

2024 йылда студент ғаиләләре һаны 22000 ғаилә тәшкил итһә, бөгөнгө көндә был һан 25000-дән саҡ ҡына күберәк, улар араһында 13 000 бала тәрбиәләгән ғаилә бар.
Студенттарҙан һәм ғалимдарҙан торған йәш ғаиләләр уҡыуҙы, ғилми эште һәм балалар тәрбиәләүҙе берләштереү кәрәклеге менән бәйле бер нисә үҙенсәлекле проблемаға юлыҡҡан. Академик берләшмәгә уңышлы интеграцияланыу һәм артабанғы профессиональ үҫеш өсөн йәш ғаиләләргә матди ярҙам, уңайлы хеҙмәт һәм тормош шарттары булдырыу кеүек төрлө яҡлап ярҙам кәрәк.
Панель дискуссияһы спикерҙары ла арҙаҡлы, ихтирамлы шәхестәр булды:
-Баулин Олег Александрович, ӨДНТУ ректоры;
-Нечаева Дарина Михайловна, Федераль психологик һәм дисциплина ара тикшеренеүҙәр ғилми үҙәгенең ғилми хеҙмәткәре, М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының психологик ярҙам хеҙмәте координаторы;
-Савостеенко Никита Вадимович, Силәбе өлкәһенең йәш ғалимдар һәм белгестәр советы рәйесе, Көньяҡ дәүләт университетының өлкән уҡытыусыһы;
-Краснощеков Никита Алексеевич, Рәсәй мәғариф академияһының йәш ғалимдар һәм белгестәр советы рәйесе, Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Фән һәм мәғариф буйынса советтың фәнни һәм мәғариф өлкәләрендә йәштәр эштәре буйынса координация советы ағзаһы.
-Модераторы: Ковалев Артем Иванович, М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының психология факультетының уҡыу эштәре буйынса деканы урынбаҫары, Рәсәй Президенты ҡарамағындағы фән һәм мәғариф буйынса советтың фәнни һәм мәғариф өлкәләрендә йәштәр эштәре буйынса координация советы ағзаһы.
Спикерҙар студенттарҙың һәм йәш ғалимдарҙың ғаиләләренә ярҙам итеү саралары тураһында һөйләне, улар:
«Беҙҙә бөтә университеттарҙа эшләүсе һәм уҡыусы студенттарға, йәш ғалимдарға, аспиранттарға, университеттың бөтә хеҙмәткәрҙәренә лә ҡағылышлы эш практикаһы бар һәм әүҙем ғаилә сәйәсәтен бөтә университеттарға ла таратырға кәрәк, сөнки был дөйөм, берҙәм мәсьәлә, уны, әлбиттә, бергәләп хәл итергә тейешбеҙ», - тип һөйләне Брайнес Анна Александровна, Рәсәй мәғариф һәм фән министрлығының дәүләт йәштәр сәйәсәте һәм тәрбиә эшмәкәрлеге департаменты директор урынбаҫары.
Фекер алышыу йомғаҡтары буйынса эксперттар һәм ҡатнашыусылар студенттарҙың һәм йәш ғалимдарҙың ғаиләләренә ярҙам сараларын яҡшыртыу буйынса үҙ тәҡдимдәрен индерҙе.
Иң ҡыҙыҡлыларының береһе-ғалимдар өсөн льготалы ипотека һәм аспирантурала уҡыған ваҡытта торлаҡ сертификаты алыу мөмкинлеге, сөнки әлеге ваҡытта бындай сертификатты кандидатлыҡ дәрәжәһе алған ғалимдар ғына ала ала ине.
Йәш ғалимдар съезы пресс-центры фотолары.