

Даимә Сөнәғәт ҡыҙы Ғәбитоваға – 92 йәш. Ул – тыл һәм хеҙмәт ветераны. Даимә апай «Башҡортостан ҡыҙы»н тәүге һанынан башлап алдырған һәм бөгөн дә ул яратҡан журналы менән бергә. Өлкән дуҫыбыҙ Туймазы районы Туҡмаҡ-Ҡаран ауылында ғүмер итә.
Бөйөк Еңеүҙе килтергән яҙғы көндө әле лә яҡшы хәтерләй ул. Дәрестә ултырған барлыҡ балалар «Ура!» ҡысҡырып, кемеһе – өйөнә, кемеһе ҡырҙа эшләгән әсәһе янына йүгерә. «Һуғыш афәте ҡағылмаған ғаилә, һуғыш ишек шаҡымаған ҡапҡа ҡалдымы икән? Еңеү таңы беҙгә шуға ла ҡәҙерле. Беҙ ул көнгә миллионлаған кешеләрҙең, шул иҫәптән беләктәренә көс тә ултырмаған балаларҙың тырышлығы менән ирештек», – ти ул. Даимә Сөнәғәт ҡыҙы барлыҡ тиҫтерҙәре кеүек колхозда көлтә бәйләй, тары утай, бесән әҙерләй, мал көтә, үгеҙ егеп һабан һөрә. Етенсе синыфты тамамлағас та хеҙмәт юлын башлай. Хаҡлы ялға сыҡҡансы малсылыҡта, баҫыуҙа, ҡош-ҡорт фермаһында тырышып эшләй. Тормош иптәше Тәлғәт Хәмзә улы ла ун дүрт йәшенән тракторсы була. Улар дүрт балаға ғүмер бирә. Фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн Ғәбитовтар орден, миҙалдар менән бүләкләнгән.
Журналыбыҙҙы ярты быуаттан артыҡ даими уҡып барыусы хөрмәтле ветеранға ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ һәм ошондай тоғролоғо өсөн оло рәхмәт белдерәбеҙ!