+30 °С
Болотло

Таҡмаҡтар

Журналыбыҙҙың “Бәйләнештә” сайтында таҡмаҡтар конкурсын үткәреп алғайныҡ. Уҡыусыларыбыҙ ебәргән халыҡ таҡмаҡтарын һеҙҙең менән дә уртаҡлашабыҙ.

ТаҡмаҡтарТаҡмаҡтар
Таҡмаҡтар

Ғәҙилә Бүләкова.

Апара, апара!
Апара ташып бара.
Етер инде, күп бейемә -
Ыштаның төшөп бара!


Диван, диван!
Диван булһа, ней булған?
Һикереп төшөп бейеп йөрөй
Йыуан булһа, ней булған?!


Аҡ кәзә күтәне,
Күк кәзә күтәне!
Әйҙәнә лә ошо бейей -
Юҡмы әллә бүтәне?!


Аяғындағы итеге
Әмрикәнский икән!
Һикереп төшөп бейеүҙәре
Һайыҫҡанский икән!


Ары баҫҡан аяғыңды
Бире баҫһаң, ней була?
Төшөп барған ыштаныңды
Күтәреп ҡуйһаң, ней була?!


Иҙәнегеҙ таҡыр икән -
Алма тәгәрәтергә!
Мынау оҫта бейеүсене
Нисек әүерәтергә?! 


Бейеүсенең футбылкаһы
Бейей - бейей ҡыҫҡарған.
Бейеүсегә һүҙ әйтмәгеҙ -
Бейей - бейей оҫтарған!

Әтәстә лә кикерек,
Тауыҡта ла кикерек!
Янғыҙ бейеү ҡыйын булһа,
Әйҙә, бергә сикерик! 

Әнүзә Йәрмөхәмәтова

Туҡһан туғыҙ, туҡһан туғыҙ

Берҙе ҡушһаң йөҙ була.

Арҡырыға үҫкәнсе һуң,

Буйға үҫһәң ни була?.

 

Бейе,бейе Хәйбулла,

Бейегән кеше бай була,

Бейегән кеше бай була ла.

Кеҫә яғы һай була..

 

Гөлназ Йәмилова

Әтәс тә лә кикерек,
Тауыҡта ла кикерек
Беҙҙең .... бейеп йөрөй
Әтәс кеүек һикереп.

 

Мөнирә Афзаловна

Беҙҙең курше йаш сағында

бейегәндә бейеган

хәҙер инде бейей алмай

подшипниге иреган.

 

Һауалағы йондоҙҙарҙы

кәрзингә тултыралар,

тишек наскизарен йаллап

бейемай ултыралар.

 

Рәйлә Абдулғазина

Айт итәм, тайт итәм
Картошка жарить итәм.
Миңә бисә кәрәк түгел,
Бер үҙем дә жить итәм.

 

Минзилә Аҙнашева

Бейе әйҙә , бейе әйҙә
Бейегән кеше бай була.
Бейегән кеше бай була ла
Кеҫә яғы һай була.

Анау яҡтан ҡайтып килә
Сөгөлдөр утаусылар
Аралар ҙа бар бит әле
Араны бутаусылар.

 

Рәмилә Аҙнаева

Зәңгәр силәктәрең матур,
Һыу менән тулһын ине.
Күңелдәремә оҡшаның,
Ғүмерлек булһаң ине!

Талдан тартма үрер инем,
Тал ҡабығы һуҙылмай.
Һинең күңелең нисектер,
Минең күңелем һыуынмай.

 

Рәмзилә Сәғиҙулловна

Бейе әйҙә,бейе әйҙә,
Аяктарың талмаһын.
Йәш ваҡытта уйна ла көл,
Үкенескә ҡалмаһын.

 

Нуршиҙә Шәкирйәнова

Аҡ кәзә йөндаре,
Күк кәзә йөндаре.
Рюмкалары бушап ҡалган,
Ҡайҙа хозяиндары!

Аяҡҡай ғынаhы,
Тояҡҡай ғынаhы
Ите бөтhэ ҡалыр әле
Һөйәккәйгенәһе.

Терҙә - ритә ҡалаhының
Итектәре сакауай,
Беренсеhе ташлап китhэ,
Икенсеhе гатауай!

Мейес башы апара
Апара башын кара
Етәр, ҡоҙа, күп бейемә
Салбарың төшөп бара!

Бер аяғын оҙонораҡ
Икенсеhе ҡыҫкараҡ,
Икеhе лә тигеҙ булhа
Бейер инең оҫтараҡ!

Галия Давлетова

Күҙлек кейеп ҡарағайным,

Йыуан икән бейеүсе.

Һынып китер кеүек иҙән,

Юҡтыр етер тейеүсе.

 

Эй, дуҫтарым, дуҫтарым,

Көлмәйексе кешенән.

Бейеүсенән көлөр өсөн

Ауыҙығыҙ өшөгән😁

 

Сәлимә Сәлимова

Ғәлимулла абзыҡайым

Бына һиңә бер күкәй.

Сәй ал, шәкәр ал.

Ҡалғанын ҡайтарып ал.

 

Ҡулымдағы йөҙөгөмдөң

Исемдәре Фирая ,

Һикереп төшөп бер бейеһәң,

Кәк(е)ре аяҡ төҙәйә.

 

Аҡтыр кәзә йөндәре,

Күктер кәзә йөндәре,

Ҡунаҡтары бейеп йөрөй.

Ҡайҙа хозяиндәре.

 

Баҫ баҫ баҫ әле

Иҙәне һынмаҫ әле.

Һынһа ямарҙар әле,

Таҡта табырҙар әле.

 

Аҡ тауығым бар ине,

Бер ҡанаты һары ине.

Тора торғас күкәй һалды,

Бот ярымдай бар ине.

 

Һандуғасты мин ебәрҙем,

 Белергә хәлегеҙҙе.

Редакцияла һайрап сыҡҡан,

Күрмәгән үҙегеҙҙе.❤

 

Рәғиҙә Хызырова

-Бейе, бейе, - тинеләр.

Бейегәйнем , көлдөләр🤷‍♀

Алабайҙың ҡойроғон,

Бүләк итеп бирҙеләр.

 

Бейе тайыш, бейе тайыш,

Аяғың алыштырып.

Һин тайышты булмаҫ инде,

Яттарға алмаштырып.

 

Минзиля Азнашева

Бейе әйҙә , бейе әйҙә

Бейегән кеше бай була.

Бейегән кеше бай була ла

Кеҫә яғы һай була.

 

Анау яҡтан ҡайтып килә

Сөгөлдөр утаусылар

Аралар ҙа бар бит әле

Араны бутаусылар.

 

Рамиля Азнаева

Зәңгәр силәктәрең матур,

Һыу менән тулһын ине.

Күңелдәремә оҡшаның,

Ғүмерлек булһаң ине!

 

Талдан тартма үрер инем,

Тал ҡабығы һуҙылмай.

Һинең күңелең нисектер,

Минең күңелем һыуынмай.

 

Автор:
Читайте нас