

Күрше-тирәһенә әйтеп, иртәнсәк бүреләрҙең тиреһен һыҙырып алып ҡайтҡас ҡына, ҡайныһы өнһөҙ ҡалып, бот сапты.
— Ай-һай, килен, йөрәклеһең! — тине һоҡланып, шул уҡ иаҡытта ҡото осоп яу ҡорҙо. — Иә инде, шундай хәтәр ергә яңғыҙ сығалар тиме ни? Уйыңда булғас, исмаһам, үҙемә әйтер инең, икенсе аслан улай итмә, килен, — тине шелтәләп, хатта асыуланып.
Ҡәйнәһе лә иламһырап:
-Һибәтемде кәләшһеҙ ҡалдырып, мәхрүм итә яҙҙың даһа, килен. Ейәнемде уйлаһаңсы, исмаһам. Икенселәй артыңдан ҡалмай, күҙ яҙлыҡтырмай йөрөмәһәмме? — тип әрләне, үҙе килейенең арҡаһынан тапап һөйҙө:
-Бәпәйгенәмде, хас үҙемдең йәш сағым. Хәҙрәт: «Килен ҡәйнә буҫағаһынан», — тип хаҡ әйткән икән теге саҡта.
Фәйрүзә өйҙәгеләрҙе йыуатырға ашыҡты.
— Хәҙрәт миңә утты-һыуҙы бәлә-ҡазаһыҙ үтә торған бетеү бирҙе. Шуға мин хәҙер ҡушйөрәк, ҡәйнәм, — тип Фәйрүзә лә бирешмәне.
Бүре атыу тураһындағы хәбәр ауылға йәшен тиҙлеге менән таралды. Төшкө сәйгә ултырырға торғанда уларға борсолған хәҙрәт килеп инде.
-Һүҙ юҡ, ир йөрәклеһең, балам, ажарһың, — тине ул килендең саялығына, мәргәнлегенә хайран ҡалып.
-Миңә бүреләр өйөрө немец фашистары булып күренде. Шуға ла нәфрәтемдең иге-сиге булманы.
-Боронғолар көслөнән ҡурҡма, үсленән ҡурҡ, тигән. Балам, мин биргән бетеү һине һаҡлауын һаҡлар. Тик үҙең дә һаҡлыҡты онотма. Бүре хаслыҡлы, үсле йыртҡыс. Ишеттегеҙме, төнө буйы ата бүре һыҡтап, олоп сыҡты? Ишен юғалтыуға ҡайғырҙы. Беҙгә ата бүрене тиҙерәк юҡ итергә кәрәк. Хәҙер ул үтә ҡурҡыныс, малдарҙы ҡураға инеп ҡырыр, кешеләргә ташланыр.
Ҡалған бүреләрҙең ауылға зыян килтереү ихтималын башына ла килтермәгән Фәйрүзәнең сәстәре үрә торҙо. «Әҙенән килеп, улына тейеп ҡуймаһын ул дәжжәл!..» Йөрәге ярыла яҙған килен хәҙрәткә төбәлде:
— Олатай, беҙгә тиҙерәк өйрәтегеҙ. Ни эшләйек?
Иң башта ауыл менән сығып Олоһаҙҙан ҡыуып ҡа-райыҡ. Унан, барып сыҡмаһа, күҙ күрер.
Ошо уҡ көндө, төш ауғас, кәрәк-һәнәк, суҡмар менән ҡоралланған манһырҙар Олоһаҙға йүнәлде. Мылтыҡлы Фәйрүзә ҡайныһы менән йәнәшә атланы.
Инәһеҙ ҡалған бүре ояһын борҡолдатыу әллә ни ауыр булмай икән. Кисәге шаңҡыуҙан һиҙгерлеген юйған бүреләр өңөндә ине. Көтмәгән ерҙән кешеләрҙе күреп ҡалған ата бүре, көсөктәрен яҡларға кәрәклекте лә онотоп, оянан ҡасырға ырғылды. Сабып барған бүрегә Фәйрүзә мылтығын тоҫҡаны һәм уңайлы мәлде тап итеп, тәтегә баҫты. Атыу тауышы оло һаҙлыҡты яңғыратты. Йыртҡыс тырпырап ҡаулан үләнгә ауҙы.
— Ә-ә-ә, дөмөктөңмө, фашист, хәҙер минең улыма тейә алмаҫһың, — тине Фәйрүзә тамам үсе ҡанып, һәм күңеле булып, еңел һуланы. Үҙе хәлһеҙләнеп ергә сүгәләне, һибәтенә ябырылған йыртҡыстар төркөмөн әлән-борхан килтергәндәй һиҙҙе ул үҙен.
Өс бүре атып алған киленгә колхоз бер бот он, бер һарыҡ бирҙе. Тапҡыр телле Манһыр кешеләре уны «Бүре алған Фәйрүзә» тип тә йөрөтә башланы.
* * *
Иренән хат килмәүгә ныҡ ҡайғырған килен түҙмәйенсә бер көндө хәҙрәткә кәңәшкә килде.
-һуғышҡа ебәреүҙәрен һорап ҡарайыммы әллә, хәҙрәт олатай? һибәтемә ҡанат ябып булһа ла йөрөр инем, — тине.
-Ҡуй, улай итмә, киленкәй, сабыр ит. һуғыш һеҙҙең зат эше түгел. Ҡатын-ҡыҙ донъяға әсә булыр, бала тыуҙырыр өсөн ярала, һибәтеңдең төҫө — улың ҙурайып килә. Уны үкһеҙ етем итмә, — тине.
Фәйрүзә уның тел төбөнән үҙе өсөн ҡот осҡос хәҡиҡәтте аңланы. Ире, тимәк, яҡты донъяла түгел. Хәҙрәт ныҡып дауам итте, ҡабатлап әйтте:
— һин, ҡыҙым, бында кәрәкһең. Улыңды йәтимһерәтмә, ишет шуны.
Һибәтен юғалтыуҙы төшөнгән ҡатын, хушлашып, тышҡа сыҡты.
...Тимәк, Һибәтен, йән киҫәген, ысынлап та, фашист-бүреләр харап иткән. Ул өйҙәренә тура ҡайта алмай, һуңғы тапҡыр бергә булған Урғаҙа буйына төшөп китте. Шул саҡта гына ул күҙ йәштәренә ирек бирҙе.
Бөтә нәмәнең дә аҙағы булған кеүек, ниһайәт, ҡанлы һуғыш ти тамамланды. Миллион-миллион ҡорбан биреп, илдә Еңеү таңы атты. һибәттән бер хәбәр ҙә юҡ. Фәйрүзә йәнә хәҙрәткә килде.
— Әйт, олатай, дөрөҫөн әйт, Һибәтем тереме? Хәҙрәт һүҙҙе уратып башланы.
— Яҙмыш һине, ыуыҙ ғына көйө, эй, һынаны балаҡайым, — тине. — Бирешмәнең, сая, үткер булыуың арҡаһында, ауырлыҡтарҙы еңә килдең. Дөрөҫөн әйтмәй булмай. Тормошоң ал да гөл булмаҫ, һынауҙар күп булыр.
— Ниндәй һынау, хәҙрәт олатай, әйтегеҙ?
— Тәүге һынау шул. Һибәтеңдән күптән ҡара ҡағыҙ килгән. Сельсовет һеҙҙе йәлләп, ҡапылда әйтергә баҙап тора.
Иренең ысын хәлен асыҡлап ишеткәс, һаман да берәй мөғжизәгә өмөт итеп уны көткән Фәйрүзә таш һынға әүерелде лә ҡуйҙы. Исмаһам, күҙенән бер бөрсөк йәше сыҡманы. Күҙ алдына Лапаҡҡайын тамаҡлаған бүреләр өйөрө килеп баҫты. Ана, улар һыйырҙы түгел, һибәтен талайҙар. Иң ҙуры боғаҙына йәбешкән. Фәйрүзә ни эшләп ҡатып ҡалған? Ниңә, ирен яҡлап бүре өйөрөнә ташланмай? Ҡурҡаҡ бисәме ни ул?
— А-о-а-а! Йыртҡыстар! Һибәтем! Китегеҙ бынан, хәҙер үҙем һеҙҙең менән көрәшәм. Хәҙер мин һеҙҙе ҡырып һалам...
Күҙҙәре аҡайып, ни ҡыланғанын белмәй сәбәләнгән килейкәйҙең хәлен хәҙрәт шунда уҡ аңлап алды. Ир бирмәк — йән бирмәк. Меҫкен киленкәй, ҡара ҡайғыны күтәрә алмай, ахырыһы, алмашына башланы.
Хәҙрәт барлыҡ ҡөҙрәтен ҡулланып, Фәйрүзәне урындыҡҡа алып килеп ултыртты ла, күҙ ҡарашы менән арбап, тынысландырҙы. Уның ҡайғыһын ҡыуырҙай доғалар уҡып, оҙаҡ итеп өшкөрҙө. Йәненән, тәненән ҡара ҡайғыны һыпырып алып ырғытты. Йәш ҡатындың киләсәге алда әле. Яңынан тормошҡа сығып, балалар үҫтерер, ин шәәъ Аллап, уларҙы сая килене. Әлеге хәле башҡаса һис ҡасан да ҡабатланмаҫ, зирәк аҡылы, үткер зиһене ҡартайғанса юлдаш булыр. Мөжәүир хәҙрәт үҙе шулай әмәл ҡылды.
Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, Фәйрүзә күҙҙәрен асты. Бөтәһе лә хәтерендә, әммә йөрәген һары һағыш таламай ине. Нм булған уға? Ҡаршыһында серле йылмайып ултырған хәҙрәтте күргәс, ул барыһын да аңланы.
— Рәхмәт, хәҙрәт олатай, йәнемде афәттән ҡурсалап алып ҡалдығыҙ, — тине.
— Ҡыҙым, Һибәтем юҡ, тип, ҡайны-ҡәйнәңде ташлап ҡайтып китмәй тор, — тип өйрәтте Мөжәүир хәҙрәт уға. Кесе улдары армиянан ҡайтҡанды көт. Яу ҡырында ятып ҡалған Һибәтендең хаҡын уйла. Үлгән ирендең изгелеге һиңә ғүмер буйы тейер. Артабан, яугир ғаиләһе һаналып, хөкүмәттә ярҙам күреп йәшәрһең, ин шәәъ Аллаһ.
Хәҙрәт әйткәнде тыңлап, Фәйрүзә һаулығы ныҡ ҡаҡшаған ҡайны-ҡәйнәһен кесе улдары һалдаттан ҡайтҡанса ҡәҙерләп көттө, төпсөктәре ҡайтыуға сикһеҙ ҡыуанған әбей менәм бабай:
-Еңгәңә өйлән. Киленде әсәһенә кире ҡайтарғыбыҙ килмәй. Ул беҙгә ғәзиз балабыҙҙай, — тип тырышып ҡараһалар ҙа, Фәйрүзә башҡаса Манһырҙа тороп ҡала алманы. Асыҡ белә, ҡәйнешенең яратҡан ҡыҙы бар. Әйҙә, исмаһам, улар бәхетле булһын.
Тағы бер һынауҙы үттең, — тине хәҙрәт киленгә. — Кеше бәхетенә ымһынмай дөрөҫ эшләнең. Өлөшөңә төшкән көмөшөң осрар, сабыр ит.
Хәҙрәт Фәйрүзәне оҙатҡанда үҙе килде.
— Хоҙай Тәғәлә һиңә балалар бәхете бирер. Ҡартайған көнөңдә ҡәҙерле булырһың, — тине. Артынан доғаларын уҡып, Хоҙайҙан йәш киленгә изге иман, бәхет, тәүфиҡ һораны.
Йылдар үтте. Ҡасандыр саялығы менән дан алған Фәйрүзәнең дә ҡулдарының кәре, күҙҙәренең нуры ҡайтты. Ебәктәй оҙон толомдары үрмескә ҡалды, ынйы тештәре һарғайҙы. Әммә йылдар уны тағы аҡыллыраҡ итте. Балалар әсәһе, ҡәйнә, ҡоҙағый, күптәрҙең яратҡан инәһе ул. Ауыр эшкә
-Яҡшылыҡтан — яҡшылыҡ, аҡылдан — аҡыл ярала, — ти ул. - Боронғоларҙың аҡылына етеү ҡайҙа! Һай, Мөжәүир Иҙрәттең алтын аҡылдары! Әүлиә ине. Әҙәм ыңғайлы, ябай булды. Берәүҙе хәленән килгән ярҙамынан мәхрүм итмәне.
Фәйрүзә әбейҙең хәтер һандығының хазиналары бының Менән генә бөтөрлөк түгел. Ул шулай бәйнә-бәйнә, шәлкем-шәлкем итеп һөйләй. Унан Һөйәрбикә күршеһе генә түгел, бик күптәр аҡыл эҫтәй.
Фәйрүзә инәйҙе мин дә ныҡ ихтирам итәм. Хәҙрәттең холоҡ-фиғелен, икһеҙ-сикһеҙ аҡыл-ғилемен йәш быуынға еткереүселәрҙең береһе тип иҫәпләйем үҙен.