

Бында янғын һүндереүсе автономлы робот, универсаль ауыл хужалығы роботы һәм хатта ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә кешеләрҙе ҡотҡарыу өсөн булдырылған һәм бер саҡрым алыҫлыҡта пульт ярҙамында идара ителгән робот-экстремалды күрергә мөмкин. Уларҙың барыһын да үҙ ҡулдары менән Башҡортостандан аҡыллы ҡыҙҙар һәм малайҙар йыйҙы.
"Фестивалдең тәүге көнөндә беҙҙең майҙансыҡҡа 200-ҙән ашыу бала килде. Дрон менән идара итеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрәләр, был 10 йәштән өлкән малайҙарға айырыуса оҡшай. Балалар график планшеттарға рәхәтләнеп һүрәт төшөрҙө. Оҫталыҡ дәрестәре фестиваль дауамында, 9 июнгә тиклем дауам итә. Килегеҙ, ҡыҙыҡлы булыр! Ҡунаҡтарҙы мобиль технопарк педагогы Роман Солодовников саҡыра.