+30 °С
Болотло

Ҡәбергә сәскәләр (веноктар) һалырға яраймы?

Хәҙистәрҙән билдәле булғанса, Пәйғәмбәр ﷺ хөрмә ағасынан ике ботаҡты ике ҡәбергә ҡаҙай ҙа, шул ҡәбер эйәләре өсөн ҡәбер ғазабы был ботаҡтар ҡасан кипкәнсе еңеләйтелеп торор, ти.

Ҡәбергә сәскәләр (веноктар) һалырға яраймы?Ҡәбергә сәскәләр (веноктар) һалырға яраймы?
Ҡәбергә сәскәләр (веноктар) һалырға яраймы?

Был — Пәйғәмбәрҙең ﷺ уға ғына хас үҙенсәлегенән, уның ҡулдарының бәрәкәтенән. Әгәр был ғәмәл бөтә кешеләр өсөн дә уртаҡ булһа, уның сәхәбәләре лә (Аллаһ уларҙан риза булһын) мотлаҡ шулай эш итә башлар ине. Сөнки улар Пәйғәмбәргә ﷺ бик тырышып эйәргән һәм уның һәр ҡылығын үҙ тормошонда ҡабатларға ашыҡҡан. Шуға күрә беҙгә, Пәйғәмбәрҙең ﷺ теге йәки был эшен дөрөҫ аңлар өсөн, сәхәбәләрҙең ҡылығына иғтибар итер кәрәк. Пәйғәмбәрҙең ﷺ һүҙҙәрен һәм эштәрен иң яҡшы аңлаусылар — улар.

 

Әммә аҫыл сәхәбәләр (Аллаһ уларҙан риза булһын) бер ҡасан да улай эшләмәгән (ҡәбергә ботаҡ ҡаҙамаған). Бөгөн иһә Пәйғәмбәрҙең ﷺ ул ҡылығына бик ҙур иғтибар бүленә, беҙгә лә шулай эшләр кәрәк, тиҙәр. Әммә был, һис шикһеҙ — бидәғәт (дингә яңылыҡ кертеү). Кешеләр гонаһ ҡылыуҙа улай ҡыйыуланмаһын ине. Ҡәберҙәргә сәскә һалыу — шәриғәттә булмаған һәм рөхсәт ителмәгән ғәмәл (ҡара: "Әхсән әл-фәтәүә", I, 374-се бит).

 

Ә Аллаһ яҡшыраҡ белә.

 

📝 Ибраһим Десәи мөфтөй.

Автор:
Читайте нас