+24 °С
Ямғыр

Ҡайнатма өҫтө күгәрһә, уны ашарға яраймы?

Ҡыш көнө өс литрлы ҡайнатманы асып ебәрһәң, ҡайһы саҡта өҫтө бер аҙ күгәргән була. “Бындай ҡайнатманы, өҫтөн алып ташлап, ашарға яраймы?” –тип белгескә мөрәжәғәт иттек.

Ҡайнатма өҫтө күгәрһә, уны ашарға яраймы?Ҡайнатма өҫтө күгәрһә, уны ашарға яраймы?
Ҡайнатма өҫтө күгәрһә, уны ашарға яраймы?
  • Юҡ, бындай ҡайнатманы ашарға ярамай. – тип яуап биҙе беҙгә XIII Бөтә Рәсәй йәш ғалимдар съезына килгән Анна Елагина, “ALGIMED” Рәсәй-Беларусь компанияһының уҡыу-методик бүлеге етәксеһе. Үңәҙ (плесень) – ул шундай микроорганизм, улар үләндә, игендә, ҡайнатмала үҫеүе мөмкин. Ул микотоксин тигән ағыу сығара. Әгәр һеҙ ҡайнатманы яңынан ҡайнатып һалһағыҙ ҙа микотоксиндар юҡҡа сыҡмай. Әгәр микотоксин ҡайнатмала әҙерәк булһа, һеҙ әҙерәк ағыуланаһығыҙ, күберәк була - нығыраҡ. Улар әҙ миҡдарҙа булһа ла, беҙҙең иммунитетҡа насар йоғонто яһай. Бындай күгәргән ҡайнатманы ашаһағыҙ, һеҙ ауырыуҙарға тиҙерәк бирешәсәкһегеҙ. Өлкән быуын кешеләренең, балаларҙың, ауырлы ҡатындарҙың иммунитеты түбән була. Шуға уларға бигерәк тә нығыраҡ һаҡланыр кәрәк. Әгәр һеҙ аҙыҡ-түлектә, ҡайнатмала, еләк-емештә күгәргән урын тапһағыҙ, уны ташлар кәрәк.
  • Ҡайнатма күгәрмәҫлек итеп ябырға, банканы яҡшыраҡ итеп стерилләштерергә, һәйбәт ҡапҡастар менән һауа кермәҫлек итеп ябырға кәрәк.”.
Автор:Роза Хуснуллина
Читайте нас