+30 °С
Болотло

МӘҢГЕ ОНОТОЛМАҪ ШӘХЕС (Фәйзи Ғәскәров тураһында иҫтәлектәр)

Йырҙың тексын беҙгә Фәйзи Ғәскәров әйтеп тора:Өфө тауҙары бейек шул,Йөрөй арыҫлан-кейек.Һыу һипмәгән гөлдәр кеүекЙөрөйбөҙ янып-көйөп.

МӘҢГЕ ОНОТОЛМАҪ ШӘХЕС (Фәйзи Ғәскәров тураһында иҫтәлектәр)МӘҢГЕ ОНОТОЛМАҪ ШӘХЕС (Фәйзи Ғәскәров тураһында иҫтәлектәр)
МӘҢГЕ ОНОТОЛМАҪ ШӘХЕС (Фәйзи Ғәскәров тураһында иҫтәлектәр)

Мәшһүр балетмейстр, башҡорт халыҡ бейеү ансамленә нигеҙ һалыусы, БАССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры Фәйзи Әҙеһәм улы Ғәскәровты мин беренсе тапҡыр 1974 йылда күрҙем. Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡып йөрөгәндә, беҙ, II курс студенттары, бейеү ансамбленә йөрөй башланыҡ. Институттың өҫтәмә профессиялар деканы Сәүиә Ғилметдин ҡыҙы Хужәхмәтова-Латыпова (беҙ уны Софья Ғәлиевна тип йөрөтә инек) Фәйзи Әҙеһәм улы Ғәскәровты яңы бейеүҙәр һалырға саҡырғайны. Институттың яңы физика-математика факультеты корпусы төҙөлөп бөтмәһә лә, уның икенсе ҡатындағы фойеһында бейеү түңәрәге шөғөлләнә ала ине.
Иң тәүге бейеүҙәрҙән «Дим буйында» бейеүе булды. Уны 17-18 пар өсөн һалды. Беҙ, 17 егет, сәхнәнең иң артына теҙелешеп баҫабыҙ ҙа салғы менән бесән сапҡанды һүрәтләп һелтәп, ҡулдарыбыҙҙы тап шулай барыбыҙ ҙа бергә йөрөтәбеҙ. Үҙебеҙ ҡысҡырып йырлайбыҙ. Йырҙың тексын беҙгә Фәйзи Ғәскәров әйтеп тора:
Өфө тауҙары бейек шул,
Йөрөй арыҫлан-кейек.
Һыу һипмәгән гөлдәр кеүек
Йөрөйбөҙ янып-көйөп.
Өфө тиҙәр, Өфө тиҙәр,
Өфөнө күрһәң ине.
Центральный урамынан
Подручком йөрөһәң ине.
Шулай итеп, сәхнәнең алдына уҡ барып етәбеҙ ҙә туҡтап салғы янаған булабыҙ, ә йырлауҙы дауам итәбеҙ. Фәйзи Әҙеһәм улы, ҡысҡырып, беҙҙең менән идара итә. Беҙ уға ҡарап нимә ҡушһа, шуны эшләйбеҙ. Шул ваҡытта ҡыҙҙар килеп сыға ла йырлай-йырлай тырма менән бесән йыялар. Бесәнде йыйып бөткәс, улар сәхнә уртаһына йыйыла ла, кәбәнде хәтерләтеп уҡмашып әйләнә, хәрәкәт итәләр. Ә беҙ, егеттәр, Фәйзи ағай өйрәтеүенсә, һәнәк менән бесән өйәбеҙ. Музыка үҙгәрә, Фәйзи ағай артабан беҙҙе өйрәтеүен дауам итә. «Ра-ра-ра-ра!!!» тип йырлаған һымаҡ беҙҙең хәрәкәттәргә темп бирә. Арабыҙҙан бер егет алға йүгереп сыға ла:
– Әйҙәгеҙ, егеттәр, бер бейеп алайыҡ әле! – тип ҡысҡырып ебәрә. Уны Мөхәмәтша исемле I курс студенты бейеүсебеҙ бик тә шәп, ихлас башҡара ине.
Фәйзи Әҙеһәм улы беҙгә ҡарап тора ла (ул башын һул яҡҡа ҡыйғатыбыраҡ тота ине) «ра-ра-ра» тип, ҡулын сәпәкәйләп тактҡа мығырҙаған һымаҡ, беҙҙең хәрәкәттәргә темп өҫтәй. Шулай итеп, бейеү һалыу дауам итә.
Мин бер ваҡытта ла бейеп йөрөгәнем булмаһа ла, Фәйзи ағай һәр ваҡыт мине «солировать» итеүсе итеп ҡуйырға теләне. Миңә ФОП аша өр-яңы гармун («хромка») һатып алдылар. Мин сәхнәлә гармунда уйнап бөтә йәштәрҙе йырға, уйынға саҡырам. Үҙем оялам, әммә Фәйзи Әҙеһәм улы көр тауышы менән мине өйрәтә, ҡайҙа нисек атларға, ҡайһы яҡҡа ҡарарға команда бирә. Әле булһа шуны аңлап бөтә алмайым, коллективта башҡа бик тә шәп бейеүсе башҡорт егеттәре булыуына ҡарамаҫтан, Фәйзи Ғәскәров ниңәлер алғы планға мине сығарырға тырышты, бәлки, минең ябай ауыл малайы булыуым, бейеүҙәге картинаға тап шундай ауылса төҫ биреү өсөн шулай эшләгәндер.
Бер-ике сәғәтләп беҙҙең менән эшләгәндән һуң, Фәйзи Әҙеһәм улы залдан сығып китә ине. Ә ансамблдең етәксеһе, педагог Мансур Хәлиулла улы Сәлихов ике сәғәт самаһы дәресте артабан алып бара торғайны.
Әйтергә кәрәк, Мансур Сәлихов Ф.Ғәскәровтың уҡыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, хәтһеҙ йылдар дауамында филармония директоры, һуңыраҡ Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында эшләп хаҡлы ялға сыҡты. Ваҡытынды Фәйзи Ғәскәров ансамбленең иң оҫта бейеүсәләренең береһе.
Бер ай ярым тигәндә «Дим буйында» бейеүе һалынып бөттө. Тағы ла бер нисә көндән Ф.Ғәскәров беҙҙең ансамблдең ҡыҙҙар төркөмө менән эшләй башланы. Ул «Ҡымыҙ эшләүсе ҡыҙҙар» бейеүен башында уйлап йөрөүе тураһында, һәм уны иң беренселәрҙән булып Башҡорт дәүләт педагогия институты коллективына һалыуын белдерҙе.
Юғары кимәлдәге хореограф, оло шәхесте йәлеп итеүҙә институттың ФОП деканы Софья Ғәлиевнаның роле әйтеп бөткөһөҙ ҙур.
Ҡиммәтле костюмдар, башҡа сәхнә атрибуттары, ситектәр, махсус яңыса милли баш кейемдәре күп суммала аҡса талап иткәндер. Ул ваҡыттағы уҡыу йорто ректоры Рөстәм Ғүмәр улы Кузеев бер нисә тапҡыр Ғәскәров менән акттар залына инеп эштәр барышы менән танышты.
Бейеү һалыуҙа бит әле хәрәкәттәр уйлап сығарыу, костюмдар тектереү генә түгел, көй, музыка ла сығарыу кәрәк. Уныһын да Фәйзи Әҙеһәм улы үҙ етәкселегендә сығарҙы, эшләне.
Шулай бер көндө, институттың акттар залына беҙҙе лекцияларҙан саҡырып сығарып йыйҙылар. Унда балетмейстр Фәйзи Ғәскәров билдәле музыканттар Бәхти Ғайсин, Радик Фәсхетдинов һәм тағы ла бер нисә кеше алып килгән. Ҡыҙҙарҙың «Ҡымыҙ эшләүсе ҡыҙҙар» бейеүендәге «гусиный шаг»ҡа, Фәйзи Әҙеһәм улы көйгә оҡшатып ауаздар әйтә, Радик Фәсхетдинов менән Бәхти Ғайсин (береһе – баянда, икенсеһе – аккордеонда) көй сығарып маташалар. Уны магнитофонға Радик ағай яҙып ала ла, тыңлап ҡарайҙар, һәм тағы ла эш шулай дауам итә. Ул ваҡытта, 1974 йылдарҙа, дәфтәр бите ҙурлығындағы кассеталы магнитофон һирәк осрай торған техника. Һәр хәлдә беҙ, студенттар, уны беренсе тапҡыр шунда күрҙек. Дүрт кнопка-клавиш, микрофоны бөтөнләй күренмәй, әммә ул яҙа. Радик Фәсхетдинов уны сит илдән алып ҡайтҡан тип һөйләнеләр.
«Ҡымыҙсы ҡыҙҙар» бейеүендә алға төшөп бейеүсе, башҡарыусы ролдә Розалия Солтангәрәева булды. Бөгөн ул сәсәниә, фольклорсы, филология фәндәре докторы, профессор булараҡ билдәле. Ул бик яҡшы йырлай, оҫта бейей, өҫтәүенә бик тырыш ине. Шуның өсөн Фәйзи Әҙеһәм улына Розалия менән эшләү бик тә еңел булғандыр, тип уйлайым.
Сәғәт ярым самаһы эшләгәндән һуң, ҡунаҡтар залдан сығып китте, ә Ф.Ғәскәров беҙҙең менән ҡалды. Шунда ул беҙгә «Ҡымыҙсы ҡыҙҙар» бейеүен Өфөнөң 425 йыллығына арналған Хөкүмәт концертында күрһәтеләсәген белдерҙе.
Ул ваҡытта Өфөнөң 425 йыллығына Ҡаҙағстандан ҡайтҡанда Леонид Ильич Брежнев та (ЦК КПСС-тың генераль секретары) буласаҡ тигән хәбәр таралды.
Уға бәйле байрам концертына әҙерләнеү тағы ла әүҙемләште. Беҙҙе, ансамблдә шөғөлләнеүсе үҙешмәкәр артистарҙы, институт ректоры приказы менән бер айға дәрестәрҙән азат иттеләр.
Л.Брежневтың Өфөгә килеүе тураһындағы хәбәр буш һүҙ булып сыҡты. Көнөнә икешәр тапҡыр концерттың генераль репетициялары башланды. Әйтергә кәрәк, Хөкүмәт концерт программаһында Өфөнән, хатта башҡа ҡалаларҙан да профессиональ һәм үҙешмәкәр артистар ҡатнашты.
Унда, финалдағы һуңғы номер булып «Халыҡтар дуҫлығы» бейеүе ине. Уны ла Фәйзи Ғәскәров һалды. Шулай итеп, беҙ уның менән көн һайын осраша торғайныҡ. Хөкүмәт концерты тантаналы йыйылыштан һуң Опера театрында булды. Сара бик оҙаҡҡа һуҙылды. Концерттан һуң театрҙың фойеһында беҙ, студенттар, Фәйзи ағай эргәһендә баҫып торабыҙ. Фәйзи ағай үҙенең эшләгән эше менән бик тә ҡәнәғәт ине. Тап ошонда балетмейстрҙы ҡотлау өсөн Башҡорт АССР-ның Өлкә комитеты беренсе секретары Миҙхәт Шакиров килеп, Фәйзи Ғәскәровты бик йылы ҡотланы. Яңы бейеүҙәр ҡуйыуы менән шулай уҡ башҡа хөкүмәт эшмәкәрҙәре лә Фәйзи ағайҙың ҡулын ҡыҫты.
Һуңыраҡ, был 1975 йылдың февраль айы баштары, студенттарҙың ҡышҡы каникулы мәлендә, ФОП деканы Софья Ғәлиевна саҡырып алды. Ул, беҙҙе күберәк шөғөлләнһендәр тип, һәр ваҡыт каникулдарҙан алдараҡ саҡыртып ала торғайны. Был юлы беҙгә тағы ла Фәйзи Ғәскәров килгән.
Институттың тамаша залы шул тиклем һыуыҡ, хатта өҫ кейемен һалырлыҡ түгел. Аккомпаниаторыбыҙ ҙа килмәгән. Ошо форсаттан файҙаланып, Фәйзи Әҙеһәм улы беҙгә лекция формаһында сығыш яһаны. Ул башҡорт кейемдәре, сәхнә костюмдарындағы биҙәктәр ҡасан, нисек барлыҡҡа килеүе тураһында һөйләне. Күп кенә биҙәктәрҙе, сәхнә костюмдары эскизын ул эшләгән булып сыҡты. Сығышында ул Ирәмәл тауҙарына барыуы, уның түбәһе, тау итәге тәүлектең төрлө ваҡытында ниндәй форма, төҫ алып йылтырауын нимәгә оҡшаш булыуын үҙ күҙҙәре менән күреүен һәм күҙәтеүен бәйән итте. Һөйләп бөткәс, ул беҙҙең янға залға төшөп ултырҙы. Кем ҡайһы яҡтан, ҡайһы райондан булыуын һорашты. Мин үҙемдең Бөрө ҡалаһынан булыуымды әйткәс, район, ҡала тураһында ентекләп һорашты. Ул үҙенең бала, үҫмер сағында Бөрө балалар йортонда тәрбиәләнеүе, һуңыраҡ педагогия техникумына уҡырға инеүе тураһында әйтте. Балалар йортоноң ҡайһы, ниндәй урамда булыуын хәтерләй алманы. Ысынлап та, ул йылдарҙа Бөрөлә 5-6 балалар йорто, коммуналар булыуы билдәле. Унан һуң Мәскәү ҡалаһында, РСФСР-ҙың мәғариф комиссары Луначарскийҙың ҡыҙы менән бер төркөмдә уҡыуҙары тураһында һөйләне.
Шул йылда ул тағы бер нисә бейеү ҡуйҙы. «Ҡырҡ ҡорама» бейеүенә бик тә һәләтле шәхес Мөхәммәт Ғәлләмовты йәлеп итте. Мөхәммәт татар ҡурайында – һыбыҙғыға оҡшап торған парлаштырылған флейтала – уйнай. Уны Фәйзи ағай филармония оҫтаханаһында эшләтеп алды. Ошо «Ҡырҡ ҡорама» бейеүендәге таҡмаҡтарҙы әйтә ине. Фәйзи Әҙеһәм улы үҙе һайлап алды. Таҡмаҡтарҙың ике юлы ғына хәтерҙә, уның килеп сығыуының тарихын Фәйзи ағай бөтә коллективҡа һөйләп көлдөрҙө. Ул татар телендә әйтелә ине:
Аҡса бар – Уфа гуляем,
Аҡса юҡ – Чишма сидим!
Беҙҙең бейеү ансамбленең аккомпаниаторы Әлфир Әмир улы булды. Ул тыумышы менән Бөрөнән ине. Өфөнөң 2-се педагогия колледжында уҡытыусы булып эшләне (әле лә эшләй). Көсәйтелгән музыкаль төркөм тураһында ла Фәйзи Ғәскәров ҡайғыртты. Беҙгә тағы ике егет – Фәнил һәм Шамил – аккомпаниатор булып килде. Улар икеһе лә Өфө сәнғәт институтында уҡыйҙар ине. Шамил Шәмғолов Татарстандан, ә Фәнил Арыҫланғолов Стәрлебаш районынан. Баянда бик оҫта уйнай торғайнылар. Яңы бейеүгә яңы көйҙәр сығарҙылар. Егеттәребеҙ Фәйзи Ғәскәровҡа бик тә оҡшанылар. Фәнил Арыҫланғолов һуңғы йылдарҙа Башҡорт академия драма театрында музыкаль биҙәүсе, музыкаль бүлек етәксеһе булып эшләне.
Өфө урамдарында йыш ҡына Фәйзи Әҙеһәм улы менән осрашып оҙон-оҙаҡ һөйләшеп тора инек. Бер нисә тапҡыр Өфө гарнизонының Офицерҙар йорто кафеһында ла бергә ултырған саҡтар булды.
Беҙҙең педагогия институтының бейеү ансамбле «Башкирочка» тип атала ине. Фәйзи Әҙеһәм улы күп тапҡырҙар ансамблгә икенсе, башҡортса исем табырға кәңәш итеп килде. Миҫал итеп ул, Учалы районындағы Байрамғол совхозы «Ләйсән» үрнәкле халыҡ бейеүҙәре ансамблен әйтә торғайны. Был һөйләшеүҙәрҙән һуң ике-өс йыл ваҡыт үтеп китте, әммә беҙ, 40-50 кеше, ансамблебеҙгә тура килеүсе исем эҙләп таба алманыҡ. Шул уҡ «Башкирочка» булып ҡала килдек.
Көндәрҙең береһендә Фәйзи Әҙеһәм улы беҙҙең коллективты филармония залы сәхнәһендә репетицияға саҡырҙы. Ул ваҡытта сәхнәнең иҙәндәре тигеҙ түгел ине, профессиональ бейеүселәр шөғөлләнгәнгә күрә, ағастан буяу ҡупҡан. Беҙгә бында уҙған репетиция оҡшап бөтмәне. Һуңыраҡ профессиональ бейеү коллективының репетицияһын ҡараныҡ (әлеге ваҡытта ул Фәйзи Ғәскәров исемен йөрөтә).
Филармониянан беҙ бер нисә егет – Мөхәммәт, Әсғәт, мин, арабыҙҙа түбәнерәк курста уҡыған малайҙар ҙа – бар ине, беҙ йәшәгән дөйөм ятаҡҡа киттек. Юлда магазиндар юҡ, шулай ҙа бер йәшерәк егетебеҙ тиҙ генә Ғафури урамындағы бер кибеттән ашарға-эсергә алып ҡайтты.
Институттың беренсе һанлы дөйөм ятағы бүлмәһендә иртәнгә тиклем һөйләшеп ултырҙыҡ. Төп һөйләүсе, әлбиттә Фәйзи Ғәскәров булды. Беҙ уны ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланыҡ. Шулай тағы бер-ике тапҡыр осрашырға тура килде. Беҙҙең бүлмәлә ул ҙур ҡунаҡ булды.
Фәйзи Әҙеһәм улы бер ваҡытта ла тормошҡа зарланманы. Башҡалар һөйләүе буйынса, ул инде хәтһеҙ ваҡыт бер коммуналь бүлмәлә йәшәгән. Беҙ уҡыған йылдарҙа уға инде 65 йәштәр самаһы ине. Өфөнөң Дим районында бер танышына мунса бураһы бурауҙа ярҙамлашыуы, балта эшен бик тә яратҡан шөғөлө булыуы тураһында әйтеп үтте. Татарстан АССР-ы КПСС-тың өлкә комитеты I секретары Табиев менән дуҫ булыуы, һуңыраҡ уның менән Һиндостанда гастролдәр ваҡытында осрашыуы тураһында бик тәфсирләп һөйләй торғайны.
Ошондай билдәле шәхес булыуына ҡарамаҫтан, ул ваҡыттарҙа инде Фәйзи Ғәскәровҡа йәмәғәтселек, власть органдарының иғтибары етешмәүе ныҡлап һиҙелә ине. Күп йылдар буйына үҙе эшләгән филармонияға ул һирәк кенә, йәки бөтөнләй барып йөрөмәй торғайны. Әммә был турала ул бер ниндәй ҙә зарланыу белдермәне.
Һәр ваҡытта ла көр күңелле, ваҡыты менән уйсан, бер һүҙ менән әйткәндә «позитив» кеше булды. Һаулығы ныҡлы ине уның. Бөгөнгөләй хәтеремдә, минең күҙ алдымда ул ҡара костюмында, иҙеү төймәһен ысҡындырып кейгән яҡалы йоҡа пуловер, кепкала, башын һул яҡҡа ҡыйығайтыбыраҡ һалып йөрөгән ағай булып иҫемдә ҡалған.
Рәсми мәғлүмәт сығанаҡтарында уның тыуған урыны Өфө йәки Бөрө ҡалаһы тип яҙылған. Кем белә, бәлки ул Бөрөлә тыуғандыр, бында уның тәрбиәләнеүе, уҡыу йортона уҡырға инеүе билдәле. Ҙур сәнғәткә тәүге аҙымын Бөрөлә яһауы ла шик тыуҙырмай. Тимәк, ул беҙҙең билдәле яҡташыбыҙ. Уның исемен мәңгеләштереп, ҡала урамдарының береһенә Фәйзи Ғәскәров исемен биреү, әлбиттә, урынлы булыр ине. Икенсенән, Бөрө балалар йорто бинаһына таҡтаташ ҡуйыу һәм крайҙы өйрәнеү музейында мөйөш булдырып, экспонаттар туплау урынлы булыр ине. Мәшһүр бейеүсе, балетмейстер, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, «Халыҡтар дуҫлығы» ордены кавалеры Фәйзи Әҙеһәм улы Ғәскәровтың исемен мәңгеләштереү беҙҙең изге бурысыбыҙ! Әлбиттә, был турала урындағы хакимиәт етәкселегенә тәҡдим менән сығасаҡмын, ә әлегә уның тураһындағы иҫтәлектәрҙе гәзит уҡыусыларға еткерәм. ӘҒЗӘМ ЯРУЛЛИН.
«Бөрө шишмәләре». 2013. 31 ғинуар.

Автор:
Читайте нас