1 июлдән Өфө менән Силәбе араһында «Ҡарлуғас» тиҙ йөрөшлө ҡала яны поезы йөрөй башлай. Электропоезд биш вагондан тора һәм сәғәтенә 160 километрға тиклем тиҙлек ала. Маршрут һәм юл хаҡы тураһында тулыраҡ мәғлүмәт әлегә асыҡланмаған.
- 1 июлдә Өфөнән Силәбе йүнәлешендә яңы «Ҡарлуғас» осасаҡ. Киләһе йылда Ошондай уҡ электропоездарҙы Һамарға Һәм Магнитогорскиға ебәрәсәкбеҙ, — тип хәбәр итте Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров.
Уҡығыҙ WWW.CHEL.KP.RU: https://www.chel.kp.ru/online/news/6409394/