

- Мин, күп кенә малайҙар кеүек, ошо уйынсыҡ һалдаттар менән уйнай торғайным, — тип һөйләне Илдар.- Антиквар магазинында был уйынсыҡтарҙы күргәс, бала саҡ иҫкә төшөп китте, шунда уҡ һатып алдым. Үҙемә генә түгел, ә улым Самир өсөн дә алдым. Беҙҙең ғаиләлә Бөйөк Ватан һуғышы темаһына айырым бер мөнәсәбәт, беҙ балаларҙа тарихҡа ҡыҙыҡһыныу, ата-бабаларыбыҙҙың батырлыҡтарына хөрмәт тәрбиәләйбеҙ. Бында уйынсыҡ һалдаттар танып белеү ролен уйнай.
Бөгөн Самир, илебеҙҙең хәрби тарихынан илһамланып, тарихи техниканың, фигураларҙың һәм ҡоралдың масштаблы моделдәрен эшләй. «Әйҙә уйнарға» фестивалендә Республика Хәрби Дан музейы павильонында йәш макетсының биш күләмле экспонаты: өс диорама, макет һәм стенд моделе техникаһында башҡарылған эше тәҡдим ителгән. Һәм бында атаһының коллекцияһынан аҡ ҡурғаш һалдаттары ла ҡуйылған.