

Арина Шарапова үҙен шул тиклем ихлас һәм ябай тотто. Ысынлап, халыҡ алдында сығыш яһау һәм уның иғтибарын йәлеп итеү өсөн, тәү сиратта, шул сифаттар кәрәк икәнлеген күрһәтте.
Ғөмүмән, кешеләрҙең иғтибарын үҙеңдә тотоп тороу өсөн нимә эшләргә кәрәк икән?
-Сығыш яһар алдынан шуны уйла: ни өсөн мине тыңларға тейештәр? Һинең сығышыңдың маҡсаты булырға тейеш, һин халыҡҡа ниндәй төп фекерҙе еткерергә тейешһең? Әгәр маҡсатың булмаһа, һин хаалыҡҡтың иғтибарын үҙеңдә тупла алмаясаҡһың.
- Телевидениеның алып барыусыһы булыр өсөн ошо эште эстән белергә тейешһең.
- Әгәр һине өйҙәгеләр тыңлай, ишетә, аңлай икән, тимәк, һин йәмәғәттең дә иғтибарын тотоп тора аласаҡһың.
- Сығыш яһаусы үҙенең темаһын, материалды яҡшы белергә тейеш.
- Сығыш яһағанда һин тыңлаусылар тураһында уйларға тейешһең. Һин иң төпкөл ауылдағы, иң өлкән инәй аңларлыҡ итеп һөйләргә тейешһең. Әгәр һине ябай кеше аңлаһа, тимәк, һин публиканың иғтибарын тота аласаҡһың.
-Әгәр һин ауыр, оҙон, ҡушма һөйләмдәр менән, ныҡ аҡыллы итеп һөйләргә маташһаң, һине тыңламаясаҡтар, аудиторияның иғтибары тараласаҡ.
-Үҙ сығышыңдан һин рәхәтлек алырға тейешһең, бөтә күңелең менән бирелеп һөйләргә тейешһең.
-Сығыш яһар алдынан көҙгөгә ҡарап, һөйләп ҡара. Шул саҡта һин үҙеңдең ым-ишараңды, йөҙөңдө, ауыҙыңдың нисек асылғаанын күрерһең.
-Сығыш яһағандан һуң һәм интернетҡа яҙмаңды һалғандан һуң, комментарийҙарҙы уҡыма, тәнҡиткә иғтибар итмә. Ул тәнҡитте һиңә килеп һөйләп тороусыларҙы тыңлама. Әгәр уңышҡа ирешергә теләһәң, һине уратып алған тирә-яҡ мөхитте “Һүндер”. Һинең маҡсатың бар, һин уға табан бараһың.
- Сығыш яһағанда, кешеләрҙең күҙҙәренә ҡара, бөтә аудиторияны тотоп тор, һәр береһенең күҙҙәренә баҡ. Әгәр улар буш икән, тимәк, ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра алмағанһың.
Ошо дөйөм кәңәштәрҙән һуң Арина Шарапова беҙгә эш бирҙе: эргәңдә ултырған кешенән уның хоббийы тураһында белергә. Шунан һуң алып барыусы парҙы үҙенең эргәһенә саҡырҙы һәм камераға ҡарап, үҙеңде тура эфирҙа кеүек итеп тойоп, парың тураһында һөйләргә ҡушты. Беҙ башта бер-беребеҙгә ҡарап һөйләп хаталандыҡ. Телевидениеның үҙ законы: алып барыусы аудиторияның иғтибарын яулау өсөн күҙҙәрен камеранан алмаҫҡа тейеш икән. Эргәңдәге кеше тураһында һөйләгәндә лә алып барыусының күҙҙәре тик камерала булырға тейеш. Күҙҙәрҙе асалаҡ-йомала итмәҫкә, ҙур асып, камераға ҡарап һөйләргә.
Һөйләгәндә тауышты асыу мөһим, тауыш йырсыларҙыҡы кеүек асылырға тейеш. Арина Шарапова бер кешене сығарып йырлаттырып, башҡаларға уны ҡабатларға, ҡабатлағанда ауыҙҙы асып, өндәрҙе асыҡ итеп әйтеп йырларға ҡушты.
Шулай итеп, беҙ ике сәғәт эсендә билдәле алып барыусынан байтаҡ кәңәштәр алдыҡ, уның үҙенең ҡулында “әүәләндек”. Был оҫталыҡ класы барыбыҙ өсөн дә файҙалы булды.