

“Китап-байрам”ға 184 мең кеше килгән.
Капиталь ремонттан һуң Башҡортостан яҙыусылар Союзы Йортон асылды.
Бөтәһе 11,7 миллион һумлыҡ 30 меңгә яҡын китап һатылған.
2,5 миллионға һөнәрселек изделиелары һатылған.
14 спектакль, художество-музыкаль тамашалар, концерттар күрһәтелгән.
Шағирҙар һәм яҙыусылар менән 120-нән ашыу осрашыу, 27 тематик һәм интерактив майҙансыҡ, 35 лекция, тренингылар һәм оҫталыҡ дәрестәре, 6 акция, 1 флешмоб үткәрелде.
МХО яугирҙарына 1000-гә яҡын хат һәм открытка яҙылған.
240 квадрат метр маскировка селтәрҙәре үрелгән.
«Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йортоноң гәзит-журналдарын 411 кеше яҙҙырған, шуларҙың 56-һы - «Добрая подписка» акцияһы сиктәрендә.
7 конкурс еңеүселәре наградланған.
"Китап-Байрам" күргәҙмәһе буйынса мәғлүмәт республика киң мәғлүмәт спараларынан тыш федераль киң мәғлүмәт сараларында (Рәсәй 2, Рәсәй 24, ОТР, Мир, Риа Новости, Российская газета, КП, АИФ һ. б.), сит илдәрҙә яҡтыртылғагн. Башҡортостан Юлдаш телевидениеһының асыҡ студияһында йәрминкә ҡунаҡтары менән 44 интервью яҙҙырылған. Матбуғат зонаһында ғына 50-гә яҡын матбуғат ҡарашы теркәлгән. Социаль селтәрҙәрҙә 25,8 мең хәбәр теркәлгән, дөйөм ҡарау 8,1 миллион. Дөйөм аудиторияһы 72,9 (КИҢ мәғлүмәт саралары һәм платформалар).