

Кисә Миләүшәнең ҡыҙыл диплом алыуы тураһында һөйөнөслө яңылыҡ ишетеп ҡыуандыҡ! Фотоны ҡарағыҙ әле: тик беҙҙең башҡорт ҡыҙының ҡулында ғына ҡыҙыл диплом! Әсәһе филология фәндәре кандидаты, "Юлдаш" радиоһы хеҙмәткәре Әнисә Муллағолова "Бәйләнештә" сайтындағы сәхифәһендә түбәндәгеләрҙе яҙған: "Тәүҙә - Өфөлә Фәрит Камаев ис. музыка мәктәбен, унан - Мөхәмәт Исҡужин ис.башҡорт лицейын тик "5"- кә, әле килеп Мәскәү университетын сираттағы алтын миҙал менән тамамланы ҡыҙым. Интеллектуаль хеҙмәтте мөкиббән яратыу, ҙур ихтыяр көсө , ваҡытты, бала саҡ һәм йәшлек йылдарын, белемгә көйләү - был бейеклек сере! Ҡотлайым, алтын аҡыл, яҡты яҙмыш теләйем, Миләүшә ҡыҙым!" Беҙ ҙә ҡотлауҙарға ихлас күңелдән ҡушылабыҙ! Миләүшәгә, әсәһенә, ағаһына тик уңыштар, бәхет, һаулыҡ теләйбеҙ! Дипломыңдың мәнфәғәтен күрергә яҙһын, Миләүшә!