+30 °С
Болотло


1 сәй ҡалағы коньяк;
1 йомортҡа һарыһы;
1 сәй ҡалағы дегәнәк майы (репейное масло);
1 сәй ҡалағы бал.
Барыһын да бергә бутайһың, сәсте 1-әр см айырып, әҙер массаны сәс төбөнә һөртөп сығаһың. Башты һыу үткәрмәй торған тоҡ менән ҡаплап, яулыҡ ябынаһың. 3-4 сәғәттән һуң башты йыуаһың.
Аҙнаһына бер тапҡыр эшләр кәрәк.
Сәсте йыуғандан һуң уның бөтә оҙонлоғона (төбөнә түгел) бәлзәм һөрһәң, сәсегеҙ йылтырап китер.
Аҙағынан сәсте аҡ сәскә йәки кесерткән һыуы менән сайҡатыр кәрәк.