+30 °С
Болотло

Наталья Полянская «Башҡортостан ҡыҙы» журналына МХО ғаиләһен яҙҙырҙы

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – БР ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская «Добрая подписка» хәйриә акцияһына ҡушылды.

Наталья Полянская «Башҡортостан ҡыҙы» журналына МХО ғаиләһен яҙҙырҙыНаталья Полянская «Башҡортостан ҡыҙы» журналына МХО ғаиләһен яҙҙырҙы
Наталья Полянская «Башҡортостан ҡыҙы» журналына МХО ғаиләһен яҙҙырҙы

Акция сиктәрендә Наталья Полянская махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының ғаиләһе өсөн «Башҡортостан ҡыҙы» журналын яҙҙырҙы. Был аҙым менән республиканың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре Министрлығы етәкселеге мөһим социаль башланғысты хуплауын күрһәтте.

 «Добрая подписка» акцияһы республикала йәшәүсе һәр кешегә Ватанды һаҡлаусыларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүгә өлөш индерергә мөмкинлек бирә.

Акцияла ҡатнашыусылар «Башҡортостан Республикаһы» Нәшриәт йортоноң теләһә ниндәй баҫмаһына МХО-ла ҡатнашҡан яугирҙың ғаиләһе адресына яҙылырға мөмкин. Был Ватанды һаҡлаусыларҙың яҡындарына көнүҙәк мәғлүмәткә, мәҙәни контентҡа һәм файҙалы белемгә эйә булыу мөмкинлеген биреүҙең ябай, әммә әһәмиәтле ысулы.

Автор:
Читайте нас