

«Homay» йыры өс телдә – башҡорт, рус һәмә кабардин телендә йырланды. Дима Билан йырҙың беренсе куплетын русса тәржемәлә башҡарһа, аҙаҡтан кабардин телендә речитатив формаһында әйтте. Һәр йырсы бер йырҙа үҙ халҡының тарихын, мәҙәниәтен күрһәтте һәм улар аҙаҡ бергә үрелде.
«Homay» йыры башҡорт эпосы “Урал батыр”ҙан һут ала, Һомай – аҡҡош-алиһә, ҡатын-ҡыҙ аҡылы символы.
Кабардин телендәге текстың авторы – Кабардин-Балкар мҙәниәт һәм сәнғәт колледжын тамамлаған Анзор Апшеев. Ул иһә йырҙы дауам итеп, Нарт эпосы геройы Кавказ халыҡтары батыры Сосрукоға бағышлана.
Әгәр башҡорт эпосында Һомай ҡатын-ҡыҙ аҡылын һәм көсөн сағылдырһа, Нарт эпосындағы Сосруко ир-егеттәр батырлығын, намыҫын күрһәтә”, - тип яҙа Яна Чурикова һәм йырҙы өс телдә лә яҙып бирә: башҡорт, рус, кабардин телендә.
Тамырҙарым минең һорай
Йәнем дә, ҡаным да һорай
Боронғо хәтер һорай
Кем була ул Һомай?
Һомайҙың әсәһе лә Ҡояш
Йәншишмәлә индергән
Атаһы уның Самрау
Яҡшыға күндергән
Корни спрашивают меня,
Спрашивают кровь и душа,
Шепчет память мне моя —
Хомай — кто же она?
Солнце было матерью Хомай,
В живой искупала в воде,
А Самрау — отец её,
Обучил доброте
Беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары -
Һомайҙың йондоҙҙары
Йәншишмәнең һыу юлы
Һеҙҙең йәнгә яҙылған
Сосрыкъуэу нарт лӏыхъужь
Хахуэ лӏыфӏхэр зи ӏэужь
Дэп жьэражьэм къыхэкӏа
Мывэджейм къыкӏуэцӏыкӏа
Сосрыкъуэу нарт лӏыхъужь
Сабиигъуэм сызыхьыж
Уи щӏыналъэм сыщапӏащ
Адыгэщӏ сыкъыщыхъуащ.