

Тормошобоҙҙо Интернет селтәренең яулап алыуына бөгөн ғәжәпләнәһе лә түгел. Артында шыуғанынан алып таяҡҡа таян-ғанына тиклеме заман гаджеттарына бәйле. Быларҙың яйлап ҡына яман ғәҙәткә әйләнә барыуына иғтибар ҙа итмәйбеҙ, ошо турала уйларға ла теләмәйбеҙ, ваҡытыбыҙ ҙа юҡ.
Интернетҡа бәйлелек әлегә патологиялар исемлегенә индерелмәгән, әммә тора-бара уның заман сирҙәренең береһе булып китеүенә лә шик юҡ. Белгестәр әйтеүенсә, бөгөн был хәлде техноген, экология, демография проблемалары менән бер рәттән ҡуйырға мөмкин. Рәсми рәүештә ауырыу тип һаналмағанлыҡтан, уны берҙәм генә дауалау юлы ла табылмаған. Совет осоронда тыуған быуын вәкилдәре (Х быуын, 1967–1987 йылдар) виртуаль тормошҡа ҡаршы көрәшеп маташасаҡ әле. Әммә 2011 йылда тыуғандар (альфа быуын) ғаилә ҡороп, балалар тәрбиәләй башлағас, был хәл проблема булыуҙан туҡтап, ғәҙәти күренешкә әйләнәсәк. Һәр дәүләттең һәм йәмғиәттең уға ҡарашы төрлөсә. Мәҫәлән, АҠШ-та һәм Рәсәйҙә мәғлүмәт ауы әлегә проблема ла, ауырыу ҙа тип һаналмай, ә инде Австралияла, Ҡытайҙа, Японияла, Италияла, Көньяҡ Кореяла, Тайвандә был ғәҙәтте дауалай ҙа башлағандар.
Рәсми теркәлеү юҡлыҡтан, беҙҙә күпме кешенең был ауыр сиргә юлығыуын аныҡ ҡына әйтеп тә булмай. Әммә браузерҙың эҙләү төймәһенә баҫып, ундағы мәғлүмәткә күҙ һалһаң, был мәсьәлә күптәрҙе борсоғаны күренә. Мәҫәлән, алкоголизм менән ҡыҙыҡһыныусылар һаны айына 41 700 булһа, Интернет-бәйлелекте 24 800 кеше ҡарай. Ә инде «Бала Интернет» тип эҙләүселәр икеһен дә уҙып китә һәм был һан 109 300-гә барып баҫа. Рәсәйҙең «Диджитал» һанлы технологиялар баҙары мәғлүмәте буйынса, 2024 йылда беҙҙә 130,4 миллион кеше Интернет менән файҙаланған, шуның 106 миллионы социаль селтәрҙәрҙә ултырған. Улар ошоға 8 сәғәт 21 минут ваҡытын бүлгән. Был һан 2023 йылдағынан 4,5 процентҡа күберәк.
Сире булғас,
дауаһы ла табыла
2017 йылда Ҡытай клиникаларында үҫмерҙәрҙең Интернет бәйлелеген электр шогы менән дауалау практикаға инә. Әммә бөгөн унан баш тартҡандар һәм проблемаға юлыҡҡан балаларҙы хәрбиҙәр ҡарамағына, бик ҡаты шарттарға хеҙмәт лагерына ебәрәләр. Берәй үҫмер ундағы армия тәртибен боҙған осраҡта бөтә төркөмгә яза бирелә. Көньяҡ Корея хөкүмәте иһә 2011 йылда «Золушка законы»н ҡабул итә. Уға ярашлы, 16 йәштән кесе балалар төнгө 12-нән таңғы 6-ға тиклем Интернет уйындарҙа ултырырға тейеш түгел. Был осраҡта көрәш алымы булып көс күнекмәләре һәм физик эштәр тора. Ундайҙарға көнөнә бер сәғәт кенә бөтә донъя мәғлүмәт системаһы менән файҙаланырға рөхсәт ителә.
Ер йөҙөндәге Интернетҡа иң көслө бәйлелек Японияла күҙәтелә. Шул арҡала бында смартфондар тураһында закон ҡабул ителгән. 18 йәшкә етмәгәндәр мәғлүмәт ауында бер сәғәттән артыҡ ултырырға тейеш түгел, әммә ял көндәрендә социаль селтәрҙәр өсөн тағы ла 30 минут өҫтәп бирелә. Закон ҙур ғына тәнҡиткә эләкһә лә, файҙаһы булыр тип көтөлә.
Белемле ҡытай йәштәре иһә бар эштәрен дә Интернет аша хәл итергә тырыша. Бәйлелектән ҡасыу өсөн 2013 йылда илдең мәғариф министрлығы 12–18 йәшкә тиклемгеләр өсөн махсус лагерҙар булдырырға ҡарар итә. Унда төрлө алымдар менән ошо сирҙең эҙемтәләре аңлатыла. Ә бына Таиландтағы пациенттарҙы дауалау өсөн бер ниндәй электрон ҡорамалдарһыҙ 45 көн реабилитация курсы үткәрәләр. Уның буйынса төркөм менән йәки шәхси рәүештә аҙнаһына 25 сәғәтлек терапия ҡаралған.
Туранан-тура Интернетҡа тоташтырылған компьютер, смартфондар, аҡыллы сәғәттәр, смарт-телевизорҙар, уйын приставкалары һәм башҡа төрлө гаджеттар кешенең аңын, иреген үҙенә буйһондороуҙы дауам итәсәк әле. Әгәр ҙә инде был яман ғәҙәтте иҫкәртеү һәм булдырмау өсөн дәүләт тарафынан ниндәйҙер заманса профилактик саралар күрелмәһә, айырым кешеләрҙе генә түгел, тотош йәмғиәтте тамырынан үҙгәртерлек юл асыласаҡ.
Әҙәм ҡуян ҡыуа
тип...
Социаль селтәрҙәрҙең киң таралып, популярлыҡ алыуына күп тә ваҡыт кәрәкмәне. Әммә бөгөнгө көнкүрешебеҙ, уға тиклем һәм унан һуңғы булып, икегә бүленде. Виртуаль донъяла гиҙеү өсөн юғары белем дә, артыҡ аҡыл да талап ителмәй, һәр кем үҙе режиссер, оператор. Берәүҙәр уны эш буйынса, икенселәре һатыу йә иһә ниндәйҙер хеҙмәт күрһәтеү өсөн файҙалана, өсөнсөләре көндәлек һәр аҙымына шунда отчет бирә. Барыһын да күҙәтеп, шым ғына ултырғандары ла бихисап.
Интернет мәғлүмәттәре аяуһыҙ күп заманда йәшәйбеҙ. Башҡалар өсөн мөһим булмаған һәр ҡыбырлауыңды донъяға сығарыуға, бар нәмәгә лә фекереңде яҙыуға йәмғиәт мохтажмы икән? Һүҙ ҙә юҡ, тормошта шатлығың эсеңә һыймаған, йә булмаһа күңелең тыныслыҡ тапмаған мәлдәр ҙә була. Был осраҡта социаль селтәрҙәр иң уңайлыһы ла кеүек. Шулай ҙа бер туҡтауһыҙ шунда йәшәү, үҙең тураһында һөйләүгә, күрһәтеүгә нимә этәрә һуң? Әллә кеше ҡыланғанды ҡабатлау, туптан айырылған ала ҡарға булмау өсөн эшләнеләме был?
Белгестәр һәм психологтар бар тормошон Интернетҡа һалыусыларҙы ла бәйлеләр рәтенә ҡуя. Күҙәтеүҙәр буйынса, дөйөм майҙансыҡтағы идеаль яҙыуҙар һәм фотолар күп осраҡта ысынбарлыҡҡа тура килеп тә етмәй, ти улар. Күптәр үҙен идеаллаштырып күрһәтеп, йәғни, бына минең ғаиләм, бына балаларым, был баҡсам, был мунсам, ашайбыҙ, ял итәбеҙ, тип һөйләп, башҡаларҙан һоҡланыу һүҙе ишеткеһе, иғтибар үҙәгенә эләккеһе килә. Икенсе төрлө әйткәндә, улар социаль банкротлыҡ кисерә, шуға ла ундайҙарға күберәк лайктар, комментарийҙар, заманса итеп әйткәндә, хайп кәрәк. Әгәр ҙә инде өмөттәре аҡланмаһа, улар төшөнкөлөккә бирелә, кәйефтәре ҡырыла, ҡайһы саҡта, ысын мәғәнәһендә үпкәләп, таныштарын «ҡара исемлек»кә лә индереп ҡуя. Шәхси яҙмышыңда ни тиклем ҡытыршылыҡтар, күңелдә тынғыһыҙлыҡтар ҙур, битлектәге профиль дә шул тиклем сағыуыраҡ, имеш. Баҡһаң, был хәл психиатрияла ла күҙәтелә һәм ул — эгомания, йәғни башҡалар иҫәбенә баһаңды күтәреү, үҙеңде аҡыллыраҡ, компетентлыраҡ итеп күрһәтеү теләге тип атала икән.
Эльза Мөхәмәҙиева