+30 °С
Болотло

ТӘҮГЕ МӨХӘББӘТ (хикәйә) Рамаҙан Өмөтбаев.

Был хәл нисәнсе йылдар булғандыр инде, уны самалап ҡына әйтергә мөмкин. Мәктәп тип йөрөтөлгән Ханнан хәҙрәттең ҡыҙылға буялған йортона тәүге тапҡыр аяҡ баҫыуымдың тәүге йылдары шикелле. Бер яҡтан ҡыҙыҡ, икенсе яҡтан ҡыҙғаныс был ваҡиға мәңгегә хәтерҙә уйылып ҡалған.

ТӘҮГЕ МӨХӘББӘТ (хикәйә) Рамаҙан Өмөтбаев.ТӘҮГЕ МӨХӘББӘТ (хикәйә) Рамаҙан Өмөтбаев.
ТӘҮГЕ МӨХӘББӘТ (хикәйә) Рамаҙан Өмөтбаев.

Сираттағы дәрес тамамланып, ниндәйҙер байҙың дуғаһынан алынған сәйнүк дәүмәллеге оло ҡыңғырау тәнәфес еткәнен белдереп, ҡолаҡ ярырҙай итеп шылтырауы булды, бөтә төркөм балалары өй буйына терәп һалынған таҡта коридорға борсаҡ кеүек һибелде. Мин дә сыҡтым.

Ул ваҡыттарҙа тамаҡ ҡына түгел, өҫ кейемдәре лә бик сомтор ине шул. Ауыл балалары нигеҙҙә күлдәк-ыштандан ғына. Араларында, билдәле, көтөүҙәге ала һыйыр кеүек, салбар кейгәндәре лә осрап ҡуя. Улары инде, Граждандар һуғышында «бик күп атлы казактарҙы ҡырып», түшенә Ҡыҙыл Байраҡ орденын тағып ҡайтҡан, ошо заманда күсер ултыртып йөрөрлөк ҙур түрә дәрәжәгә еткән Фәттәх апа Ибраһимовтың балалары Тәлғәт һәм Шәүкәт; батша заманында волость писары, совет ваҡытында ла ҡағыҙҙан айырылмаған, ауылда берҙән-бер ғариза яҙа белеүсе Туғанбайҙың балалары Әғләм менән Әкрәм; башҡорт булыуына ҡарамаҫтан, быйма баҫып ярайһы ғына хәлле ғүмер иткән Әшрәф ағайҙың улы Абдрахман һәм башҡалар бар.

Бына балалар эркелешеп, бер-береһенә айҡашып саң туҙҙырып, шаярырға тотондолар. Коридор ҡырмыҫҡа иләүенә әйләнде. Сөнки барыһының да берҙәй башы ҡырылған, сәсле бер бала ла юҡ. Өҫкә рәүеш – үрҙә әйтеп китеүемсә. Әгәр инде миңә, йәғни ошо ҡиссаның кәтибенә килгәндә, минең ыштан-күлдәктең һау ере юҡ, ул тик ҡорамыҡ юрған кеүек ямаулыҡтарҙан тора. Бына шул өҫ кейеменең хөрт булыуы ла мине стенаға ныҡ һырылырға, уны нығыраҡ терәп торорға мәжбүр итә. Малайҙар араһына инергә нисек тә баҙнатсылыҡ етмәй. Былай уй юҡ түгел-түгелен, ләкин фәҡирлеҡ, выждан ебәрмәй.

Ҡыҙҙар араһында ҡуңыр битле, нескә генә иренле, муйыл күҙле, ҡара дегет сәстәрен уртаға айырып тарап сәсмәү төшөргән, өҫтөнә итәкле күлдәк кейгән бер ҡыҙ ялт итеп күренеп ҡалыуы булды, күк ҡабағы асылып, үҙ теләктәрен Хоҙайға еткерә алмай ҡалған мосолман кеүек, ҡатып ҡалдым. Күҙ йомған арала ғашиҡ булдым да ҡуйҙым. Быуындары ҡалтыранған аяҡтар мине өйгә көскә килтереп еткерҙе. Бер нисә дәфтәр, грифель таҡта һалынған ағас ҡумтаны атып бәрҙем дә, урындыҡҡа салҡан ятып, диҡҡәт менән бик оҙаҡ түшәмде күҙәтәм. Бына минең өҫтә, тап минең өҫтә, һары түшәм таҡтаһы. Унда бихисап, элек мин күрмәгән рәсемдәр, хыяли нәмәләр бар кеүек. Түшәм таҡтаһының һәр бер өлөшөн үҙ мөхәббәтемдең нәмәһенәлер оҡшатам.

Бына ике яҡлап ярыла башлаған оҙонсалабыраҡ киткән өлөшө – уның ыҫпай кәүҙәһенә оҡшай кеүек, урталағы таҡтаның осондараҡ йомрайып бөткән урынын уның мөләйем битенә оҡшатам.

«Тор, ниңә йәшелгә туйған һыйыр һымаҡ әйгәҙәп ятаһың, бер-ике сынаяҡ сәйеңде эс тә, көтөүҙән малдарҙы алып ҡайт», – тигән әсәй тауышы һиҫкәндереп ебәрҙе. Торҙом. Үрге ос малайҙарының туҡмауҙарынан ҡурҡып, ғүмеремдә Ҡорүҙәктән бер ҙә күтәрелгән булмаһам да, был юлы мин ауыл осона сабам. Мөхәббәт ҡурҡаҡлыҡты еңә икән. Беләм, көтөү улар яғынан килә. Бәлки, ул да көтөүҙе ҡаршы алырға сығыр ҙа, мин уны күҙ ҡойроғо менән генә булһа ла күреү бәхетенә ирешермен төҫлө. Ләкин был өмөттәр бушҡа ғына булды. Беҙҙең һыйыр, кәзә үҙе ҡайтып килә, уларҙың тәҙрә төбөндә һерәйеп йөрөүҙең кәрәге юҡ. Әйләнсек һарыҡ кеүек унда-бында ҡағылып-һуғылып йөрөнөм дә, әсәйҙең, «әйҙә өйрә эсеп ят», тигән ҡыҫтауына ҡарамаҫтан, атай тиртуны аҫтына юғалдым.

Ләкин күҙҙән йоҡо осто, күҙ алдымда хур ҡыҙы кеүек үрге яҡта йәшәгән минең хыялым – Мәстүрә баҫып тора. Шулай итеп, тәүге мөхәббәт мине тамаҡтан, йоҡонан яҙҙырҙы. Көн дә мәктәпкә ҡанат ҡуйған һымаҡ осоп барам, төштән һуң ҡанаты һынған ҡош кеүек, һөйрәлеп ҡайтып инәм өйгә. Бөгөн тәнәфестә уны күреү бәхетенә ирештем, ләкин мин меҫкен яғына күҙ һирпеп тә ҡараманы Мәстүрә. Үҙ төркөмөндә уҡыған Сәйҙә, Нәфисә, тағы кемдер менән сыр-сыу килеп һөйләшә, көлөшә ине улар.

Минең бындай, балтаһы һыуға төшкән урыҫ кеүек, хыялый булып йөрөүҙәр, һулыған һайын уфтаныуҙар, билдәле, һиҙгер атай иғтибарын йәлеп итмәй ҡалманы.

«Әй, бынау малайҙың бер ҙә рәте-сираты күренмәй, бер көн Сабир ҡарттарҙың туйында ҡоҙалар бик ҡыҫтағас, шәп итеп «Таштуғай»ҙы йырлағайны, әллә берәй елпеү-фәлән ҡағылдымы икән», тип миңә ат күҙендәй биш тин баҡыр аҡса тотторҙо ла: «Бар, ана өлкән олатайыңа барып, ас ҡарындан өшкөртөп ҡайт», – тип атай мине сығарып та ебәрҙе.

Үҙ сиремдең сәбәбен яҡшы аңлағас, мин Мөхәмәди хәлфәгә барып торманым, «аҡсаның берәй мәнфәғәте тейер әле», тип ситән егенә ҡыҫтырҙым да, баҡса артында бер аҙ тора биреп, яңынан өйгә әйләнеп ҡайттым. «Олатайың өйҙәме, өшкөрттөңмө?» тип һораны атай, уҡып торған намаҙын бүлеп. Минең баш һелккәнде күргәс, «иншалла, төҙәлеп китерһең былай булғас», тип атай намаҙын дауам итте.

Дәрес әҙерләү һылтауы менән урындыҡҡа һуҙылып яттым да, дәфтәр битен йыртып Мәстүрәгә хат яҙырға тотондом. Был минең кемгәлер арналған беренсе «әҫәр», ул да булһа, мөхәббәт хаты ине. Әлифбаны этеп-төртөп уҡыһам да, был тәүге хатҡа бөтә оҫталығымды һалдым. «Мәстүрә бәғерем» тинем мин хат башында, «хат башы, яҙ ҡаршы» тип дауам иттем дә, хаттың иң яуаплы урынына еткәс, сабып барған ат таш ҡоймаға килеп бәрелгән кеүек, шып туҡталдым. Тейһә тейенгә, теймәһә ботаҡҡа, тип Хоҙайға тапшырҙым да, «мин һине өҙөлөп яратам», тип яҙҙым да, «һине кәләш итеп алам», тип өҫтәп ҡуйҙым. Үҙ һүҙемдән үҙем ҡурҡып, нишләргә белмәй оҙаҡ уйланып ултырҙым да, хатты өсмөйөшләп, ҡултыҡ аҫтындағы бетеү аҫтына тығып уҡ ҡуйҙым.

Икенсе көн мәктәптә дәрес ҡайғыһы китте, уҡытыусының ҡысҡырып-ҡысҡырып нәмәлер аңлатыуҙары, гүйә, стена аша ишетелгән кеүек кенә тойолдо. Мин берәй нәмә аңларлыҡ хәлдә түгел инем, әлбиттә. Тәнәфес ваҡытында күҙмә-күҙ килеп осраған Мәстүрәнең йомшаҡ ҡына усына хатты һалып, үҙ яҙмышымды көттөм.

Яҙмыш көткәндән бәхетлерәк булып сыҡты. Икенсе көн Мәстүрәнән «мин дә һине яратам» тигән ус аяһындай хат алғас, шатлығымдан:

Тау башына тары сәстем,

Тартай ашап бөтөрҙө,

Бәләкәй генә кәләшемде

Тәкә төкөп үлтерҙе. –

тип йырлап киткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Инде был иң ҡәҙерле ҡағыҙ киҫәген нисек кенә юғалтмай, кеше күҙенә күрһәтмәй һаҡлау ғәме мине борсой башланы. Ҡайҙа ҡуйырға, нисек йәшерергә? Мин уны түбәтәй эсендә лә, ҡумта-сумка төбөндә лә йөрөтөп ҡараным, ләкин ҡайҙа ғына булмаһын, уны көнөнә ике-өс мәртәбә уҡып алмайынса йөрәгем түҙмәне. Мин ул хаттың йөкмәткеһен генә түгел, хатта һәр хәрефен ятлап алдым. Шулай бер көн бергә уҡыған Мәһәҙи: «Ҡана, Рамазан, йәгерәфиә китабыңды дәрес ваҡытында ғына уҡырға биреп тор әле», – тигәс, уң яҡ партала ултырған Мәһәҙигә китап һоноуым булды, китап эсенән теге бәхет ҡошсоғо шылып төшөп тә китте. Мин йәһәт кенә эйелеп уны ҡулыма алырға өлгөрҙөм. Ләкин уны ҡайҙа ҡуйырға белмәй, кишерҙәй ҡыҙарынып, аптырап ултырғанда, минем өсөн алтындан да ҡәҙерле булған ҡағыҙ киҫәген артҡы партала ултырған, миңә ҡарағанда уҫалыраҡ һәм көслөрәк Тәлғәт ҡарсыға кеүек эләктереп тә алды. Бына шунан китте инде мөғжизә. Минең илар хәлгә етеп ялбарыуыма ҡарамаҫтан, ул хатты миңә бирмәне генә түгел, тәнәфес ваҡытында бөтә малайҙарҙы йыйып, хатты ҡысҡырып уҡып, уның эстәлеген бөтә мәктәпкә иғлан итте. Мәстүрә нисек түҙгәндер инде, белмәйем, ләкин мин үҙемә инер тишек тапманым. «Мәстүрә менән Рамазан хатлашалар», «Мәстүрә Рамаҙанға ғишыҡ хаты яҙған» һымаҡ шомло, шаулы хәбәр өс-дүрт көн буйына ҡағылып-һуғылып йөрөнө, тик мин, «ғишыҡ» тигәндәре нәмә була икән ул, тип баш ваттым. Уның тик бер матур, ысын мөхәббәткә йәм өҫтәгән һүҙ икәнен һуңынан ғына, йылдар үтеү менән генә белдем.

Билдәле, был хәбәр атай-әсәйгә лә килеп еткәндер инде, ләкин уға беҙҙең өйҙә артыҡ иҫе киткән кеше булманы, сөнки донъяның ығы-зығылары Ғимран ҡарттың былай ҙа башынан өйөлгән ине. Тик бер генә нәмә бик ауырға әйләнде Мәстүрә менән минең өсөн. Тәнәфес башландымы, малайҙар ике төркөмгә бүленәләр ҙә «ҡыҙ ҡушабыҙ», тип бер төркөм мине, икенсеһе алйыу биттәре ҡыҙарып, манма тиргә төшкән Мәстүрәне эткеләп килтереп бергә ҡушалар ҙа, ихахайлап, коридор яңғыратып көләләр. Ләкин тора-бара уныһы ла онотолдо, сөнки мәктәп тормошо башҡа төрлө, бынан да ҡыҙығыраҡ, ваҡиғалар өҫтәп торҙо.

Был мыҫҡыллауҙар, көлөүҙәр, билдәле, беҙҙең араны һыуытыу ғына түгел, яҡынайта, эҫеләндерә төштө. Беҙ хатлашыуҙы туҡтатманыҡ, үҫкән һайын ул хаттар өлгөргәнерәк, йөкмәткелерәк төҫ алды. Беҙҙең араны яҡынайтыуға Мәстүрәнең Зариф исемле ағаһы ла ныҡ ярҙам итте. Ҡыҙыл Армияла командир булып хеҙмәт итеп йөрөгән Зариф ағай йыл һайын отпускыға ҡайтыр ине. Күрәһең, ауылда таралған был хәбәр уға ла килеп ишетелгән. Клубта барған киске уйындарға ул ваҡытта беҙҙең кеүек, маңҡаһын еңенә һөртөп, ләкин мөхәббәт утында янып йөрөгән бала-сағаны индермәйҙәр ине. Зариф ағай клуб буҫағаһында тилмереп торған мине күреп «әйҙә, кейәү, клубҡа инәйек», тип етәкләп, мине алып инер ине лә, үҙ янына ултыртып, төрлө хәлдәрҙе һорашыр ине. Ул минуттарҙа минән дә бәхетлерәк кешене Әлмөхәмәт ауылында табыуы ҡыйын булғандыр. Ләкин был бәхетле минуттарҙың ҡайһы ваҡыт ҡайғы-хәсрәткә әйләнгән хәлдәре лә булманы түгел. Бына шуларҙың береһе.

Хәҙер генә ул кино, татар әйтмәксе, бер пучтяккә тороп ҡалды. Ә теге ваҡыттарҙа ауылға кино килеүе ҙур ваҡиғаға әйләнер ине. Беҙ бала саҡта Хәлил ауылы егете Бирҙин кино күрһәтеүсе булып йөрөнө. Уның ауыл халҡы алдында абруйы хәҙерге заман космонавтынан бер ҙә кәм түгел ине, тиһәк тә, хата булмаҫ. Бына уның кейгән кейемен генә күҙ алдына килтерегеҙ. Аяҡта ялтыр ботинка, теҙгә тиклем балтырҙың ҡабырғаһынан эләктерелә торған күн краги, шул крагиға ҡупшы итеп заправить ителгән галифе салбар, өҫтә молния менән бикләнә торған һары күн куртка, башта күн картуз, йәйҙең ниндәй эҫе булыуына ҡарамаҫтан, терһәккә үк етеп торған хром перчаткалар. Уны яҡшы аттарҙа ауылдан ауылға йөрөтөрҙәр ине, ашаған ашы татлы, ятҡан түшәге затлы, йомшаҡ ине ул киномеханиктың. Ул төшкән фатир хужалары, уларҙың балалары ул ҡунып киткәндән һуң: «Бирҙин ағай беҙҙә йоҡлап китте», – тип уның икенсе килеүенә тиклем һөйләрҙәр ине.

Кино күрһәтеү тәртибе ул мәлдәрҙә түбәндәгесә булды. Афиша-фәлән бөтөнләй юҡ, кино килгәнен ишетеү менән бөтә халыҡ мәсеткә ағыла. Кешенең дә, урындың да хисабы юҡ. Мәсет эсенә халыҡ шығырым тула. Электр уты булмау сәбәпле, киноаппарат (ул заманда «Клемансо» маркалы булғандыр инде) ҡул менән әйләндерелә торған динамик менән хеҙмәтләндерелә. Кинофильм нисә пәрҙәнән торһа, шул тиклем ауыл малайын Бирҙин түгел, ә уның «ярҙамсылары» (сөнки ул үҙе ундай «ҡара» эш менән шөғөлләнмәй) йыйып мәсеткә индерә лә, барыһының да кәпәстәрен алып, кинолента йөрөтә торған йәшниккә бикләп үк ҡуялар. Кино ҡарайым һәм кәпәсеңде ҡайтарам тиһәң, бүкәнгә ултыраһың да эскәмйәгә ныҡ итеп беркетелгән динамикты бер пәрҙә әйләндерәһең. Шунан инде кәпәсеңде ҡайтарып бирәләр һәм һин иҙәндә ултырып, сөнки башҡаса энә төртөрлөк тә урын юҡ, кино ҡарарға хоҡуҡ алаһың. Ул «динамик» тигәндәрен әйләндереүҙең дә бер тәртибе бар. Яйыраҡ өйләндерһәң, экранға төшкән яҡтылыҡ тоноҡ күренә, халыҡ ҡысҡыра башлай: «Шәберәк өйрөлт, ҡулың серегәнме әллә». Быны инде билет алып инеп, ҡыҙҙар менән йәнәш ултырыусы ауылдың ҡырҡма мыйыҡ һәүректәре ҡысҡыра. Нығыраҡ әйләндерә башлаһаң, бүкәндә баҫып, ҡулы менән лентаны төҙәтеп тороусы Бирҙин аҡыра: «Яйыраҡ әйләндер, лампочканы яндыраһың» – был инде тәүгеһенә ҡарағанда ла көслөрәк күрһәтмә. Был осраҡта кино бөтөнләй күрһәтелмәү ҡурҡынысы бар. Шулай итеп, береһенән ҡурҡып, икенсеһенән өркөп, бер пәрҙә әйләндергәнсе манма тиргә төшәһең. Күп ваҡыт был ҡәһәрле эштән айнығас, арып, иҙәндә йоҡлап китеү хәлдәре лә булғылай. (Ғүмеремдә тәүге фильмды мин әсәйем менән түбәнге мәсет тәҙрәһенән тышта тороп ҡараным. Ул фильм әле лә хәтерҙә.)

Был юлы мин динамик әйләндереп Мәстүрә алдында абруйымды төшөрмәҫкә хәл иттем. Ситән егенә ҡыҫтырылған биш тин аҡсаны усҡа йомдом да, атайҙан тағы биш тинлекте дауайларға тотондом. Ғәҙәти бик ҡаты атай нишләптер йомшарҙы, кеҫәһенән сығарып миңә баҡыр аҡсаны һондо. Мин ҡолонға атланғандай клуб яғына саптым. Ике билет һатып алып, Мәстүрә менән фыртым ғына йәнәш ултырып кино ҡарау теләге ифрат ҙур ине шул. Мин мәсеткә йүгереп килеп етеүгә, унда йыйылған мәхшәр Ҡыҙыл йәрминкәһенән бер ҙә кәм түгел ине. Мине мәсет ихатаһы эргәһендә беҙҙең хаттарҙы йөрөтөүсе Нәфисә ҡаршы алды. «Әйҙә, мәсет артына сығайыҡ әле, йомош бар», тип мәсет артынан уҡ башланған үҙәккә төшөрөп алып китте. Һис бер ҙә аптырап тормайынса Нәфисәнең «Мәстүрә киноға аҡса һорай» тиеүенә, мин тирле уста йөрөп йылынған биш тинемде уға һоноп та ебәрҙем. Ул аҡсаны алып миңә текләп ҡарап торҙо ла, «Мәстүрә миңә лә аҡса бирергә ҡушты», тине. Әмәл булманы, мин үҙемә тигән аҡсаны уға бирергә мәжбүр булдым. Хәҙер инде нисек киноға инеү ҡайғыһы бөтә ауырлығы менән минең алға килеп баҫты.

Күп уйлап тормай, мөнбәр яғынан тәҙрәнең бер өлгөһөн алдым да, тәүҙә башты тығып, унан бөтә кәүҙәне һөйрәп индерҙем дә, бейек тәҙрәнән иҙәнгә «шап» итеп килеп тә төштөм. Нишләргә, теге яҡҡа нисек үтергә? Бер аҙ уйлағандан һуң, йоҡа ғына таҡтанан эшләнгән сәхнә стенаһына үрмәләп менеп киттем. Хәйер, ботаҡ егенән бөтә йыйылған кешеләр ус төбөндәге кеүек күренә. Күҙҙәрем менән Мәстүрә менән Нәфисәне эҙләйем. Бына улар эскәмйәлә йәнәш ултырып, нимәлер тураһында һөйләшә. Эскә йылы булып китте. Етеле шәм тотоп алда рәт буйлап Тәлғәт Бирҙин килә, уның артынан киносы билет тикшерә. Бына сират Мәстүрәләргә килеп етте, улар ғорурлыҡ менән «бына күрегеҙ, беҙ ҙә билет һатып алып килгәнбеҙ», тип әйткән кеүек, ике зәңгәр ҡағыҙ киҫәген һуҙҙы. Билет тикшереү бөттө. Әкренләп динамик әйләнә башланы. Экран йәнләнде.

Миңә лә төшөргә сират етте. Мин таҡта өҫтөндә эс менән аҫылынып ятҡанда, дерелдәп, ҡалтыранып торған йоҡа стена мин төшөп килгәндә бөтөнләй ауҙарылды ла төштө. Мин иҙәндә йығылып ятҡанда стенала элеүле торған экран да емерелеп төшөп, сәхнәнең арты булмау сәбәпле, кино кадрҙары мөнбәр артындағы стенала бейейҙәр ине. Залда ығы-зығы ҡупты. Бирҙин ярҙамсылары менән сәхнәгә йүгерҙеләр. Миңә тәҙрә өлгөһөнән сығып ҡасыу мөмкин түгел, сөнки тәҙрә минең баш осонда, һис кенә лә буй етерлек түгел. Күп уйлап тормай сәхнә аҫтына йәшендем. Ундағы үрмәксе ауы, саң-туҙанды күҙ алдына килтереүе лә мөмкин түгел. Бына шәм күтәреп, дөбөр-шатыр килеп эҙләнеү башланды. Кемдер, шәм тотҡаны, буғай, сәхнә аҫтына башын тығып ҡараны ла: «Ағай, ана бер кеше мөйөштә ята!» – тип яр һалды. Уның ҡысҡырғаны минең башҡа сүкеш менән һуҡҡан һымаҡ тойолдо. Бирҙин эйелде лә: «Йәнең барҙа сыҡ, хәҙер силсәүиткә алып барып бикләп ҡуябыҙ!» – тип ҡысҡырып ебәрҙе. Мин ятыуымды дауам итәм, сөнки ғүмер баҡый таҙартылмаған сәхнә аҫтына бер кемдең дә кергеһе килмәй. Бирҙиндең ялағайҙары ҡайҙандыр табып оҙон ҡыуал килтерҙеләр ҙә мин ятҡан мөйөштө төрткөләй башланылар. Ҡыуалдың нәҙек осо бер-ике мәртәбә тура килеп, миңә сәнсеп тә алды. Түҙерлек әмәл ҡалманы. Ахыр сиккә еткәс, үҙ теләгем менән уларҙың ҡулына бирелергә мәжбүр булдым. Әллә ниндәй ҙур енәйәтсене тотҡан һымаҡ, еңдән елтерәтеп, бөтә зал буйлап, тамашасылар күрерлек итеп һөйрәтеп сығарҙылар ҙа арт яҡҡа шарт тибеп, бейек тупһанан урамға ырғыттылар. Мине Себергә оҙатҡан кеше кеүек сығарып алып барғанда, күҙ ҡырыйы менән генә Мәстүрәне күреп ҡалдым. Ул бөршәйеп кенә дебет яулыҡ ябынған да йәш тулы ике күҙен миңә текәгән. Бына ул баҫыр ҙа: «Ебәрегеҙ, йыртҡыстар, ул бит минең яратҡан кешем!» – тип ҡысҡырыр, ялбарыр төҫлө ине. Ләкин ундай тауыш ишетелмәне. Мин һыҡтай-һыҡтай, аяҡ аҡһатып өйгә йүнәлдем.

Тормош бураҙналары Мәстүрә менән мине төрлө яҡҡа алып китте. Йәшлек осоронда төйнәлә башлаған ептәрҙе тәүҙә йомарланы, һуңынан үҙенсә тағатып ҡуйҙы.

Бер нисә йылдан мин икенсе, Баҡыр Үҙәк мәктәбенә күстем, ә Мәстүрә Ишҡолда тороп ҡалды. Артабан беҙҙе дәһшәтле, үлемесле һуғыш, аслыҡ йылдары көттө.

Мәстүрәне башҡа күрергә насип булманы. Күп йылдар үтте. Мин инде ғаилә менән Өфөлә йәшәй инем.

Яҡташтарҙан кемдер Мәстүрәнең иҫән-һау булғанын, элеккесә Ишҡол ауылында торғанын, тормошта булғанын һөйләп киткәйне. Тракторҙа эшләй икән, имеш. Яңынан уны күрергә, һөйләшеп алырға теләк тыуҙы. Тиҙҙән Әбйәлил яҡтарына юл төштө. Яҙғы сәсеүҙең ҡыҙыулы көндәре. Мәстүрәнең ҡайһы тирәлә эшләгәнен белдем дә шул яҡҡа һыпырттым. Тракторы урынында тора, моторы ла ҡыҙған ине, үҙе юҡ. Бер аҙ көттөм дә, киттем. Аҙаҡ ҡына белдем – машинаны күреп, Мәстүрәм урман яғына ҡасҡан булған икән. Башта аңламағайным, аҙаҡ төшөндөм... Ҡатын кеше һәр ваҡыт ҡатын булып ҡала, майға батҡан кейем менән, солярка еҫе аңҡытып минең алдымда күренәһе килмәгәндер...

Ваҡыт үтә барҙы. Бер йомош менән нәшриәткә барырға тура килгәйне. Тейешле бүлмәгә инһәм, күҙ алды ҡараңғыланып китте... Өҫтәл артында... Мәстүрә ултыра ине. Күҙҙәре, төҫө-башы – барыһы ла уныҡы. Иғтибарлыраҡ ҡараһам – бите бер аҙ ағыраҡ, сәсе лә һарыраҡ һымаҡ. Иҫәнләшкәс, түҙмәнем, шундуҡ һорап та алдым:

– Ҡыҙым, һин ҡайһы яҡтан булаһың? Әбйәлил районынан түгелме? – тинем мин тулҡынланып.

– Юҡ, Баймаҡтан.

– Һинең әсәйеңдең исеме Мәстүрә түгелме? – тип һорашыуымды дауам итәм.

– Мәстүрә исемле өләсәйем бар ине. Ишҡол ауылында йәшәне. Былтыр ғына үлеп киткәйне.

Артабан нәшриәткә барған һайын был ҡыҙыҡайҙы күрергә тырыштым. Уның ҡап-ҡара, муйыл төҫлө күҙҙәренә ҡараһам, теге, йылдар аръяғында, йәшлектең алтын таңдарында ҡалған Мәстүрәне күргән һымаҡ тоя инем.

Рамаҙан ӨМӨТБАЕВ.

Автор:
Читайте нас