

Ишбикә апай сығышы менән Хәйбулла районы, Суҡраҡ ауылынан. Кескенә сағынан үкһеҙ етем ҡалып (башта әсәһе, аҙағыраҡ атаһы мәрхүм була) Баймаҡ районы Әбделкәрим балалар йотонда тәрбиәләнә.
-Ярай әле өләсәйем булды,- ти ул аяныслы балалыҡ йылдарын хәтерләп.- Ул мине әҙәп- тәртипкә, динебеҙҙе яратырға өйрәтте. Һөйөклө бала – көйөклө, тип һөйә торғайны мәрхүмә оләсәйем.- Ата- әсәң күреп туймаҫтай булып ярата, иркәләтә торғайны, тип хәтерләй торғайны. Яғымлы, итәғәтле, ысын мөслимә Ишбикә апай менән һүҙҙәребеҙ килешеп, байтаҡ серләштек. Аҙаҡ ул алдыма ҙур бер фотоальбом килтереп һалды.
Тәүге биттән миңә иҫ киткес сибәр ҡыҙ йылмайып ҡарай. Нур сәсеп торған ҙур ҡара күҙҙәр, һыҙылып киткән ҡыйғас ҡара ҡаш,ап-аҡ түңәрәк йөҙ, ынйылай теҙелеп киткән тештәр, ике ҡалын толом үреп төшөрөлгән, ҡупшы буй- һын.
1950 йыл. Баймаҡ баҙарына барҙым. Баҡһаң, Мөжәүир хәҙрәт тә бында килгән икән. Мине күреп ҡалды ла( бер саҡ балалар йортона килгәйне, миңә бетеү яҙып биргәйне,шуны онотмаған):
- Балам, эргәмә кил әле,- тип мине саҡырып алды.- Теге саҡта яҙып биргән бетеүҙе юғалттың инде, ә?- тине.- Мин һиңә уны мунсаға тағып бармаҫҡа ҡуштым, ниңә әйткәнде тыңламаның?
Оялдым, ҡыҙарындым, бетеүен юғалтҡанды ҡайҙан белде икән тип аптыраным.
– Һиңә, ҡыҙым, бетеүһеҙ йөрөү ярамай,Манһырға килеп сыҡ, һаҡлап йөрөтөр булһаң, тағы яҙып бирермен,- тине.
Тиҙ генә барып булманы, йылдар үтеп китте. Йәшлек менән хәҙрәттең ниндәй илаһи зат икәнлеген дә аңлап етмәгәнмендер, ахырыһы.
1963 йыл ине. Хәҙрәт ҡартайған,туҡһанға яҡынлап килгән сағы. Шулай ҙа, бер- ике генә күрһә лә ул, мине таныны.
- Килдеңме, балам,- тине.- Мине генә көтөп ултырғандай ихлас ҡабул итте.- Һиндә боҙом бар, бәлки, кешеләрҙең һоғо тейгәндер, - тине. Ул миңә өскөлләп тегелгән бетеү һондо:- Ал,балам, бөгөн бында юлланырыңды белеп, яҙып әҙерләп ҡуйғайным,- тине. Шунан тоҙ, сәй, һабын өшкөрөп бирҙе.
Ишбикә апай, был осрашыуға 43 йыллап ваҡыт үтһә лә, шул саҡтағы хәҙрәттең әйткән һәр бер һүҙен онотмайынса, йөрәк түрендә һаҡлай икән. Ул дауам итте:
Ишбикә апай шулайтып үҙ хәлен һөйләп биргәс, уйланым: ысынлап та, олатай уның маңлайына яҙылған тәҡдирен белеп, нисек тә яҙмышын еңеләйтергә тырышҡан.