ә уның хикмәттәрен, ҡылған яҡшы эштәрен, әйтеп ҡалдырған өгөт-нәсихәттәрен кешеләр телдән төшөрмәй һаман һағынып һөйләй. Дауаханаларҙа ятып, һауыға алмағандар араһында «Ә-ә-ә-эй, Мөжәүир хәҙрәтебеҙ тере булһасы!- тип зар-интизар булыусылар бар.- Бер ихласлап өшкөрөүе ғүмерлеккә етер ине». Уны иле менән юҡһынып, өҙөлөп һағыналар. Бындай хәлде, бөтә халыҡтың бер юлы түрә-ҡара ҡушмаған көйө, үҙ ихтыяры менән икенсе берәүҙе шулай ғәрештәргә күтәреп ҙурлауын, дөрөҫөн әйткәндә, миңә тәүгә осратырға тура килде.
- Мин Ҡөрьән сығам да хәҙрәт олатай рухына бағышлайым,- тине бер осрашҡанда Разия апай. Хәҙрәт рухын шат ҡылыр өсөн «Ҡөрьән» сығып бағышлауҙары тураһында аҙаҡ та күп кешеләрҙән ишетергә тура килде. Хатта ҡәберенә барып аҙна буйы ашамай- эсмәй Ҡөрьән уҡып ултырыусы суфыйҙар менән осрашҡаным булды. Бик күптәр намаҙ ваҡыттарында уны иҫкә алып, рухына доғалар бағышлай. Баймаҡ, Хәйбулла, Әбйәлил, Йылайыр яҡтарында, Сибай ҡалаһында әле лә һәр өйҙә, һәр ғаиләлә тиерлек уның исеме менән бәйле яҡты хәтирәләр һаҡлана, уның яҙып биргән бетеүҙәрен, өшкөрөп биргән тоҙон күҙ ҡараһындай күреп һаҡлайҙар.
Әүлиәлеге, аҡыл ҡеүәһе, табиблығы менән әҙәм балаһының тән сирен генә түгел, йән сирен дә сихәтләндереү һәләтенә эйә Мөжәүир хәҙрәткә, шулай итеп, халыҡ бөгөн дә алҡышланып рәхмәтен әйтә. Уның исеме, быуаттар үткәс тә онотолмаҫлыҡ булып, күңелдәрҙә мәңгеләшеүен теләй.
Сиражетдинов Мөжәүир Уйылдан улының (1876 – 1967) бөтә ғүмере Баймаҡ районының «Йылайыр» совхозына ҡараған йәмле Урғаҙа буйындағы Манһыр ауылында үтә. Шунда тыуа, йәшәй, 91 йәшендә гүр эйәһе булып, ошо ауыл зыяратында ерләнә.
Тыуыуына 133 йыл үтеп киткәнлектән, Мөжәүирҙең бала сағы тураһында белеүселәр юҡ кимәлендә. Әммә ил хәтере икһеҙ-сикһеҙ даръя кеүек икән. Телдән- телгә күсеп, быуындан- быуынға тапшырылып, барыбер иң мөһим мәғлүмәттәр беҙҙең көндәргә килеп еткән. Сибай ҡалаһында йәшәүсе ҡулынан «Ҡөрьән»ен төшөрмәгән ағинәй - Булатова Фирдәүес Шаһимырҙан ҡыҙының күңел түрендә хәҙрәт – олатайҙың бала сағы тураһында бай хәтирәләр һаҡланыуы асыҡланды. Буласаҡ әүлиә Фирдәүес апайҙың әсәһе, ирҙәрсә сая холоҡло, үткер, тәбиғәттән төплө аҡыллы Нәзилә Биишеваны бик ихтирам итә, күп кенә серҙәрен, мәҫәлән, бала сағында күктән өҫтөнә йәйғорҙоң осо төшөү мөғжизәһен, уға һөйләп ҡалдырған. Аҙаҡ хикмәт эйәһенең хикмәттәрен Нәзилә Фирдәүес ҡыҙына бәйән итә. 1887 йылдарҙа, Мөжәүиргә ун бер йәштәр тирәһе булғанда, Манһырға Зәйнулла ишандың килеүе, уны өлөшлө бала тип атауы, Ғабдулла Сәиидигә һәм мәҙрәсә тотҡан башҡа хәҙрәттәргә баланы мотлаҡ уҡытырға ҡушыуы тураһында ла ул һөйләп ҡалдыра.
Арабыҙҙан китеүенә байтаҡ йылдар үтеүгә ҡарамаҫтан, Мөжәүир хәҙрәттең артабанғы ғүмер миҙгелдәре тураһында бәйнә- бәйнә һөйләүселәр бихисап. Кәримова Хәҙисә, Ҡәҙерғолова Үлмәҫбикә, халыҡ табибы Байгилдина Нурия, Бүләкова Рәйсә (ҡартәсәһе Көмөшҡолова Гөлъямал хәтирәләрен тергеҙә), Хәбирйәнова Роза, Мәхмүтова Зәйнәп, Иҙрисова Миңлеямал, Иҙрисов Байтүрә, Сиражетдинов Ғәйнулла, Кунаева Гөлдәр, Баймөхәмәтова Разыя, Хәсәнова Фәйрүзә, Туҡаев Мөхәмәтйәр, ирле- ҡатынлы Аширбаевтар һәм башҡа йөҙәрләгән кеше уның тураһындағы яҡты хәтирәләрен күңел түрендә һаҡлай.
Хәҙрәтте яҡындан белгән, хәҙерге ваҡытта Байыш ауылында йәшәгән уның бер туған ҡустыһы Теүәлбай ҡыҙы Кәримова Хәҙисә апай, «Һүҙҙәрем бер ваҡыт алтын бәрәбәренә булыр әле» тип йыш ҡабатлауы тураһында хәтерләй, уның бик ярҙамсыл, туған йәнле, әңгәмәсел, асыуланыуҙың ни икәнен белмәгән, алсаҡ, һүҙен үлсәп һөйләргә яратҡан тәрән аҡыл эйәһе булыуын әйтә.
Йәнә Мөжәүир хәҙрәт менән яҡындан аралашҡан, бөгөнгө көндә «Йылайыр» совхозында йәшәүсе Байназарова Зәкиә апай уның төҫ-башын ошолай тасуирлай: «Дәү, мыҡты кәүҙәле, аҡ сырайлы, эс-бауырыңда ниҙәр ятҡанын үтә күрерҙәй үткер ҡарашлы, йәшкелт- көрән күҙле ине».
Ҡәҙерғолова Үлмәҫбикә апай хәтирәләре айырыуса ҡыҙыҡлы. Тәү тапҡыр барыуы тураһында бына нимәләр һөйләй ул.
-Бөтә кеше Мөжәүир хәҙрәттең иҫ киткес һәләтлектәренә хайран ҡала. Мин дә барып күрергә булдым. Берҙән-бер һыйырымды һаттым, аҡсаһын хәйерлеккә тип кеҫәмә һалып алдым, Ғәбдинур улымды етәкләнем. Бара торғас, улым арыны, уны күтәреп алдым. Ауылға етеп булмай ҙа ҡуя, хәл бөттө.
Әйтәләр ине, хәҙрәттең әбейаты бар тип. Олатай беҙгә шул әбейатын ебәрһә ярар ине, тип киләм. Шул саҡ ҡаршыға бер әбей килеп сыҡты ла улымды елкәһенә ултыртып та алды. Миңә эйәрергә ҡушты. Олатай беҙҙе көлөп- шяртып ҡаршы алып тора:
–Һыйыр һынлы һыйыр һатып, аҡсаһын кеҫә тултырып һалып алғас ни, атлауы ауырҙыр шул,- ти.- Арыҡ һыйырҙың күтәне киң, ярлы кешенең күңеле киң. Бер тин дә хәйер, мең тин дә хәйер. Ана, кеҫәң төбөндә ҡыҫылып бер тин ята бит, миңә шуны алып бир.
Ҡаушауҙан телһеҙ ҡалғанмын. Кеҫә төбөндәге аҡсаны ала алмайым да ҡуям. Бер саҡ тинлек үҙе иҙәнгә сылтырап барып төштө. Нисек былай булды әле, кеҫәм тишек түгел ине ләһә, тип уйларға ла өлгөрмәнем, олатай тағы көлдө.
Шулай итеп, кешенең ҡайһы юҫыҡтан ни уйлап килерен алдан белеп торған, барыһын үтә күргән хәҙрәт үҙенең күрәҙәлеге, кәрәмәттәре менән Үлмәҫбикәнең һушын ала. Бынан ары яҙмыш уларҙы күп тапҡырҙар осраштыра.
- Туҡһанды ваҡлай башлағайны, мине күрергә теләүен әйтеп ебәргән,- тип хәтерләй инәйебеҙ.- Олатай әйткәнде тыңламаған кеше юҡ беҙҙең яҡта. Барҙым. «Ҡыҙым,- тине, - һин зирәкһең, тапҡыр теллеһең, үткәрә әйтә беләһең, һүҙең үтемле. Дини байрамдарҙа, ҡөрьән аштарында, дуҫ-иш ултырҙаш булған ерҙәрҙә гел мине иҫләп, ҡылған изгелектәрем тураһында һөйләп йөрө, телеңдән дә төшөрмә, йәме. Мине онотмау бигерәк тә дини ҡәрҙәштәремдең үҙҙәре өсөн файҙалы булыр.»
Эйе, Лоҡман Хәкимдән ҡалышмаған аҡыл, хикмәт эйәһен, әүлиәне, илгә изгелек итеүсе табибты онотһаҡ, доғалар бағышлап, уның рухын шатландырмаһаҡ беҙгә яҙыҡ булыр ине.
Иншалла, остазыбыҙҙың теләге ҡабул булды. Уның исеме менән бәйле хәтирәләр халыҡ күңеленән бөгөн мул һыулы йылғалай ағыла.
Мөжәүир хәҙрәт өс рәт өйләнә. Барлығы ун дүрт балаға атай була. Ун бала әсәһе, һуңғы ҡатыны Гөлйемеш абыстайҙы кешеләр яҡшы иҫләй. :аҙанында ашы бешеп, самауыры ҡайнап ултырыр, хәҙрәттең күҙенә генә ҡарап торор, һәр әйткәнен үтәр ине, тиҙәр. Ҡап-ҡара ҡашлы, ап- аҡ йөҙлө, мыҡты кәүҙәле сибәр ҡатын була Гөлйемеш. Өҫтөнә сиған бисәләренекенә тартым шырышмай торған ебәк күлдәк кейә, ҡалын толомоноң осона киң бетеү таға торғайны, тиҙәр.
Йылдар үтә. Бөгөнгө көндә, Аллаға шөкөр, ун дүрт баланан исмаһам берәүһе, иң кесеһе иҫән. Ул 1945 йылда тыуған, хәҙерге көндә Сибай ҡалаһында йәшәүсе Сиражетдинов Мөхәммәт Мөжәүир улы. Белеүселәрҙең бәғзеләре был олпат кәүҙәле, төҫкә - башҡа таҙа, айыҡ аҡыллы, баҫалҡы ирҙе, атаһына, икенселәре әсәһенә оҡшата. Үҙ ваҡытында ауыл хужалығы институтын тамамлаған, ветеринария врачы һөнәре алған, һайлаған һөнәре буйынса оҙаҡ йылдар эшләп, инде хаҡлы ялға сыҡҡан Мөхәммәтте Сибай, Баймаҡ яҡтарында яҡшы беләләр. Олатайҙан ҡалған ҡомартҡылай күреп, уға ихтирам һәм һөйөү менән ҡарайҙар, атаһы тураһындағы хәтирәләрҙе уның ауыҙынан ишетергә теләйҙәр. Ә ул, күңеле килһә, көндәр буйы ултырып һөйләй ала.
- Бала саҡ хәтирәләренән, иң беренсе, ҡайһы бер кешеләрҙең, бигерәк тә уҡытыусыларҙың, беҙҙе мулла балаһы тип ситләтергә тырышыуҙары иҫтә ҡалған,- ти ул. Ураҙа тотмайбыҙмы икән тип бөтә класс алдында һыу эсереп ҡараһындармы, намаҙ уҡымайбыҙмы икән тип йәшеренеп өйгә килеп тикшерһендәрме - ҡыйын була торғайны. Ошо хәл атайыбыҙҙы дөрөҫ баһаларға ҡамасаулағандыр, күрәһең. Үҫә төшкәс, мин уның ябай кеше булмауын аңланым. Көндәр буйы һәр бер килгән кешенең аһ-зарын тыңлау, барыһына ихлас ярҙам итеү өсөн ниндәй оло йөрәкле, кеше йәнле, сабырлы булыу кәрәк. Атайымдың: «Миңә юғарынан шулай ҡушылған, ерҙәге бурысымды атҡарам. Бөтәһе лә Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн»,- тигән һүҙҙәренең мәғәнәһен дә тик хәҙер генә аңлайым.
Уның хикмәттәрен аҙым һайын һөйләй халыҡ. Ҡуянтау, Бикеш ауылдарындағы бер осрашыуҙа егермеләп кеше үҙ хәтирәләре менән уртаҡлашты. Шуларҙың береһе- Сәйетҡолов Шәфҡәт һөйләгәне.
- Әсәйем ныҡ ауырып китте. Балнисҡа бармайым, тик хәҙрәт олатайға ғына алып барығыҙ,- ти. Өс саҡрым үткәйнек, юлда бер егет тора. Мотороллеры боҙолған. Эргәһендә бер инструменты юҡ. Нимә кәрәк, барыһын бирҙем дә таш аҫтына һалып китергә ҡуштым. Манһырға барып еттек. Абыстайы килеп сыҡты. Олатайығыҙ күптән һеҙҙе көтөп ултыра, ти. Инеп күрештек. Хәҙрәт әйтә,
- Һеҙ юлға әллә ҡасан уҡ сыҡтығыҙ.
Сибай ҡалаһында йәшәүсе яҙыусы Тимерғәле Бүләков Мөжәүир хәҙрәтте «Башҡорт Мессингы» тип атай. «Мөжәүир хәҙрәтебеҙ бөтә донъяға билдәле телепат Вольф Мессинг кеүек тиңһеҙ гипнозсы һәм күрәҙәсе булған,- ти.- Бер саҡ Мөжәүир хәҙрәт исемен дә донъя белер».
Ошо көндәрҙә бөтә донъя белгән Болгарияның халыҡ табибы, күрәҙәсе бөйөк Ванга тураһында ҡабаттан уҡыйым. Ул ерләнгән Рупите ҡалаһындағы Изге Петка тигән урын шау сәскәгә күмелгән. Ниңә беҙ ҙә Мөжәүир хәҙрәт ерләнгән урынды хөкүмәт ҡурсыулығына алып, сәскәләргә күммәйбеҙ, әүлиә ҡәберенә зыярат ҡылырға тип йыраҡтан килеүсе мосафирҙар өсөн тейешле шарттар, экскурсион пункт булдырмайбыҙ?
Үҙебеҙҙең хәҙрәтебеҙҙең Аллаһы Тәғәләнән бирелгән ҡөҙрәтен Ванганыҡы менән сағыштырып ҡарайым. Уларға юғарынан бер иш илаһи көс- ҡөҙрәт бирелгән, тигән фекергә киләм. Ә ниңә беҙ, башҡорт халҡы, бөтәбеҙ һөйөп ҙурлаған бөйөк шәхесебеҙҙе Ванга кимәленә күтәреп хөрмәтләй алмайбыҙ. Ниңә ихтирамыбыҙҙы күрһәтеүҙән тартынабыҙ? Әүлиә тере сағында үҙе әйтеп ҡалдырған: «Үлгәндәргә хөрмәт бөтһә, тереләргә лә һан ҡалмаҫ. Онотмағыҙ, милләттең дәрәжәһен уның изге рухлы кешеләре билдәләй»,- тигән.
«Мөжәүир хәҙрәт» тигән китапты яҙыуымды белгәс, күптәр рәхмәт әйтте. Мине хаттар, хәтирәләр менән күмделәр. Ниҙәр генә юҡ ул хаттарҙа. Һәр береһен ҡәҙерләп һаҡлайым.
Мөжәүир хәҙрәтте, нахаҡ бәлә тағып, төрмәләргә япҡандарын, яманатын таратып, кешеләрҙе унан биҙҙерергә тырышҡандарын, нахаҡтан яуыз уйҙырмалар яҡҡандарын яҙалар. Бөгөн килеп, Хоҙай Тәғәләмдең биргәненә мең рәхмәт, тибеҙ. Иншалла, ғәҙеллек тантана итә. Әйтә алмайым, минең китап бәлки шәп тә яҙылмағандыр. Үҙен күреп белеү бәхете насип булманы. Әммә иманым камил, киләһе быуын ул китаптарҙы уҡып, Мөжәүир хәҙрәт тураһында тулы мәғлүмәт аласаҡ. Фәнни өлкәләме, дини яҡтанмы, тәрбиәүи эштәр өсөнмө, художестволы әҫәр яҙһынмы – ул тәүсығынаҡ буласаҡ.